+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
9 Декабрь 2019, 13:25

Бөрйән – мөғжизәләр иле

Бөрйән районының Әбделмәмбәт, Байназар, Тимер, Иҫке Монасип ауылдарында ҡәләмдәшем, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән әҙәби осрашыуҙарҙа йөрөп ҡайттыҡ. Бөрйәндәр яҡташ шағирәләрен юбилейы уңайынан ололап тәбрикләне, «Көҙгө алмалар» тип исемләнгән китабы сығыуы һөйөнөсөн уртаҡлашты. Ҡайҙа ла беҙҙе уның: «Мин Бөрйәндән булған өсөн генә шиғыр яҙа алам, яҡташтар!» – шиғыр юлдары яҙылған яҙыу ҡаршыланы.

Ҡунаҡ ҡабул итеүгә килгәндә, бөрйәндәр йоланы бик теүәл атҡара: сәк-сәк, буҙа, ҡымыҙ, йыр-бейеү, яҡты йөҙ күңелде аса, туғандарса аралашыуға көйләй. Бынан биш йыл элек төрки донъяһы вәкилдәре – төрөк Арслан Байыр, ҡарәсәй Нөрлө Гербеков, балҡар Аскер Додуев, Зәйтүнә һәм Сабир Шәриповтар, Фәрзәнә Аҡбулатова, Әхәт Сәлихов, Рәшиҙә Ишембәтова менән шағирәнең 50 йәшлек юбилейы уңайынан сәфәр иҫкә төштө. Ҡунаҡтарҙы Бөрйәндең тәбиғәте, ихлас кешеләре, Шүлгән мәмерйәһе әсир итте. Беҙҙең сәфәр район үҙәгендә үткән сәскә байрамына тап килгәйне. Ул ваҡытта ла район мәҙәниәт идаралығы мөдире Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева ошо байрамдарҙың уртаһында ойоштороп йөрөнө. Был юлы ла ул сәфәребеҙҙең һуңынан аҙағынаса яныбыҙҙа булды. Бөтә осрашыуҙарҙа ла һүҙ ижад, матбуғат хаҡында барҙы. «Башҡортостан ҡыҙы»н Бөрйәндә яраталар, ихлас алдыралар. 2020 йылға яҙылыу барғанда, журнал уҡыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарап йәнле аралашыуҙар бик тә мөһим. Был юлы ла баҫмабыҙҙы күпләп алдырған Бөрйәндәге осрашыуҙар һөҙөмтәһен бирер, тип ышанам.
Беҙгә Бөрйән ижадсылары Айһылыу Ғарифуллина менән Таңһылыу Баһауетдинова ла ҡушылды.
Әбделмәмбәт
Был ауылдың әллә нисәмә исеме бар – Игелек, Үҙән, Ҡыпсаҡ. Бында ҡыпсаҡтар йәшәй. Бабсаҡ бей вариҫтары. Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев быға хәтлем дә матбуғатҡа яҙҙырыу ваҡытында баш мөхәррирҙәрҙе, редакция хеҙмәткәрҙәрен саҡырып осрашыуҙар ойоштора ине. Бына тағы юл төштө. Унда Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында еңеүсе булған Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡасимова эшләй. Ошо белем усағында филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова уҡыған. Был мәктәптә билдәле фольклорсы, ғалим, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхмәт Сөләймәновтың фольклор, йәнә лә тыуған яҡты өйрәнеү бүлмәләре бар. Был мәктәп робот техникаһы буйынса республикала Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һуң өсөнсө урында килә. Осрашыу «Биләмәбеҙ булһын зауыҡлы!» тигән конференция рәүешендә үтте. Тәүҙә ҡунаҡтар асыҡ дәрестәргә инде. Айһылыу Ғарифуллина 2-се, 3-сө кластарҙағы «Беҙ – бөрйәндәр, бергә бер йәндәр» (уҡытыусылары Д.К. Дауытова), район үҙәк китапханасылары 4-се кластарҙағы «Китапмы, интернетмы?» (уҡытыусылары Л.Г. Сәйфетдинова), Клара Теләүбаева 5-се класта ҡыпсаҡ фольклоры (уҡытыусылары З.М. Ибәтуллина), Таңһылыу Баһауетдинова 7-се класта «Ғүмер бит ул ҡиммәт бүләк» (уҡытыусылары Г.Х. Ғәбиҙуллина) тип аталған дәрестә ҡатнашты. 10-сы кластар Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән «Мин – Бөрйәндән» (уҡытыусылары Ш.Ю. Ғәликәев) темаһына һабаҡ алды. 11-се кластағы «Тойорға бәхетте ошонда!» тигән дәрестә мин ҡатнаштым (уҡытыусылары Ә.С. Хәйбуллина). Ике шиғырҙы тәрәндән аңларға, анализ яһарға, әҙәби сараларҙы күрергә өйрәнде уҡыусылар.
