-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
5 Декабрь 2019, 13:40

Иран көндәлеге: 2 декабрь 2019 йыл

Калалеға юлланыр алдынан һөйләшелмәй ҡалған интервьюлар, килешеүҙәргә ярты көн бағышланды. Мин журнал уҡыусылары өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланым, материал йыйҙым. Аэропортҡа трансфер бар, тигәс, тынысландыҡ һымаҡ, әммә барыбер, самолетҡа һуңлап ҡуймайыҡ тип, бөтә иғтибар һәм ынтылышыбыҙ – юлда. Ваҡытында барып етеп, самолетҡа ултыртыуҙы көтә башланыҡ. Әммә ул һаман иғлан ителмәй.

"Гурга" тип билетымды һоноуым була, бик оҙаҡ итеп аңлатырға тотоналар. Мин дә ниндәй телдәрҙе беләм, теҙеп һөйләп сығам. Уларҙың ым-ишараһынан шуны аңланым: самолеттың техник ҡарау үткәндә ниндәйҙер проблемаһы барлығы асыҡланған, шул йүнәтелгәнсе осмайбыҙ. Һөҙөмтәлә беҙ һауаға бер сәғәткә һуңлап күтәрелдек. Теркәлеү үткәндә сумкағыҙ нисә килограм, нисәү тип һорап та торманылар, рентгент аша ҡаранылар ҙа, шик-хәүеф тыуҙырырҙай нәмә тапмағас, башҡа һорауҙары булманы. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡатын-ҡыҙ ҡаралыу өсөн айырым бүлмәгә инә. Әллә ни аптыратмай ғына ҡапшап үткәрәләр.
Юлдарҙа светофорға бик иғтибар итмәйҙәр: байкерҙар тиҙ генә үтә һалырға тырыша, машина йөрөтөүселәр ҙә ҡапыл юлда кеше пәйҙә булыуына күнегеп бөткән.
Бында эштәрҙе ҡабаланмай, үҙ яйҙарына эшләргә күнеккәндәр. Һөйләшелгән ваҡыт шартлы, яҡынса тип ҡабул ителә.
Самолетта һыу, икмәккә төрөлгән кәтлит бирҙеләр. Асыҡтырғас, ашап ҡуйҙыҡ.
Бер сәғәтән беҙ Гурганда инек инде. Залға үткәс тә таныш йөҙҙө күрҙем: Мая
менән, ғәҙәттәгесә, сикәләрҙән үбеп күрештек. Өлкә үҙәге Гургандан Маялар йәшәгән Калале ҡалаһына тиклемге 140 саҡрымды һөйләшә-һөйләшә тиҙ үттек.
Мая Төркмәнстанда тыуған. Иран төркмәне Рәжәпкә кейәүгә сыҡҡан. Өс балалары бар. Кинйә улдары Шаһморат Анкара университетында белем ала, оло улдары Дидар менән ҡыҙҙары Маһим әле буйҙаҡтар. Мая роман тамамлауын, уны төрөк телендә нәшер итергә әҙерләүен һөйөнсөләне. Уның менән әңгәмәләрҙе һуңынан һүрәтләмә итеп яҙырға йыйынғанлыҡтан, барыһын да асып бөтмәйем. Әле беҙ уларҙың бик ҙур өйөнөң тупһаһын ашатланыҡ. Йорттоң иҙәненә төркмән балаҫтары түшәлгән. Бер мөйөштә мейес. Диуарҙарҙа – иҫтәлекле бүләктәр, паннолар. Ингәс тә бәләкәй өҫтәл менән ҡәнәфиҙәр ҡуйылған. Өҫтәлдә – апельсин, гранат, мандарин, лимон кеүек емештәр. Үлән сәйе, Маһим эшләгән татлы ризыҡ менән һыйландыҡ. Мая иҙәнгә ағас таҡталар йәйеп самса яһарға тотонғайны. Тандырҙа өс төрлө эслектән – шпинат, ҡабаҡ, иттән тиҙ генә беҙҙеңсә пирожкилар һымаҡ тәмлекәстәр бешерҙе. Мейестән алғас та уларҙы клеенкаға төрөп һалып торҙо: "Шулай итһәң, йомшаҡ була",– тип аңлатты ул. Аҙаҡ ашъяулыҡты иҙәнгә йәйҙеләр. Беҙҙең нисек яфаланғанды күргәс, иртәгәһенә өҫтәл индереп ҡуйҙылар. Иҙәндә нисек рәхәт икәнен белеп алғас, өҫтәл талап итмәнек. Ашап туйғас, ятып китәһең. Тубыҡланып ултырғанда артыҡ ашап та булмай. Бына ниңә төркмән ҡатындары һомғол була икән! Мая иртәгәһенә йә бер тарихи урынға йәки, ямғыр яуып торһа, тауҙарҙағы өйҙәренә барасағыбыҙҙы әйтте. Ашап туйғас, үҙебеҙгә тәғәйенләнгән бүлмәгә инеп иҙәнгә тәгәрәнек. Бил ауыртмай, тән ял итә икән шулай йоҡлау.
Иртәгәһенә, ысынлап та, ямғыр һибәләп үтһә лә көн аяҙыны. Ишек алдына сыҡһаҡ, һап-һары булып, йомроланып апельсиндар бешеп ултыра! Баҡтиһәң, улар ағасында серемәй ҙә, ҡойолмай ҙа февраль урталарына тиклем эленеп тора икән. Ә апрелдә ағас яңынан сәскәгә тумалана. Гранаттар ҙа йыйып алынған. Лимон да татлы була икән. Кем әсе яратмай, ошо төрөн ҡуллана ала.
Апельсиндары өлгөргән ағасты күреү күңелде ҡуҙғатып ебәрҙе: бында шыршы биҙәп тороуҙың да кәрәге юҡ бит!
"Һеҙҙә ҡасан ҡыш етә? "-– тип һорағас, "Бына ошо ул беҙҙең ҡыш!" – тигән яуап алып ғәжәпләндек. "Тауҙар йәшеллекә төрөнгәнде, сәскәләр менән ҡапланғанды күрһәгеҙ, шулай уҡ иҫегеҙ китер ине. Йәшәү өсөн уңайлы, яйлы булған өсөн яратам Иранды. Һәр кем үҙе теләгәнсә йәшәй. Урамда эсеп йөрөгән кешене осратмаҫһың. Иҫеркес эсемлекте бик яратаһалар ҙа, уны ҡулланғас кеше араһына сығыу юҡ. Фарсы ҡатындары, ҡап-ҡаранан кейенеп, бөркәнеп йөрөһәләр, төркмәндәр асыҡ төҫлө кейемдәргә өҫтөнлөк бирә",– тине Мая.
Өй эсе шул хәтлем йылып китә, был осраҡта тик иҙәндә ятыу ғына ҡотҡара, минеңсә.
Төркмәндәр ҡамыр аштарын ярата икән. "Шуға ондо бик күп тотонабыҙ", – ти Мая.
Автор:Гульназ Кутуева
Читайте нас: