+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
30 Ноябрь 2019, 22:47

Иран көндәлеге: 29 ноябрь 2019 йыл

Исфахандың матур ерҙәрен ҡарарға бер генә көн ваҡыт бүленгәйне. Автобусҡа ултырғас та беҙ барасаҡ урындар хаҡында иғлан ителде: Аббас шаһтың Али Капу батша һарайы, әрмәндәрҙең изге ҡотҡарыусы соборы, Джәми мәсете, Исфахан баҙары... Йома көнө булғанлыҡтан, мәсеткә туристарҙы индермәнеләр. Уның эргәһенән үтеп кенә киттек. Диуарҙары матур - Ҡөрьән Кәримдәге аяттар менән биҙәлгән. Аббастың батша һарайы әле лә сәйәхәтселәрҙең һушын ала. Ҡапҡанан ингәс тә баҡсанан килгән йәшеллек, һиллек күңелде иркәләй. XVII быуатта илселәрҙе ҡабул итергә төҙөлгән шаһ һарайы үҙ заманында иң бейек биналарҙың береһе һаналған. 48 метрлыҡ ҡоролманың тәүгеһендә концелярия һымаҡ бүлмәләр булһа, алтынсы ҡатында шаһ ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән бай залдар урынлашҡан.

Колонналары семәрләп, һырлап эшләнгән ағас менән көпләнгән, түбәһе ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән был һарайҙа Аббас шаһ тәүге Наурыҙ байрамын үткәреүе билдәле. Батша һарайында рәссам хеҙмәтен үтәгән Реза Аббаси һәм уның уҡыусылары тыуҙырған матурлыҡ сәйәхәтселәрҙе әле лә хайран итә.


Тәүге ҡаттағы картиналар алдында һушты йыя алмай баҫып торҙоҡ. Ҡалған ҡаттарҙы, реставрация барғанлыҡтан, күрә алманыҡ. Әммә шул диуар эсендәге һауаны һулау, дөйөм күренеште күҙаллау беҙгә һарай гөрләп торған ваҡыттарҙы тойҙортто.


Әрмәндәр йәшәгән Джольфа кварталы хаҡында яҙып үткәйнем. Аббас шаһ хакимлыҡ иткән ваҡытта,17 быуаттың тәүге яртыһында, күсереп ултыртылған әрмәндәр һөнәрселек, сауҙа яғынан үҫешеп, бик байып китә. Сиркәүҙәр, ҡорамдар, мәктәптәр һәм типографиялар төҙөй. Ванк соборы Исфахандағы әрмән сиркәүҙәренең иң матуры һанала. Ул сәғәтле башняһы булған диуар менән уратып алынған. Эсе бай йөкмәткеле картиналар, семәрҙәр менән биҙәлгән, музей, китапхана, әрмән халҡының 1915 йылдағы фажиғәһенә арналған һәйкәл бар.


Тәүге әрмән алфавитын төҙөүсе Мешроб Маштоц һәм полиграфист Хачатур Вардапеттың бюстары ҡаршылаған музейҙа "Тәүрәт"тан алынған һүҙҙәр яҙылған бер ҡыҙҙың сәс бөртөгө һаҡлана. "Аллаһ кешеләрҙе үҙенә оҡшатып яратҡан. Ул биргән мөмкинлектәге аҡыл һәм белемдәр менән файҙаланыу һәр кемдең үҙенән тора", - тигән яҙыуҙы микроскоп аша ҡараныҡ. Полиграфия буйынса Исфахан типографияһын Италия һәм Германиянан ҡала өсөнсө урынға сығарған Мешроб Маштоц заманында ҡулланылған тәүге баҫма станокты күрҙек. Музейҙа һаҡланған 25 йыл буйына ҡулдан күсереп яҙылған изге китап иң ҙуры һанала. Ул тамамланмаған, 9 бите ҡалғас, күсергән кеше вафат була. Был мәғлүмәт иң аҙаҡ яҙылырға тейеш булғанлыҡтан, уның исеме билдәһеҙ.


Музейҙа бәләкәс кенә ҡыҙын етәкләгән хиджап кейгән ҡатын бергә фото төшөүемде һораны. Күҙәтеүемсә, Иран ҡатындары, бөркәнеп йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, аралашыусан һәм алсаҡ. "Мин - Мәрйәм, ҡыҙым - Маһия", - тип ихлас йылмайҙы ул хушлашҡанда.


Иранда текстиль әйберҙәр, ҡиммәтле таштар, көмөш-алтын биҙәүестәр көнсығышса колорит менән семәрләп, сағыу төҫтәрҙә эшләнгән. Фирүзә ташы - наҙлылыҡ, ҡайнар һөйөү, мөхәббәттең милли символы һанала. Кәләшкә фирүзә бүләк ителә. Ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған егеттең кейеменә уны текһә, үҙенә ҡарата һөйөү уята тигәнгә ышанған. Фирүзә - нәфрәтте баҫа, мөнәсәбәттәрҙе көйләй тип һанала. Ә көнсығыш сауҙагәрҙәре, фирүзә таҡҡан ҡул бер ҡасан да бөлмәй, тигәнде тотҡан. Иранда фирүзәле әйберҙәр етештереү буйынса бик уңышлы эшләйҙәр. Оҙаҡ ваҡыттар сиктәре ябыҡ булыу арҡаһында, ҡулланыу тауарҙарының күбеһе илдең үҙендә етештерелә. Урамдағы автомобилдәрҙең сит илдән килтерелеүе күҙгә ташлана.


Иранлылар өсөн нефть оҙһоҙ: һәр кем 60 литр яғыулыҡты түбән хаҡҡа һатып алыу хоҡуғына эйә. Беҙ юлға сығыр алдынан ошо өлөшкә хөкүмәттең хаҡ арттырыуы сыуалыштарға килтергәйне. Белгестәр был ваҡиғаны, киҫкен ҡарарҙы ҡабул итер алдынан халыҡ менән мәғлүмәти яҡтан эш алып барылмауы арҡаһында килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәл, тип баһаланы. Шундай осраҡты алдан күҙаллаған "дошмандар" илдең тыныслығын боҙор өсөн бензозаправкаларҙы яндырыу кеүек баш күтәреүҙе ойошторасаҡ кешеләрҙе алдан өйрәтеп ҡуйған, имеш. Сыуалыштар йәйелеп китмәһен тип, илдә интернет алынды, кәрәҙле телефондар менән һөйләшеү мөмкинлеге сикләнде. Әммә беҙҙең хафаланыуҙар, ҡыуанысҡа күрә, буш булып сыҡты. Илдә тыныс.

Читайте нас: