Етмәһә, шаян телле Вәхит Хызыров өлкән йәштәге (87 йәшлек) әсәһен шаяртып та ала. Уларҙың үҙ-ара мәрәкәләшеп алыуын тыңлауы үҙе бер кинәнес.
Өлкән кешеләр бик иртә тороусан, тынғы белмәй, күп итеп еләк-емеш, йәшелсә үҫтереүсән була бит ул. Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман да баҡса ҡарай, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырай. Шуларҙы тәрбиәләп, хәрәкәттә-бәрәкәт тип, бер туҡтауһыҙ йөрөп торалар, эшләйҙәр, тик ултырмайҙар.
Яратҡан йырсыбыҙҙың әсәһе лә шулай икән. Үҙе тилбер, үҙе етеҙ, үҙе тиктормаҫ. “Балаларҙың шатлығын күреү – үҙе ҙур бәхет. Балалар яҡшы йәшәһә – миңә лә күңелле, мин дә бәхетле”, - ти ул.
Беҙ уларға күңелле йәйге ялдар теләйбеҙ!