-8 °С
Болотло
Санкт-Петербургтағы концерттан төркөм Ҡазанға юлланған.
Музыканттар осасаҡ рейсты 5 сәғәткә тотҡарлайҙар, улар хатта йоҡлап та өлгөрә алмай.
“Беҙ, бәлки, өлгөрмәйәсәкбеҙ, тип ныҡ борсолдоҡ. Әммә барыһы ла килеп сыҡты һәм беҙ Леонид Агутиндың Ҙур концерты алдынан «Аҡ Барс Арена» ла сығыш яһаныҡ” – тип яҙалар улар “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә..
Ҡазанда 30 мең тамашасы беҙҙең башҡорт артистарын иҫ киткес йылы ҡаршылай, алҡыштары менән дәртләндерә, уларға көс һәм энергия бирә.