Артабан ҡунаҡтар өлкән класс уҡыусылары менән осрашты. Һәр сығышты балалар йотлоғоп тыңланы. Уҡыусылар Миңнур Ҡасимованың «Йәшел ҡалҡан булып ҡалҡайыҡ» шиғырынан өҙөк уҡыны. Ҡунаҡтарға балалар лазер менән ҡырҡыу станогында исемдәрен яҙып үҙҙәре яһаған ағас ҡумталар бүләк итте.
Быйыл мәктәпкә капиталь ремонт башланған. Ауыл хакимиәте менән берлектә «Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу» республика программаһында ҡатнашып, аҡсаны төрлө яҡтан йыйғандар. Йәғни, бер өлөшө – эшҡыуарҙарҙан, бер өлөшө – халыҡтан, бер өлөшө – ауыл хакимиәтенән, бер өлөшө республика бюджетынан төшкән. Әлеге ваҡытта пластик тәҙрәләр ҡуйылып, ремонт эштәре барһа ла, етәкселек был осрашыуҙан баш тартмаған һәм дөрөҫ тә эшләгән.
Әбделмәмбәт ауылы мәҙәниәт йортондағы сараға төрлө ауылдарҙан – Ҡолғана, Килдеғолдан килгән әүҙем апайҙар көтә ине.
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға яҡташтары мәрйендән эшләнгән селтәр бүләк итте.
«Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) – бөйөк уҡытыусым Марат Муллағоловтың һуңғы төйәге. Иҫке Монасипта һәләтле балалар менән эше бик емешле булды – уның уҡыусылары Рәсүл Сәғитов (журналист, яҙыусы), Земфира Аҡбутина (шағирә, уҡытыусы), Рәғиҙә Истәкова (ғалимә, уҡытыусы) һ.б. мул уңыштар ҡаҙана, остаздарын онотмай, уға бик рәхмәтле. Минең осрашыуҙарым мәлендә лә уның изге рухы һөйөнәлер», – тине шағирә.
Айһылыу Ғарифуллина бер-беребеҙгә уҡыған доғаның ҡөҙрәте хаҡында һөйләне. «Таң» гәзите тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҡоролдо. «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырыуҙары, яратыуҙары хаҡында һөйләнеләр. «Шәхсән мин журналды үҙем генә яҙылып ҡалмайым, тағы бер-ике кешегә, ауыл күләмендәге бәйгеләрҙә еңеүселәргә, яҡындарымдың тыуған көндәренә, Ололар көнөнә яҙҙыртам. Һеҙҙең баҫманы таратыуҙа бәләкәй генә өлөшөбөҙ бар», – тине Килдеғол ауылынан эшҡыуар, биш бала әсәһе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сажидә Билалова. Ул ҡобайыр рәүешендә өндәү яҙып килтергән.
– Бер тигәс тә ни яҡшы?
– «Башҡортостан ҡыҙы» тигән
Журналды белһәң яҡшы.
– Ике тигәс тә ни яҡшы?
– Икеләнмәйсә шул журналды
Алдырып уҡыһаң яҡшы!
– Өс тигәс тә ни яҡшы?
– Өлөшләтә шул журналды
Һөйләп йөрөһәң яҡшы!
– Дүрт тигәс тә ни яҡшы?
– Дәртле, дарманлы егеттәр ҙә
Журнал уҡыһа, шул яҡшы!
– Биш тигәс тә ни яҡшы?
– Был журналда кемдәр яҙа –
Шуны ла белһәң яҡшы.
– Алты, ете, һигеҙ тигәс тә
ни яҡшы?
– Алтмышта ла, етмештә лә,
Һикһәндә лә
Журнал уҡыһаң, шул яҡшы!
– Туғыҙ тигәс тә ни яҡшы?
– Тура юлдан журнал менән
Бергә атлаһаң яҡшы!
– Ун тигәс тә ни яҡшы?
– Уйын уйнап көлгән саҡта ла,
Уртың сәйнәп көйгән саҡта ла
«Башҡортостан ҡыҙы» менән
Бергә булһаң, шул яҡшы!
Байназар
«Мин һәр ваҡыт атайым менән әсәйемде ҡыуандырырырға тырыштым. 50 йәшем тулғас, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ижад кисәһе үткәрҙем. Улар өсөн. Әсәйем Өфөгә килергә ҡуш ҡуллап риза булды, атайым ғына ыңһырҙаны. Аяғы ныҡ ауырта ине. «Атай, был кисәне һеҙгә арнайым. Һеҙҙең өсөн генә үткәрәм», – тигәс, ул дәртләнеп китте. Әсәйем ҡәнәғәт сағында, йылмая биреберәк иренен ҡымтый торғайны. Шул кисәнән фотоларҙы ҡарайым да, маҡсатыма ирешкәнемде аңлайым.
...Кисә ахырында алып барыусылар микрофон тотоп залға, тамашасылар араһына төштө. Атайым менән әсәйемдең һүҙ әйтерен көттөләр. Был ни мөғжизә! Атайым, аяғының һыҙлауын онотоп, сәхнәгә ынтылды. Әсәйем дә ҡанатланып килеп менде.
Ике йыл элек атайымды, өс йыл элек әсәйемде юғалттым. Хәҙер инде уларҙың рухтарын ҡыуандырам, тип йәшәйем. Шуға ла тыуған яғымда әҙәби осрашыуҙар үткәрергә булдым. Байназар атайымдың атаһының – Хафиз олатайымдың тыуған ере. Унда борон бик хәлле, уҡымышлы Зариповтар донъя көткән. Әммә репрессия тамырҙарына балта сапҡан. Мөғжизә менән иҫән ҡалған туғандарым төрлө ергә һибелгән. Әлеге мәлдә беҙ, бер-беребеҙҙе эҙләп табып, бер туғандай берләшеп, татыу йәшәйбеҙ», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Байназар мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо.
Байназар – Башҡортостандағы иң ҙур ауылдарҙың береһе. Төҙөк, матур ул. Ҡап уртаһынан Ағиҙел аға. Ҡатын-ҡыҙҙар менән фото төшөргә булғас, «Башҡортостан ҡыҙы» ҡулдарыбыҙҙа булһын, тип үҙҙәре тәҡдим итте.
Тимер
«Ошо Тимер ауылында тыуғанмын. Тимер атайымдың әсәһе – Мәрйенбикә өләсәйем менән бәйле. Ул – минең тыуған ауылым, әммә ике аҙна ғына йәшәгәндән һуң район үҙәгенә күсенгәнбеҙ. Тимерҙә туғандарым бик күп. Осрашыуҙар мәлендә уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың ижадымды, үҙемде ихтирам итеүҙәренә, үҙ күреүҙәренә инандым; еңгәләремдең бүләген, күстәнәсен алып һөйөндөм», – тине шағирә.
Дәүләтбирҙиндар тәүҙә мәктәптә йәшәгән. Ул бик боронғо булған. Аҙаҡ өй һалып сыҡҡандар. Атаһын партия эше буйынса икенсе урынға тәҡдим иткәс, өйҙәрен Уразбай тигән ағайға һатып, күсеп киткәндәр. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы бында ике генә аҙна йәшәһә лә, Тимер ауылы биографияһына инеп ҡалған. «3 августа тыуғанмын, был көн ныҡ ямғырлы була. Арба менән төндә алып ҡайталар. Битемә ямғыр тамсылары яғылып ҡала. Иртәгәһенә тамсылар ҡара төрткөгә әйләнгән ине», – тип һөйләй аҙаҡ апайҙары. Шул төрткөләр – һипкелдәр шағирәнең битендә һаман да һаҡлана икән.
«Марат Муллағолов тигән бик шәп уҡытыусыбыҙ булды. 4-селә уҡығанда эксперименталь класс эшләне. 28 бала инек. Беҙҙән шиғыр, инша яҙҙыра башланы. Көндәлек тултыра инек. Ҡояш нисек ҡалҡты? Күләгәләр ниндәй төҫтә – барыһын да теҙеп яҙыуыбыҙ образлы фекерләргә, сағыштырырға өйрәткән. «Күләгәләр» тигән нәҫерем 1976 йылда «Таң» гәзитендә баҫылып сыҡҡайны. Дәрестәрҙән һуң шиғыр яҙған 4-5 баланы Марат ағай, һәр береһен айырым кластарға индереп, шатырҙатып бикләп сығып китә ине. Алдыңда – ҡағыҙ, ҡәләм. Шиғыр яҙырға тейешһең. Урамда малай-ҡыҙҙар уйнай. Ҡар бәрешәләр, тәҙрәнән ҡарайҙар. Үсекләп көләләр. Улар менән шаярып китәһең. Коридорҙан тауыш ишетелһә, йүгереп барып берәй нәмә яҙа башлаған булаһың инде. Көсләп тә яҙырға тура килде. Ижад менән шөғөлләнергә теләһәгеҙ, талант ҡына етмәй. Китап яҙғанда төндәр буйы ултырырға тура килде. Йоҡламайһың, эшеңдән ҡайтаһың да тағы ултыраһың. Нимәгә тотонһаң да, көс түгергә кәрәк. Шунһыҙ уңыш килмәй. Һәләтем бар тип, күкрәк киреп йөрөргә түгел. Каратэ менән шөғөлләнгәндә лә шуға инандым. 38 йәшемдә уртансы улым Марат менән каратэға йөрөргә булдыҡ. Зәңгәр билбауға тиклем баҫҡысты үттем. Өйрәнер алдынан туғандарыбыҙға, үҙемә зыян килтерерҙәй мәлдә генә ҡуллана алам, тип һүҙ бирҙек. Урман хужалығы министрлығына күскәс, ташларға тура килде. Иң кәрәге – рух көсө. Рухығыҙ көслө булһа, һеҙ бер нәмәнән дә ҡурҡмаясаҡһығыҙ. Иң мөһиме – дуҫтарығыҙ булһын. Ярашырға, бер-берегеҙҙе аңларға тырышығыҙ. Китаптар уҡығыҙ», – тигән кәңәштәрен бирҙе шағирә уҡыусыларға.
Тимер – икенсе исеме Бире – Тимер исемле егеттең бире ҡыҙы менән никахлашыуынан таралған заттан барлыҡҡа килгән ауыл, имеш. Легенда шулай ти. Легенда – уйҙырма ла булыуы ихтимал. Ә бына үҙебеҙгә төбәлгән ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр ҡайһыһы шул хәтлем һылыу булыуҙарына инандыҡ. Уҡытыусылар бер иш кенә күлдәктән кейенеп ҡаршы алды. Үҙешмәкәрлектә ҡатнашып йөрөйҙәр икән. Һәр береһенең билдәре өҙөлөп тороуы, йөҙҙәре нурлы булыуы ла беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Иҫке Монасип
Иҫкеһе булғас, тимәк, яңыһы ла бар. Яңы Монасип (Мишәр) ауылынан елдереп үткәндә ошондай риүәйәт ишеттем.
