+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
7 Май 2018, 17:29

Ауылдарҙа шундай ғаиләләр бар...

Ауыл – милләтебеҙ бишеге, тибеҙ. Ысынлап та, ошоғаса милли сәнғәтебеҙҙе данлаған бихисап әртистәребеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙе танытҡан билдәле шағир һәм яҙыусыларыбыҙҙың, фән донъяһында исемдәре танылған ғалимдарыбыҙҙың күпселеге – ауылда тыуып үҫкән шәхестәр. Ә бөгөн нисек йәшәй һуң ауыл?

Ауыл – милләтебеҙ бишеге, тибеҙ. Ысынлап та, ошоғаса милли сәнғәтебеҙҙе данлаған бихисап әртистәребеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙе танытҡан билдәле шағир һәм яҙыусыларыбыҙҙың, фән донъяһында исемдәре танылған ғалимдарыбыҙҙың күпселеге – ауылда тыуып үҫкән шәхестәр. Ә бөгөн нисек йәшәй һуң ауыл? «Ауылдар бөтә, ҡартая» тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә, хәлдәр шулай уҡ ҡурҡынысмы? «Урбанизация» тигән ҡотһоҙ һүҙ борон-борондан ергә ерегеп, иген иккән, мал аҫрап, кәсеп иткән халҡыбыҙ асылын шул хәтлем ҡырҡа үҙгәрттеме икән? Баймаҡ районының Һаҡмар ауылына юлланғаныбыҙҙа ла күңелдә ошондайыраҡ һорауҙар ҡайнашты.


Һаҡмар ауылына (халыҡ телендә – Ҡаҡтуғай) 1931 йылда «Һәүәнәк» совхозының 2-се фермаһы пункты булараҡ нигеҙ һалына. Тәүге йылдарҙа башлыса рус милләтле халыҡ йәшәй. Быны мәктәп янында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та раҫлай: унда күпселек рус фамилиялары теҙелгән. 1941 йылдың яҙында республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү хаҡында партия саҡырыуын ҡабул итеп, Илеш районынан егермеләп ғаилә ошо төбәккә күсеп ултыра. Һуғыштан һуң башҡорт ғаиләләре лә ишәйә. Һуңғы иҫәп алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, бөгөн ауыл халҡының 90 процентын башҡорттар тәшкил итә. Бына шундай үҙенсәлекле ауыл ул Һаҡмар-Ҡаҡтуғай. Ҡасандыр йәйрәп ятҡан ерҙәрҙе биләгән, гөрләп эшләгән «Һәүәнәк» совхозы тарҡалғас, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә, башҡаларҙан ҡалмай донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тырыша.


Алыҫ юлдан һуң семәрле генә ҡапҡалы күркәм йорт алдына килеп туҡтаныҡ, хужалар – Рәсимә һәм Зәбир Иҫәнбаевтар ихлас йылмайып ҡаршы алды. Мул итеп әҙерләнгән төшкө аш артында ауылдың бөгөнгөһө, халыҡтың тын алышы тураһында йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. «Шөкөр, тырышҡандар матур йәшәй, барыһы ла кешенең үҙенән тора», – ти бөтә ғүмерен иҫәп-хисап эшенә арнаған хаҡлы ялдағы бухгалтер Рәсимә Мөхәмәтйән ҡыҙы.


Ауылда малсылыҡ, йәшелсәселек менән шөғөлләнеүсе бөтмөр ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе – йәш кенә Сәфәрғәлиндар. Илфат та, Гөлфиә лә яңы 30-ға аяҡ баҫҡан. «Барыһы ла 2010 йылда 33 баш быҙау һатып алыуҙан башланды», – тип көлөп хәтерләй улар крәҫтиән-фермер хужалығы асҡан мәлдәрен. Әлбиттә, эште яйға һалыу, аяҡҡа баҫыу бер ҙә еңел булмай. Сибай институтының физик тәрбиә бүлеген тамамлаған Илфат менән юғары белемле технолог Гөлфиә ауылда төпләнергә ҡарар итә, әммә һөнәрҙәре буйынса эш кенә булмай. Бына шул саҡта ғаилә башлығы малсылыҡ тармағына тотонорға теләүен белдерә. Был тәҡдимде кәләше лә, ата-әсәһе лә, ҡайны-ҡәйнәһе лә хуплай һәм бөгөн дә улар – фермер Илфат Сәфәрғәлиндың иң ҙур ярҙамсылары. Элекке буш торған ферманы һатып алып, һөт етештереүҙе яйға һалалар. Әле Сәфәрғәлиндарҙың 60 баш һауын һыйыры, 40 баш йылҡыһы, тағы ла тана-торпо, быҙауҙары бар. Мал булғас, уға аҙыҡ та кәрәк – сәсеү эштәре, мал аҙығы әҙерләү өсөн етерлек техника ла туплаған йүнсел ғаилә. «Ике яҡтан да атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итә, хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа уларҙың өлөшө хәтһеҙ, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Хөкүмәт бүлгән 1 миллион 600 мең һумлыҡ грант та иш янына ҡуш булды. Баймаҡ мәғлүмәт-консультация үҙәге беҙҙең кеүек үҙ эшен асыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, уларҙың да ярҙамы ҙур», – тип хәл-әхүәлдәре менән таныштырып үтте йәштәр. Хыялдары яҡты, матур Гөлфиә менән Илфаттың: ауылды үҫтереү программаһы буйынса ҙур итеп йорт һалырға йыйыналар, эшселәре өсөн ашхана асырға уйлайҙар. Тормош йәме, йәшәү мәғәнәһе булып балалары үҫеп килә: ун бер йәшлек Илнур менән ете йәшлек Батыр ҡул араһына инергә лә эшкингән, ҡурсаҡ кеүек кенә көләкәс Айгүзәлгә әлегә бер генә йәш. Бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы йәштәрҙең тыуып үҫкән ерендә үҙҙәрен табыуы, ауылдаштарын эшле лә, ашлы ла итеп йәшәүе, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмауы ысын мәғәнәһендә һоҡландырҙы. Илфат Шәфҡәт улы ауыл Советы депутаты булараҡ та маҡтауға лайыҡ эштәр алып бара.

Күп балалы Мәһәҙиевтар ҙа – ауылдың өлгөлө, татыу ғаиләләренең береһе. Ҡасандыр Һаҡмарға ваҡытлыса ғына тип эшкә килгән шаян китапханасы Ғәлиәне тыйнаҡ холоҡло, тәүәккәл Айрат тәү күреүҙән оҡшата һәм 18 йәшлек һылыуға оҙаҡ уйларға ла ваҡыт бирмәй, тәҡдим яһай. Мөхәббәтле ғаиләлә биш бала үҫә. Ғәлимә үҙ ояһын ҡорған, иптәше Айсар менән Айсилә исемле матур ҡыҙ үҫтерә. Эльвина тәрбиәсе һөнәрен һайлаған, Сибайҙа балалар баҡсаһында эшләй. Азат педагогия колледжын тамамлаған, ситтән тороп юридик факультетта уҡый, әле тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй. Зәлиә менән Азамат – мәктәп уҡыусылары. Бынан ике йыл элек Мәһәҙиевтарҙың ишле ғаиләһе яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған ике яралы йәнде – ағалы-ҡустылы Алмас менән Айҙарҙы үҙ ҡосағына һыйындыра. «Был етди аҙымды яһауға китапханала Айгиз Баймөхәмәтов менән үҙем ойошторған осрашыу сәбәпсе булды. Шунда Айгиз: «Балалар йортондағы һәр сабый ғаиләлә йәшәү, атай-әсәйле булыу тураһында хыяллана, күңелдә гел генә, мине берәйһе үҙенә алмаҫмы икән, тигән уй йөрөй», – тип һөйләгәйне. Ошо һүҙҙәр ныҡ тетрәндерҙе, оҙаҡ уйландым. Ҡошсоҡтарымдың өсәүһе ҙурайып, тыуған ояһынан сығып китте, етмәһә, мәктәптә балалар һаны кәмей. Иптәшем менән кәңәш төйнәнек тә ғариза яҙып һалдыҡ. Шулай итеп, беҙ тағы ике уллы булдыҡ», – тип һөйләй ҡыйыу ҙа, мәрхәмәтле лә аҙымдары хаҡында Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы.


Атай-әсәй наҙын татымаған, хатта яртышар йыллап урамда йәшәргә мәжбүр булған Алмас менән Айҙарҙы ғаилә тәрбиәһенә өйрәтеү еңелдән булмай. Етмәһә, малайҙарҙы бығаса ике ғаилә алып, кире балалар йортона тапшырған. Уларҙың йөрәк яраларын уңалтыу, ҡатҡан күңелдәрен иретеү өсөн һөйөү ҙә, наҙ ҙа йәлләмәй Мәһәҙиевтар. «Башта арҡаларынан һөйһәк тә, сәйерһенеп, ситкә тайшаныр инеләр. Ә хәҙер эштән ҡайтып инеү менән ҡосаҡлап ҡаршылайҙар, иркәләнеп туя алмайҙар, «әсәй-атай» тип өҙөлөп торалар», – ти Ғәлиә.


Мәһәҙиевтар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, халыҡтан мал йыйып, ит һатып кәсеп итә. Ҡошсолоҡ фермалары тәҡдим иткән махсус программаларҙа ҡатнашып, икешәр-өсәр йөҙ баш ҡаҙ бәпкәһе, тауыҡ себеше үҫтереп һатабыҙ, ҡайһы бер йылдары биш йөҙгә еткергәнебеҙ бар, ти йүнсел хужалар. Күп балалы ғаиләләргә тәғәйен торлаҡ сертификатын юллап, балаларҙың киләсәге өсөн тип, Баймаҡтан – шәхси йорт, Сибайҙан фатир һатып алғандар.


Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы, китапхана эшен алып барыу менән бер рәттән, әүҙем йәмәғәтсе, оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән, әле «Ағинәйҙәр» клубы эшендә ҡайнай. Ерҙәштәренең тормошо йәмле, мәғәнәле булһын тип төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Китапхана янында «Әхирәттәр» клубы, бәләкәй генә музей ойоштороп ебәргән, ауыл тарихына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу менән шөғөлләнә.

Бына шундай дан ғаиләләр менән таныштыҡ сәфәребеҙ барышында. Уларҙың яҡты уй-хыялдары, аныҡ маҡсаттары, матур эштәре, гөрләп торған донъялары ауылдарыбыҙ киләсәгенә ышанысты нығытып, күңелде үҫтереп ебәргәндәй булды.

Баймаҡ районы.

Читайте нас: