Абхазиянан килгән Нона Чкотуа менән танышып киттек. "Миңә 58 йәш. Мәскәүҙә "Диана" химик таҙартыу һәм кер йыуыу салондарым уңышлы эшләне. Ике йыл элек Сухумға күсеп ҡайттым, хәҙер аҡса тураһында уйламай ғына йәшәй алам. Рәхәтләнеп бығаса күрергә форсат теймәгән фильмдарҙы ҡарайым, китаптар уҡыйым, ҡыҫҡаһы, үҙем өсөн дә йәшәргә ваҡыт етте", – ти ул. Ә ваҡыттың етмәүе лә ихтимал. Донъяның фанилығын аңлап, ғүмереңде нисек үткәрергә хәл итеүең үҙеңдән тора. Туҡтауһыҙ аҡса артынан сабаһыңмы, әллә рухың хаҡында уйланаһыңмы – барыһы ла үҙеңдең иркеңдә. Һәр гүзәл зат Нона һымаҡ тик яратҡан һәм күңелде үҫтергән эштәр менән генә мәшғүл булырға хыял итә торғандыр.