+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
28 Ноябрь 2019, 14:43

Иран көндәлеге: 27 ноябрь 2019 йыл

Иран тураһында йыш ишетһәм дә, дуҫым, яҙыусы, төрөксә сыҡҡан әҙәби баҫма мөхәррире Мая Сапарова йәшәгәнгә һәм ул ихлас саҡырғанға был илгә сәфәр тураһында хыялланһам да, теләгемдең шулай көтмәгәндә тормошҡа ашырын күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән эшмәкәр ҡатындарҙың Тегеранда үтәсәк йыйынына саҡырыу алғас та әле, виза, самолетҡа билеттар йүнләү мәшәҡәттәренә эске ҡаршылыҡты еңеү өҫтәлде.

Илде танып, танышлыҡтар булдырыуҙан тыш, ул киләсәк офоҡтарын киңәйтергә, яңы йүнәлеш билдәләргә лә ярҙам итергә тейеш бит. Элек билдәле мәғлүмәттәргә яңылары өҫтәлә торҙо: бында Башкерт тауҙары бар икән, башкерттар тигән халыҡ йәшәй. Беҙҙәге Стәрле, Ашҡаҙар, Рәүәт тигән топонимдар иран сығышлы. Хатта Ирәндек тауҙары ла «иран» һүҙенән барлыҡҡа килгән, имеш. Ә «Урал батыр» менән «Гилгәмеш» эпостарының ауаздашлығы хаҡында ғалимдарҙың тикшеренеүҙәрен ҡайҙа ҡуяһың? Тамырҙар уртаҡлығы шикһеҙ, әммә бөгөнгө көндә уларҙы юллау нимә бирер, ниндәй табыштарға юлыҡтырыр? Тамсы тама-тама таш тишер, тигән кеүек был хаҡта йәмәғәтселектең иҫенә төшөрөп, оноттормау ҙа зарур. Бөгөн Тегеранда үткән эшлекле ханымдар конференцияһында шул хаҡта ла әйтеп киттем.
Иранда ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем. Эшҡыуарлыҡтың ниндәй генә төрө менән шөғөлләнмәй улар! Булған тауарҙы ҡулланыусыға еткереү ихтыяжы ҡәнәғәтләнерлекме? Әрмәнстан, Рәсәй, Иран араларында сауҙа бәйләнештәре нығынһын, үҫһен өсөн нимәләр эшләргә мөмкин? Ниндәй килешеүҙәр мөһим? Дәүләттәр араһында ниндәй һөҙөмтәле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға кәрәк? Һөйләшеү ошо юҫыҡта барҙы. Замана ҡатын-ҡыҙы – ғаилә усағы һаҡсыһы – ир ҡатыны, балаларына әсәй булыуҙы иң тәүге маҡсаты итеп һанаһа ла, донъяға матурлыҡ, файҙалы әйберҙәр, туҡлыҡлы ризыҡ етештереүҙе маҡсаты итеп ала алмаймы ни? Бер көн эсендә әллә күпме танышлыҡтар, тәьҫораттар ...
Әрмәнстандан килгән рәссам Эльфрида Меликян ижадҡа ун йыл элек, улы фажиғәле һәләк булғас, тотона. Бөтә донъяға билдәле рәссам кимәленә күтәрелеү хаҡында хыялланмай ҙа ул, әммә һүрәттәренә эске ялҡынын, һағышын һала. Хәҙер уның картиналары сит ил күргәҙмәләрен биҙәй.
Шәфҡәтлелек менән дә гүзәл зат әүҙем шөғөлләнә. Мәскәүҙә бындай ойошмалар 300-ҙән артыҡ. Һәр ҡайһыһының үҙ тарихы һәм юлы бар. Фирсия Беляева үҙе эшләгән «Ротер» мәрхәмәтлек йәмғиәт ойошмаһы хаҡында һөйләне.
Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡта майҙан тотҡан фирмаларҙы яҡлау менән шөғөлләнгән Елена Голубева фекеренсә, илдәр араһындағы сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү өсөн һәр дәүләт уларҙы пошлинанан азат итеү кеүек юлға барырға тейеш. Был туранан-тура килемгә бәйле, төшөмһөҙ эш менән бер кем дә булышмаясаҡ. Гигант сауҙа нөктәләре былай ҙа эшҡыуарҙарҙың мөмкинлектәрен сикләй.
Юлыбыҙ дауам итә. Был бер көндәге уй һәм фекрҙәрҙең иң әҙе генә әле. Иҫкә төшкәндәрен, онотолмаһын өсөн, көн дә теркәй барырмын. Иртәгә Исфахан ҡалаһына юл тотасаҡбыҙ.
#иранкөндәлеге




Читайте нас: