-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
20 Апрель 2018, 12:34

Рухлы ла, талантлы ла үҙҙәре

Сираттағы сәфәребеҙ беҙҙе йәмле Дим буйҙарына – икһеҙ-сикһеҙ сөгөлдөр, көнбағыш баҫыуҙары, аҫалы балаҫтары, эшһөйәр халҡы, билдәле шифаханалары менән дан тотҡан Әлшәй районына илтте.

Сираттағы сәфәребеҙ беҙҙе йәмле Дим буйҙарына – икһеҙ-сикһеҙ сөгөлдөр, көнбағыш баҫыуҙары, аҫалы балаҫтары, эшһөйәр халҡы, билдәле шифаханалары менән дан тотҡан Әлшәй районына илтте.


«Республикабыҙҙың һәр төбәге үҙенсә ҡабатланмаҫ. Беҙҙең өсөн дә кендек ҡаныбыҙ тамған, йәнебеҙ ереккән еребеҙ – иң матуры, иң яҡшыһы. Башҡа ра­йондар менән сағыштырып ҡарағанда, Әлшәйҙең үҙенсәлеге нимәлә, тиһәгеҙ, әйтеп үтәйем: ул – үҙ биләмәһенә өс тимер юл стан­цияһын, ике шифахананы берләштергән берҙән-бер район. Беҙҙә заманында батша Николай II-нең һәм Владимир Лениндың булып китеүе лә – тарихи йылъяҙмабыҙҙың үҙенсәлекле биттәре. Дим буйҙарын төйәк иткән 104 тораҡ пункттың 17-һе саф башҡорт ауылы һанала. Ерҙәштәремдең тырышып донъя көтөүе, иртәгәһе көнгә ышаныс менән бағыуы эшебеҙгә дәрт-дарман өҫтәй, халыҡ, тыуған төйәк мәнфәғәтенә башҡарған хеҙмәтебеҙгә оло баһа булып тора», – тип ил-йорт хәлдәре менән таныштырып үтте Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Закуан Зөфәр улы Әхмәтов.


Бында йәмле Дим буйҙарын борон-борондан төйәк иткән меңле башҡорттары менән бер рәттән бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙары вәкилдәренән торған ауылдар ҙа бар. Әлшәйҙәрҙең тарихи асылға ҙур әһәмиәт биреүе, ата-бабалар рухына тоғролоғо һоҡландырҙы. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Тимерхан улы Солтанғолов менән һөйләшеү барышында ла шуға инандыҡ. Бынан бер нисә быуат элек хәҙерге Баймаҡ районынан күсеп килеп, Дим буйҙарын төйәк иткән ҡанбабалары, нәҫел шәжәрәһен тергеҙеүҙәре, үҙҙәренең бөрйән ырыуы вәкилдәре булыуы хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне ул. Әлбиттә, һүҙ мәктәптәр яҙмышы, киләсәк быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә лә ҡағылды. «Бөгөн районда 24 белем усағы эшләй. Замандың ҡырыҫ шарттары үҙ ҡағиҙәләрен ҡуйыуға ҡарамаҫтан, филиал йә башланғыс итеп ҡалдырып булһа ла, бәләкәй ауылдарҙа ла мәктәптәрҙе япмаҫҡа тырышабыҙ», – ти етәксе.


Уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү, милли рух, тарихи үткәндәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында әленән-әле матур саралар ойошторолоп тора. Сурай төп дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрелгән райондың «Ҡаурый ҡәләм» ижади берекмәһенең ултырышы ла ихлас аралашыуға ҡоролдо. Сурай, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ҡармыш, Раевка мәктәптәренән йыйылған ҡәләм тибрәтеүсе йәш көстәргә берекмә етәксеһе Раушания Мәжит ҡыҙы Усманова оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ошо ауылда тыуып үҫкән, мәктәбендә белем алған эшҡыуар Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова һәләтле балалар менән осрашыуға ижад серҙәре менән уртаҡлашыу өсөн Өфө ҡунаҡтарын, билдәле шағирәләр – Тамара Искәндәриә һәм Гөлназ Ҡотоеваны ла алып ҡайтҡан. Тормош иптәше Ҡадурий менән ауыл халҡы өсөн «Ағинәй» мәсете төҙөткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары хөрмәтенә обелиск ҡуйҙырған, мәктәпте лә, Аллаһ йортон да ишек, тәҙрә генә түгел, компьютер, ҡурайға хәтлем хәстәрләп үҙ ярҙамынан бер ҡасан да ташламаған хөрмәтле апайҙарын бында һәр ваҡыт һөйөнөп ҡаршылайҙар. Уҡыусыларҙың ижади ҡомар, сәм менән шиғыр уҡыуҙары, дәртле баҫып бейеүҙәре, рух күтәрерлек йырҙары осрашыуҙы онотолмаҫлыҡ итеп хәтергә уйҙы. Район мәғариф бүлегенән килгән туған телдәр буйынса методист Рәмзиә Ғосман ҡыҙы Яҡупова әйтеүенсә, «Ҡаурый ҡәләм» талантлы балаларҙы аса, уның етәксеһе Раушания Мәжит ҡыҙы уларҙы тоя, асҡыс таба белә.


Сурай төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева татыу уҡытыусылар коллективы туплаған. Уҡыусылар һаны илленән артмаһа ла, улар тирә-яҡ ауылдарҙан мәктәп йәшендәге балаларҙы йыйып алып килеп, үҙҙәрендә йәшәтеп уҡыталар икән. Был үҙе бер ҡаһарманлыҡҡа тиң! «Үҙ балаңа ҡушҡан һымаҡ итеп, эшкә егеп булмай, әммә үҙеңдеке итеп ҡарайһың инде», – тип кемдеке ҡайҙа уҡырға инеүен ҙур ихласлыҡ менән һөйләй улар.


Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Раевка башҡорт лицейында данлыҡлы сәсәндең бай ижадын һәм тормош юлын өйрәнеүгә арнап «Буранғолов көндәре» уҙғарыу ҙа матур йолаға әйләнгән. Быйыл ул район-ара кимәлгә сығып, Әлшәйҙән тыш, Дәүләкән, Миәкә райондарынан халыҡ ижадына, әҙәбиәткә, ғөмүмән, туған телебеҙ яҙмышына битараф булмағандарҙы йыйҙы. Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Ырымбурҙан абруйлы ҡунаҡтар, Мөхәмәтша сәсәндең вариҫтары килгән ине. Сарала яңғыраған сығыштарҙы тыңлап, халыҡ сәсәненең драмаларынан сәхнәләштерелгән өҙөктәрҙе ҡарап, ниндәй ҡатмарлы йылдарҙа ла мәғрифәтселек таратыуҙы, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен йыйыуҙы, уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙы мөҡәддәс бурысы итеп һанаған Буранғоловтың данлы эштәренең дауамлы булыуына инандыҡ.


Раевка башҡорт лицейы директоры Алик Тимерғәзим улы Вәлиәхмәтов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, төплө белем биреү менән бер рәттән милли йүнәлешле мәғариф усағының матур традицияларын дауам итеүҙе лә маҡсат итеп алған. Беҙҙе туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Был йәһәттән дә эштәре маҡтауға лайыҡ: уҡытыусылар ҙа, дәрестәр һаны ла ҡыҫҡартылмаған. Лицейҙың һигеҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла – үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр. Айгөл Рәис ҡыҙы Вәлиева, Зөлфиә Зөфәр ҡыҙы Шә­үәлиева, Фәнүрә Хәмит ҡыҙы Ғәли­мова, Рүзилә Зиннур ҡыҙы Ҡотлогилдина, Зәриә Салауат ҡыҙы Ғәзимуллина, Миләүшә Хәлил ҡыҙы Муллағәлина, Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы Кирәева, Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Сайрановалар тел һәм әҙәбиәт серҙәрен төшөндөрөп кенә ҡалмай, балаларҙың һәләтен үҫтереү, уларҙа милли үҙаң тәрбиәләү йәһәтенән дә талымһыҙ хеҙмәт итә. Зөфәр Йәғәфәр улы Ғәлиев уҡыусыларҙа данлы тарихыбыҙға, бай мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уята.


Ғөмүмән, Әлшәй районы мәктәптәрендә милли йүнәлештәге тәрбиәгә, балаларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ҡыҙҙарға Дим буйының аҫыл үҙенсәлеге булған аҫалы балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәтеүсе түңәрәктәр эшләүен белеп ҡыуандыҡ. Мәҫәлән, Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡытыусыһы Миңзилә Зөфәр ҡыҙы Муллағолова 1993 йылдан ошо йүнәлештәге түңәрәкте етәкләй. Балалар үҙҙәре һуҡҡан балаҫтар менән республика ярыштарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.

Сәфәребеҙ барышында Дим буйҙарын төйәк иткән халыҡтың талантлы, уңған, берҙәм булыуына, ата-бабалар рухына, милли асылға тоғролоҡ һаҡлап йәшәүенә һоҡланыуыбыҙ артты ғына.

Әлшәй районы.

Читайте нас: