+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
29 Ноябрь 2019, 11:54

Иран көндәлеге: 28 ноябрь 2019 йыл

Урта Азияла иң ҙур ҡалаларҙың береһе һаналған Исфахан беҙҙең эраның III быуытында уҡ билдәле булған. Төньяҡтан көньяҡҡа, көнсығыштан көнбайышҡа үткән сауҙа юлдарының киҫелешендә урынлашыуы менән дә сәйәхәтселәр өсөн уңайлы һаналған. Шулай ҙа ул, ерҙәре Урта Азиянан Сирияға хәтлем йәйелгән Сельджуктар империяһының (1038-1194) баш ҡалаһы булараҡ, донъяға таныла. Сельджук мәҙәниәте айырыуса архитектурала сағыу эҙ ҡалдыра. Биҙәктәргә, баҙыҡ төҫтәргә бай, һырып семәрләнгән ағастан, керамиканан мозаика ҡулланыу өҫтөнлөк иткән был заман ҡоролмалары әле лә сәйәхәтселәрҙең хушын ала.

Исфахандың алтын осоро XVI быуатҡа, Бөйөк Аббас I (1587—1629) хакимлыҡ иткән һәм уны сефевидтарҙың баш ҡалаһы дәрәжәһенә күтәргән ваҡытҡа, тура килә. Европалыларҙы хайран иткән баҡсалар, китапханалар төҙөлә унда. Фарсылар уны Нисф-е-Джахан, йәғни "Донъяның яртыһы" тип атай. Исфаханды күрһәң, тимәк, ярты донъяны күрҙең тигәнде аңлатҡан була ул.
Тегерандан Исфаханға ун сәғәткә яҡын уңайлы автобуста килдек. Һәр ҡалаға инер алдынан пост аша үттек. Кашан ҡалаһында туҡтап тамаҡ ялғаныҡ.
Унда 500000 риалға рауза һыуы һатып алдыҡ. Был 5 доллар, йәғни 700 һум тирәһенә тура килә. Баҡтиһәң, был хуш еҫ Иранда ғына иң яҡшыһы һанала.
Абхазияла сыҡҡан "Леди боss" журналының баш мөхәррире Юлия Гумба менән танышып киттек. Баҫма өс йыл самаһы сыҡмай торған. 2020 йылдан ҡайтанан нәшер ителә башлаясағын әйтте Юлия ханым. Абхаз һәм рус телдәрендә сифатлы ҡағыҙҙа баҫылған журнал бик йылы тәьҫораттар уята. Абхаз ҡатындарының фәлсәфәһен, камиллыҡҡа ынтылышын, ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһен сағылдырған "Леди боss" йәшәһен, юғалып ҡалмаһын ине.
Исфаханда раузалар күкрәп үҙенә ылыҡтыра. Беҙ туҡтаған "Аббас" ҡунаҡһанаһы алдында хөрмә өлгөргән, ысын микәнен тикшереп ҡараныҡ. Яҡындағы алтын-көмөш баҙарына инеп музейҙа йөрөгән һымаҡ ҡарап сыҡҡас, Зиянде йылғаһы аша һалынған Сио-Се-Поль (33 арка тигәнде аңлата) күперенә йүнәлдек. Сәғәт төнгө 11 булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ күп. Йәштәр 33 арка аша яҡтырған күперҙә фотоға төшәләр, һөйләшә-һөйләшә яй ғына йөрөштөрәләр. Ағым һыуға ҡарап уйланып ултыралар.
Сио-Се-Поль 1602 йылда төҙөлгән. Исфаханды Яңы Джульфа әрмән кварталы менән тоташтырған. Ул шаһтың вәзире Аллабирҙе Ундиладзе етәкселегендә төҙөлгән. Шуға байтаҡ ваҡыт уның исеме менән дә йөрөтөлгән. Аркалар менән төҙөлгән күперҙәр араһында Сио-Се-Поль иң оҙоно — 298 метр, ә киңлеге — 13,5 метр.
Дымлы һауа өшөтмәй, еләҫлек юҡ. Исфаханда бөгөн плюс 15 градус. Шуға еңелсә кейемдәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙға башҡа яулыҡ ябынмайынса йөрөү тыйыла. Беҙ осратҡан гүзәл заттар бында ҡара кейемдә, башына ябынып йөрөй. Бында Тегеранға ҡарағанда йәмлерәк тә кеүек күренде беҙгә. Исфаханда тарихи урындар бик күп. Иртәгә – йома, ул Иранда – ял көнө. Шуға беҙ ҙә ял итәбеҙ. Төрлө урындарҙы күрһәтергә тейештәр.

Читайте нас: