+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
6 Декабрь 2019, 17:40

Иран көндәлеге: 3 декабрь 2019 йыл

Ирандың төньяҡ-көнсығышында бик боронғо һәм сәйер ҡәберлек бар. Ул “Хәлид Нәби” тип йөрөтөлә. Риүйәттәр буйынса, зыярат өҫтөндәге түбәлә Хәлид Нәби пәйғәмбәр ерләнгән. Ул барыбыҙға ла билдәле Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән 40 йыл элек Йемендә тыуған һәм күп кенә көнсығыш илдәрендә, шул иҫәптән Иранда ла, христиан динен таратып йөрөгән. Уның ҡыҙын Мөхәммәт пәйғәмбәр ислам динен ҡабул итергә күндергән. Ғалимдар фекеренсә, был ҡәберлеккә яҡынса 1400 йыл, унда 600-гә яҡын кеше ерләнгән.

Хәлид Нәби тау түбәһенә күмелгән һәм бер аҙ ваҡыттан һуң урындағы төркмән ҡатындарының теләк теләргә йөрөр урынына әүерелгән. Туристар ҙа был ерҙән йыл әйләнәһенә өҙөлмәй.
Мәрхүмдәрҙең баш осона ҡуйылған таштар: оҙонсаһы – ир кешенең енси ағзаһын хәтерләтә, ә ике йомро таш – ҡатын-ҡыҙ күкрәген. Ҡәбер таштары енескә ярашлы ҡуйылған тип фараз ителә. Бындай ҡәберлектәрҙең халҡы мосолман әхлағын һәм йола-ҡанундарын тотҡан илдә, тап Иранда, һаҡланып ҡалыуы күптәрҙе ғәжәпләндерә.
Борма-борма юлдар үтеп, текә үрҙәр артылып килгән изге урында – һиллек. Хәлид Нәби кәшәнәһе эсенә инеп намаҙ ҡылырға, уйланып ултырырға, теләктәр теләргә була. Иҙәненә сағыу биҙәкле балаҫтар йәйелгән. Намаҙлыҡтар ҡуйылған. Болоттарға олғашҡан тау түбәһенән аҫҡа ҡараһаң, аҫта ҡом бархандары кеүек кенә ятҡан үркәстәр серле яҙмаларға оҡшаған. Урындағы тауарҙар менән һатыу итеүселәр сәфәр ҡылыусыларға бәләкәс кенә итеп йомарланған ҡорот, башҡа тәғәмдәр тәҡдим итә. Ҡоротто тәмләп ҡарарға бирҙеләр. Тап беҙҙәге кеүек.
Мая әйтеүенсә, әле ҡыш мәлендә матурлыҡ күҙгә салынмай, яҙ көнө, ләләләр уянған саҡта, илаһи гүзәллек был ергә тағы ла тылсым өҫтәй.
- Ана ғына ята Төркмәнстан. Күберәк төркмәндәр йәшәһә лә, был ерҙәр Иранға күскән. Бер-береһен ағайлы-һеңлеле сик аша күҙ күреме ерҙән күҙәтһә лә, әллә ҡайҙа ятҡан баш ҡалаға барып виза алмайынса осрашып булмай, - тип һөйләй Мая.
Беҙҙе бында башмаҡтай ҙур ике эт ҡаршы алғайны. Икеһенең дә ҡолаҡтары осонан ҡырҡып алынған. Баҡтиһәң, һуғышып ҡолаҡтарын өҙҙөргән хәлдә, күп ҡан юғалтыуҙан ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамаһын өсөн көсөк саҡтарында уҡ шулай итәләр икән. Маһъмайҙар беҙҙе оҙатып машина артынан оҙаҡ сабып барҙы.
Ҡайтышлай Тимер Ҡара Ҡуҙы обаһында (ауылында) йәшәүсе бер төркмән ғаиләһенә ҡунаҡҡа индек. Ауылдың исеме "ҡара ҡуҙы мисәте" тип тәржемә ителә. Был атама тауҙарҙа ҡаракүлдәр һымаҡ үрелеп үҫкән үләндәр һарыҡтың бөҙрәләрен хәтерләткәнгә шулай тиелгәндер, тип фараз иттек.
Тажбикә менән Рәжәп Пайҙарҙың 5 улы һәм 2 ҡыҙы бар. Өйҙәре төркмәнсә йыйыштырылған: иҙәндә балаҫ, диуарға эшләнгән шкаф. Ашъяулыҡты, уларса – сачағты – иҙәнгә йәйҙеләр. Тандырҙа бешерелгән икмәк, уларса – чурек – менән сейә ҡайнатмаһына ҡушып эселгән сәй тәмле булды. Ҡунаҡ килгәнен ишетеп, күршелә йәшәгән килендәре йүгерешеп килде. Бер айлыҡ имсәк бала күтәргән килен балаһын ҡыҙғанмай беҙгә тотторҙо. Дурдумөхәмәт, кемдәр былар тигән һымаҡ, күҙҙәрен асып ҡараны ла, йоҡоһон дауам итте. Ейәнсәрҙәре Саина тартынмай беҙҙең тубыҡҡа ултырҙы. 40 йәштәрҙәге ҡаҡсараҡ кәүҙәле килен ябынған яулығын ҡымтыбыраҡ, йөҙөн йәшереберәк, үҙен сәйер тотоуын күреп, ниңә шулай икәнен һораштыҡ. Баҡтиһәң, кейәүгә сыҡҡас та, балаһы булмайынса тороп, киленгә ҡайныһына туранан-тура өндәшергә, йөҙөн күрһәтергә тыйыла икән. Ә уның һаман да көткән бәпесе юҡ. Һыйға рәхмәт әйтеп, доға ҡылғанда ғаиләләренә муллыҡ, бәрәкәт, тағы ла балаларының күп булыуын теләнем. Килендең был теләккә йөҙө яҡтырҙы. Минең өсөн һуңғыһы бигерәк тә мөһим, бала бирһен ине беҙгә Хоҙай, тине. Бик йәлләнем дә онотҡансы төркмән килененә сабый бәхете биреүен теләнем.
Тажбикә үҙенең бәхетенән ҡәнәғәт. Ейән-ейәнсәрҙәрен алмаш-тилмәш алып һөйә. Балалар тәртипле, шым ғына ололар нимә һөйләшкәнен тыңлап, үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырышалар. Саина фотоға төшөргә теләмәй көйһөҙләнеберәк киткәйне, алдына үҙенән саҡ ҡына кесерәк һеңлеһен ултырттылар. Шундуҡ тымып, үҙен апай итеп тойоп, ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап ултырҙы.
Ауылда булһа ла бәҙрәфтәренә хәтлем яҡтылыҡ, һыу үткән. Килен кеше миңә аш-һыу бүлмәһенең нисек уңайлы ҡулайлаштырылыуын күрһәтте. Бер ҡумтала яңы сыҡҡан себештәр сырҡылдаша ине.
Автор:Гульназ Кутуева
Читайте нас: