+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
6 Июнь 2019, 16:33

Халыҡ кәсептәре – сәхнәлә!

Белорет районы Сосновка ауылы ағинәйҙәре саҡырыуы буйынса «Йөн байрамы»на барып ҡайттыҡ әле!

Милли кейемдәрҙә йырлашып, ауыл урамдарынан бер сәскә тулҡыны булып үткәндән һуң, аҫылбикәләр мәҙәниәт йортона йүнәлде. Ҡул эштәре күргәҙмәләре, үҙҙәре бешергән аш-һыу тулы өҫтәлдәр ҡуйылған фойенан ағинәйҙәр залға уҙҙы. Һәр ауыл йыр-бейеү әҙерләп алып килгән. Йөҙҙәрҙә – шатлыҡлы йылмайыу.
«Бер нисә йыл рәттән Белорет районы мәҙәниәт бүлеге ойошторған «Инйәр хазиналары» конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ. Быйылғы бәйгелә йола байрамы үткәрергә кәрәк булғас, ниңәлер йөн эшен күрһәтергә тигән уй килде. Тиҙ арала сценарийын төҙөнөм дә ағинәйҙәр менән дәррәү әҙерлек эшенә тотондоҡ. Берәү – йөн, икенсеһе – әҙер йомғаҡ, кемдер йөндән бәйләнгән әйберҙәр, быйма, хатта тун да алып килде. Бергәләп эшләгәс, конкурстың Гран-прийын яуланыҡ.
Районыбыҙҙа ағинәйҙәр ойошмаһына яңы етәксе итеп Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфиянованы һайлап ҡуйғас, ул мине яҡын-тирәләге биш ауылға (Сосновка, Рысыҡай, Үткәл, Хөсәйен, Үҙәнбаш) етәксе итеп билдәләне. Ошо биш ауыл ағинәйҙәрен йыйып, «Йөн байрамы» уҙғарырға булдым. Йола ғына күрһәтеп ҡалмаҫҡа ниәтләп, йөнгә бәйле ярыштар ҙа ойошторҙом. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре минең был башланғысты ихлас хупланы. Байрамға районыбыҙҙың тағы Мөхәмәт, Абҙаҡ һәм Нура ауылы ағинәйҙәре ҡунаҡ булып килде.
Бихисап яҙыу-һыҙыу эштәрендә тормош иптәшем Мәүлит Зиннәт улы Кәримов ҙур ярҙам итте.
Ауылыбыҙ ағинәйҙәре бик әүҙем, бер эштән дә баш тартмайҙар. Минең уйҙарымды һәр саҡ дәррәү күтәреп алып, ихлас ярҙамлашалар. Улар шулай булғанға, миңә лә эшләүе еңел.
Ошо сарала ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғафар улы Моратшин, шәхси эшҡыуарҙар Айгиз Динислам улы Мусин һәм Дмитрий Юрьевич Игунин аҡсалата ярҙам күрһәтте», – ти Сосновка ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Земфира Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова.
«Бөтә әйберҙе бөгөнгө көндә һатып алып була, әммә йөн эше менән булышыу – күңел талабы, – ти Сосновка ағинәйҙәре һәм уның файҙаһын һөйләп бирә. – Сайырлы йөндө баш ауыртҡанда, быуындар һыҙла­ғанда бәйләһәң, ауыртыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға, яра ла тиҙ уңала. Эше лә бихисап икән: һарыҡтың йөнөн ҡырҡаһың, сүп-сарҙан таҙартып алғас, өҙгөләмәй генә, күпертеп тетәһең, ҡолғаға бәйләп, иләйһең. Ике орсоҡ иләгәс, ҡатлайһың, сиратаһың, шунан һуң аяҡлайһың. Аяҡлағас, сайырлы йөндө эҫе генә һыуҙа кер һабыны менән бер нисә тапҡыр йыуырға кәрәк, сөнки, сайыры бөтмәһә, ҡыш көнө аяҡ-ҡулды өшөтә икән. Кер һабыны менән йыуған йөн йомшаҡ та була, күпереп тә китә. Көҙгө йөн сайырһыҙ, ҡыҫҡа ла, тиҙ ултыра, шуға ла ул кейеҙ, быйма баҫыу өсөн ҡулланыла. Ә яҙғы йөн бәйләү өсөн яҡшы. Таҙа йөндө яңынан ике кеше тотоп йомғаҡлай. Шунан инде йөн бәйләргә әҙер! Эше күп, ауыр булһа ла, ташлап ҡуймайыҡ был борондан ҡалған кәсепте», – тиеште ағинәйҙәр. Әртистәр, тиерһең! Һәр береһе ролдәрен ихлас, күңел һалып башҡарҙы.
Биш ауыл – Сосновка, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Үткәл, Хөсәйен ағинәйҙәре йөн эштәре буйынса сәмләнеп ярышты: ҡырҡ метр оҙонлоғондағы йомғаҡты тағатып йомғаҡланы, аяҡланы, киренән йомғаҡланы, тиҙлеккә энәгә күҙ йыйҙы, йөн иләне. Баһамандар эштең сифатына ла, тиҙлеккә лә иғтибар итте. Шулай ҙа рысыҡайҙар иң егәрле булып сыҡты! Беренселекте улар берәүгә лә бирмәне. Йыр-бейеү менән күңел асып, милли матбуғатҡа дәррәү яҙылып таралыштылар был матур байрамдан. Ауыл йәне, ауыл ҡото ошо инәйҙәр. Улар булғанда, рух һүнмәҫ. Рух булғанда, телебеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа йәшәр.

Александр Данилов фотолары.

Белорет районы.

Читайте нас: