+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
4 Декабрь 2019, 14:35

Иран көндәлеге: 1 декабрь 2019 йыл

Тегерандың тарихи һәм иң гүзәл урындарың береһе Гөлистанға бик ашҡынып килдек. 2013 йылдан ул ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәниәте мираҫы теҙмәһенә ингән. Һарай төп йорттарҙағы зал исеме менән Гөлистан, йәғни "Раузалар һарайы" тип йөрөтөлә.

Сефевидтар нәҫеле Тахмасп I батшалыҡ иткән осорҙа, XVI быуат урталарында, төҙөлә башлай. Ул ваҡыттарҙан һарай бик күп үҙгәрештәр кисерә. Тегеранды Ирандың баш ҡалаһы яһаған Ага Мухаммед-хан Каджар, шулай уҡ үҙен һарай ерендә ерләргә васыят иткән Насретдин шаһ бик күп көс һалған. Пеһләүи (1925-1979 йылдар) династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа һарай королдең рәсми резиденцияһы булған. Әммә 1979 йылға ислам инҡилабынан һуң шаһ резиденцияһы Сппдабад һарайына күсенә, ә Гөлистан музей комплексы булып ҡала.
Санкт-Петербургтағы батшаның һарайынан ҡайтышыраҡ күренде бындағы гүзәллектәр. Һүрәттәре сағыу, әммә ундайҙы ғына һәр һәләтле ябай кеше яһай ала һымаҡ тойолдо. Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ төҫтәрҙәге диуарҙар, көҙгө ярсыҡтарынан төҙөлгән түбәләр, ҡиммәтле люстралар – барыһы ла көнсығыш батшаһыныҡыса.
Бына – трон залы. Шаһ бында ятып ҡына үҙ эштәре менән булышҡан. Быныһында ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән. Ә бынауы уның байлығының ни ҡәҙәрем күп һәм баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле булыуын күрһәткән.
Иранда кафе-ресторандарҙа ир-егеттәр хеҙмәтләндерә. Хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙҙар магазиндарҙа һатыу итә. Әммә ауыр эштәрҙе көслө зат үҙе башҡара. Уларҙың урам һепергәнен, сәскәләр ултыртҡанын ҡыҙыҡһынып күҙәттек.
Анна Нахапетян форумда ҡатнашырға Еревандан килгән. Косметология өлкәһендә уңышлы эшләгән эшҡыуар. Үҙ уҡыусыларым бар, ти. Бында ла аҡса эшләргә түгел, тәжрибә уртаҡлашырға, партнерҙар табыу ниәте Аннаның. "Төнгө өскә хәтлем Иран ҡатындары менән һөйләштек, уларға үҙем алып килгән препараттарҙы үҙҙәрендә тойоу мөмкинлеге бирҙем. Йоҡо туйманы", – тип баш сайҡай ул ҡәнәғәт йылмайып. Беҙҙә лә был өлкәлә уңышлы эшләгән ханымдар булыуын әйттем. "Барыбер Өфөнө, Башҡортостанды күрергә киләсәкмен!" – тине Анна. Иншаллаһ.
Юлдашым, Башҡортостанда рус телендә сыҡҡан "Октябрь нефтсеһе" ҡала гәзите мөхәррире Анна Москалец менән урамға сығып әйләнергә булдыҡ. Юлда аҙаштыҡ. Беҙ белгән руссаны ла, башҡортсаны ла, төрөксәне лә, инглизсәне лә аңламай булып сыҡты бындағы халыҡ. Ҡаршыбыҙға килгән Хамед беҙҙе магазинлы яҡҡа ыңғайлатып ҡуйҙы. Ҡыҙыҡһындырған әйберҙәр булмай сыҡты унда. Шулай ҙа икебеҙ ҙә блокнот һатып алдыҡ. Башҡортостан ваҡыты менән айырма – 1,5 сәғәт. Аннаның сәғәте туҡтауы арҡаһында тәғәйенләнгән ваҡытҡа киске ашҡа һуңланыҡ. Ҡунаҡһананан яҡында ғына урынлашҡан кафела ашайбыҙ икән. Бәйләнеш булмағас, вай-файлы ерҙән Маяға шылтыраттым, ул Фәрештәгә хәбәр иткән. Фәрештә беҙҙе алырға бер кешене ебәрҙе. Шулай итеп, теләк булғанда, мәғлүмәтте еткерергә барыбер яйы сыға.
Ашағандан һуң автобус "Иранмол" ға алып китә тигәстәре, барырға теләк белдерҙем. Ул бик алыҫта булып сыҡты. Бер сәғәттән ашыу барғас, ҡатындар шаулаша башланы. Тағы байтаҡ барырға икәнде белгәс, яҡындараҡ магазинға боролоуын талап иттеләр. Магазин тигәне күңел асыу үҙәге булып сыҡҡас, автобустағылар ярһыны: "Кире ҡунаҡханаға илт йә "Иранмол"ға алып барып ҡуй!" Водитель кире бармаясағын белдерҙе. Кешеләр шаулашып килешкән арала алдыбыҙҙа ҡалҡҡан Ирандағы иң бейек телебашня Бордж-е Миладты фотоға төшөрөп алдыҡ. Ысындан да тулҡынландырғыс күренеш. Көнсығыштағыса мең уттарҙа балҡып күккә олғашҡан ул.
Һөҙөмтәлә "Иранмол"ға еттек. Ике сәғәттән ул ябылды. Улыма бүләккә күлдәк ала алдым. Уныһы ла Төркиә тауары булып сыҡты. Ара бик йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, таксила ҡайттыҡ. Өс кешегә бер долларға төштө. "Нисек улай такси осһоҙ? Әгәр шул ғына аҡсаға эшләһә, нисек ғаиләһенә еткерә?" – тип аптырашты юлдаштарым. Был һорауҙарға яуапты һуңғараҡ бирермен.
Беҙ иртәгә Гурган ҡалаһына осабыҙ. Мая электрон билеттар алып ебәрҙе. Аҡсаһын килгәс тә бирәсәкбеҙ, тип килештек. Билет хаҡы Тегерандан Гурганға 20 долларға төштө. Мая ире Рәджәб менән беҙҙе аэропортта ҡаршы ала ла унан 140 километр алыҫлыҡта ятҡан Калале ҡалаһына юлланасаҡбыҙ. Унда 2007 йылда Төрки донъяһы әҙәби журналдары йыйынында танышҡан һәм әлегәсә аралашҡан дуҫым, төрки донъяһына билдәле төркмән яҙыусыһы, филология фәндәре кандидаты Мая Сапарова (әҙәби псевдонимы Мая Уғулмая) ғаиләһе менән йәшәй.
Автор:Гульназ Кутуева
Читайте нас: