-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
24 Июнь 2025, 23:12

Йырсы кейәүгә сыҡҡан.

Анжелика Өфөлә 1992 йылда донъяға килгән. Үҫмер сағынан уҡ ул мода днъяһы менән ҡыҙыҡһына башлай. Бигерәк тә Синди Кроуфордтың тормошо уны ҡыҙыҡһындыра.

Йырсы кейәүгә сыҡҡан.
Йырсы кейәүгә сыҡҡан.

Анжелика Якусеваны күптәр иҫләйҙер. Башҡорт ҡыҙы Анжелика Якусева һуңғы йылдарҙа сит илдә йәшәй һәм ижад итә. Ошо көндәрҙә Италияның Комо күле буйында яҡташыбыҙҙың туйы үткән. 

Ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Лондондың Sotheby’s institute of art вузын тамамлаған. 15 йәшенән үк йырлай башлай. Уның Элвин Грей менән йырлағаны билдәле. Шул уҡ йылдарҙа ул үҙен матурлыҡ конкурстарында һынай башлай.   "Һылыуҡай", «Краса России-2015», «Top-model of the world» конкурстарында ҡатнаша. «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашыу иһә Анжеликаға айырыуса ҙур популярлыҡ килтерә.

Һуңғы йылдарҙа ул "Таланттар визаһы" менән Майами ҡалаһында йәшәй, яңы йырҙар яҙҙыра, картиналар төшөрә, модель булып эшләй.

Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.

Йырсы кейәүгә сыҡҡан.
Йырсы кейәүгә сыҡҡан.
Йырсы кейәүгә сыҡҡан.
Автор:
Читайте нас