Дин таратып йөрөгән бер хәҙрәтте ауылда яратып бөтмәгәндәр ҙә өйөн-мөлкәтен яндырырға булғандар. Хәҙрәткә был хаҡта кемдер хәбәр итеп өлгөргән. Ул үҙәндә йәшенеп ятҡан. Төндә бының өйөн үртәгәндәр. Хәҙрәт кешеләр малдарын ҡыуырға сығыр алдынан йәһәт кенә намаҙлығын алған да, бара һалып, күмер өҫтөндә намаҙ ҡылырға ултырған. «Бына бит дин кешеһе янған ерҙән дә тере ҡалған», – тип, дингә ихлас бирелеп киткәндәр, ти, шунан.
Биш йыл элек бер төркөм яҙыусылар менән автобуста йылға уртаһында батып ултырыуыбыҙ иҫкә төштө. Арала Сабир ағай Шәрипов та бар ине. Машинанан сыҡмай көтөргә ҡушҡас: «Эх, зерә ҡармаҡтарымды алмағанмын, түбәгә менеп ултырып, балыҡсылар инем», – тип көлдөргәйне. Был юлы, машинаның «ҡолаҡ»тарын төшөрөп, күперҙән елдереп үттек. Күптәр шулай итә. Нәҙек кенә күпер нисек күтәрәлер? Икенсе йыл яңыһы һалынасаҡ, тип һөйөнсөләне шағирә.
«Иҫке Монасип миңә һулар һауам кеүек кәрәк. Иҫ белгәндән шунда йәшәгәс, кешеләре менән аралашҡас, ауылым үҙенә тартып тик тора. Ғәзиз ағайғынам, атайым, әсәйем дә шунда ерләнде. Мәҙәниәт йорто сәхнәһенән халҡыма, тыуған яғыма рәхмәт һүҙҙәремде еткергәндә улар ҙа шатлыҡтан яҡты нурға ҡойоноп ятҡандыр, тием.
Был юлы мин атайымдың нәҫелен барланым. Уның менән, уҡытыусым Марат Муллағолов менән бәйле ауылдарҙа һынау тоттом – 40 йыллыҡ ижадыма йомғаҡ яһаным. Алла бирһә, бик һуңлатмай ғына әсәйемдең затын юллап йөрөргә иҫәбем. Килдеғолға (Һарағыға), Нәбигә (Ҡуянға) әсәкәйемдең туғандары араһына барырға ниәт итәм. Беҙҙе былай ҙа Һарағыға ихлас саҡырып ҡалдылар. Туған-ырыуың менән берҙәм булыу, уларға таянып йәшәү, ҡайһы саҡ таяныс булыу – иң ҙур бәхет. Быны олоғайған һайын нығыраҡ аңлайһың. Бөрйәнемә юлым бөткөлһөҙ төшөп торһон!» – тигән теләген еткерә Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Бында шағирәгә һәр һуҡмаҡ, һәр таш таныш. Һулышы иркенәйеп, йөҙҙәре яҡтырып китте уның. Ата йортона килеп ингәндә ҡаршылар ағаһы менән еңгәһе бар. Уҡытыусылары уны күреп ҡосаҡлап алырға ҡолас йәйеп килә. Донъя ошо саҡта бөтөн. Тыуған ерҙең йылыһы уға ҡеүәт бирә. Ә шағирә иһә шиғырҙары менән сарсаған күңелдәрҙе һуғара.

Бөрйән районы.


Автор:Гульназ Кутуева
Читайте нас: