-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
11 Сентябрь 2019, 12:02

Ауырлыҡтар сыныҡтырған ғаилә

Тормошта ауыр һынауҙар ҙа көслө кешеләргә генә бирелә. Күтәрә һәм унан лайыҡлы сыға белгәндәргә. Иңенә төшкән ауырлыҡты ихтыяр көсө менән еңеп кенә ҡалмай, ә артабан йәшәргә көс-ҡеүәт табырға, кешеләргә ярҙам, яҡшылыҡ итергә ниәт ҡылыу – ул икеләтә батырлыҡ.

Аҡ шишмә
Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылына барғанда был ғаилә хаҡында бик аҙ ғына мәғлүмәтле инек. «Улар үҙ иҫәбенә ауыл шишмәһен төҙөкләндерҙе, бик тырыш, йәш ғаилә», – тип ҡаршы алды беҙҙе райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миңзәлә Вәлиева. Юл ыңғайында Фәхретдиновтарҙың былтыр «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеүсе исемен яулауы хаҡында ла бәйән итте ул. Ундай уңышлы ғаиләләр – һәр ауылдың биҙәге.
Көн дә йәйгесә ҡояшлы, сыуаҡ. Ҡормаштан алыҫ түгел шишмә буйында йәшел болон, хәтфә үлән өҫтөндә ашъяулыҡ йәйеп, ихлас күңелдән ҡаршыланы ауыл халҡы беҙҙе. Әйт­кәндәй, ауыл Яңы һәм Иҫке Ҡормашҡа бүленгән. Ололар әйтеүенсә, элек бында ҡуйы урман булған, эргә- тирәһендә бер нисә шишмә сығып ятҡан. Шуларҙың береһен «Аҡ шишмә» тип йөрөтәләр. Ҡарттар уның шифаһы хаҡында ла әйтер булған. Ҡормашта элек-электән ауылға төшкән килендәргә шишмәгә һыу юлы күрһәткәндәр. Ҡырҙа йәшәгән балалар ҙа шишмә һыуынан сәй эсеү, тыуған яҡтарҙың һауаһын һулап, көс алып китеү өсөн йыш ҡайта, тип һөйләй ауыл апайҙары ла. Уларҙың да йәшлеге ошо шишмә, унда беренсе тапҡыр һыу алырға килгән бәхетле ғаилә тормо­шоноң башланған мәле менән бәйләнгән.
Бына ошо шишмәне, эргә-тирәһен таҙартып, тәртиптә тота ауыл халҡы. Ләкин кәртәләнмәгән, юл эсендә ятҡан инештең өҫтөнә нимә генә төшмәүе, малдың бысратыуы ла бик ихтимал бит. Башҡа ерҙәрҙә йә күмәкләп өмә яһайҙар, йә хакимиәт үҙ иҫәбенә төҙөкләндереп ҡуя һыу сығанағын. Ябай ғаилә башлығы, ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләгән Венер Фәхретдинов ошо шишмәне тәртипкә килтерергә тип ниәт ҡыла. Бер туған ҡустыһы Вилмир менән эштән бушаған арала, ял көндәрендә ошонда була улар. Ә бит ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Буш ваҡыт юҡ тиерлек. Венер ҙа, уның энекәше лә Ҡормашта йорт һалып ингән, икеһе лә ишле ғаилә башлығы. Баш­ланған эш – бөткән эш. Ниһайәт, «Аҡ шишмә» буйын кәртәләп, ауыл ололарын йыйып, тантаналы шарттарҙа асып ебәрәләр. Ҡормаш ауылы хакимиәте башлығы Флорид Ғирфанов та, ошондай ыңғай ынтылыштан дәртләнеп китә. Ауылдан шишмәгә тиклем юл һалдырып, төҙөкләндерергә вәғәҙә бирә: «Ошоға тиклем эшләп ҡуйырға туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҡамасауланы», – ти биләмә башлығы.
– Был ер бит беҙгә рухи көс бирә торған урын. Барыбыҙҙың да бала сағы ошонда үтте. Мал көткәндә лә, уйна­ғанда ла, эсергә, мунсаға һыу ташығанда ла ошо һуҡмаҡтарҙан күпме үттек, – ти Венер, шишмә һыуын тәмләгәндә.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Кушнаренко районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: