Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамлағас, Зилә апай, күп уйлап тормай, әхирәте менән етәкләшеп, документтарын сәнғәт институтына тапшыра. Үрҙә телгә алынған артыҡ күп уйламауы ла үҙенә күрә йәшерен сере булдымы икән, әллә баяғы өләсәй тәрбиәһе – үҙ көсөңә ышаныу, үҙ-үҙеңде яҡшы белеп, бер кемде мәшәҡәтләмәй, хыялыңа табан барыумы?! Белореттың ҡара урманын йырып, театрҙың ауылдарға тамаша ҡуйырға ла килеп етә алмаған осоро. Ауыл ерендә телевизор ҡарап, ваҡыт әрәм итеп ултырыу ҙа – һирәк күренеш. Зилә апай хәтерләүенсә, өй эштәре менән булышҡанда, һәр ваҡыт радиоалғыстан спектакль тыңлар булалар. Тыңлау ғына түгел, төҫ-йөҙҙәрен белмәһә лә, артистарҙың тауыштарынан һәр кемеһен танып үҫә ҡыҙ.
«Почтала ҡайһы саҡ открыткаларҙа, календарҙарҙа артистар һүрәте һатыуға сыҡһа, шуларҙы алып, ул мәлдәрҙәге күптәр кеүек, ошо фоторәсемдәрҙе йыйып, әхирәттәр менән алмаштырыша торғайныҡ. Һуңынан, Өфөлә мәктәптә уҡый башлағас, класыбыҙҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына алып барҙылар. Шунда сәхнә артына ла экскурсия үткәрҙеләр. Биҙәнеү бүлмәләренә инеп, тере артистар менән күрешеү, аралашыу минең күңелемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы», – ти яғымлы ханым. Ошоларҙың барыһын да бөгөн илле биш йәшлек юбилейын ҡаршылаған актриса кино таҫмаларын ҡабатлап ҡарағандай хәтере аша үткәрә.
1991 йылда сәнғәт институтын тамамлаған өмөтлө йәш актриса кейәүгә сыға. Әммә Зилә Һаҙый ҡыҙын юллама буйынса Сибай театрына ебәрәләр, ә тормош иптәше Алмаз Сәйетовты баш ҡалала ҡалдыралар. Юнир Ғәйнуллин, Марс Итбаев һәм Зилә Сәйетова Сибай театрында ижад юлын башлай. Таусылар ҡалаһы йәш актерҙарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Тик ел-дауылды белмәй, Белорет урмандарына йәшеренеп, ҡурсаланып ҡына үҫкән һылыу Урал аръяғының тәбиғәтенә хас туҡтамаҫ елдәрҙе өнәмәй. Ул ел-дауыл берәй ваҡыт осороп алып китмәҫ тимә, иҫә лә иҫә бит! Был тәбиғәт күренешенә Зилә апай күнергә тырышһа ла, күңеле Өфөгә тартыла. Барыһын ташлап, Сибай театры коллективына эҫенеп, өйрәнеп китмәҫ борон уҡ баш ҡалаға кире ҡайта ул. Бер аҙҙан йәш ғаиләгә ҡыуаныс өҫтәп, сабыйҙары тыуа.
1994 йылда Зилә Һаҙый ҡыҙы Милли йәштәр театрына эшкә килә. «Беҙ театрҙы һайламайбыҙ, беҙҙе сәхнә үҙе ҡабул итә», – ти актриса. Уны тап ошо театр сәхнәһе үҙ итә. Тәү башта режиссерҙың ҡалыныраҡ тауыш менән әйтелгән иҫкәрмәләренә ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында күҙ йәштәрен түкһә лә, тора-бара сәхнәлә тыуҙырған образдары аша ҡаушамаҫҡа өйрәнә, талантын нигеҙләй, үҙенең егәрлелеген күрһәтә. Был һөнәрҙә шулайтмай ҙа булмай, сөнки һәр роль үҙ холҡо, үҙ кисерештәре менән тамашасы күңеленә үтергә, уны яуларға тейеш. Әгәр ошо дәрәжәгә етә алмаһаң, роль ятлау ғына уңыш килтермәй. Оҫталыҡ серҙәре тураһында актриса онотолоп, оҙаҡ итеп һөйләргә лә риза.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.әҡәләнең тулы вариантын "Башҡортостан ҡыҙы" журналының 9-сы һанында уҡып була (2025)