Һайлап алыуҙың төп критерийҙары: йәш (30 йәштән өлкән түгел), Рәсәйҙә һәм донъяла профессиональ ҡаҙаныштар һәм конкурентлыҡ һәләте.
Адель үҙенең ижади юлын 2010 йылда Атаһы Руслан Шәйхетдинов менән Musume проектында дуэтта башлай. Төркөм ике альбом сығара һәм телевидениела бер нисә шоуҙа ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта уның үҙенсәлекле башҡарыу стиле — традицион башҡорт мотивтары һәм электрон музыканың берләшеүе барлыҡҡа килә. 2024 йылда Ринат Рамазанов менән берләшеп, Шәйхетдиновтар “Ay Yola” төркөмөнә нигеҙ һала. Төркөм «Урал батыр» башҡорт эпосы менән рухландырылған этно-поп жанрында музыка башҡара.
2025 йылдың 14 мартында сығарылған “Homay” йыры шунда уҡ хит була. Уның өҙөгө социаль селтәрҙәрҙә, айырыуса төрки телле халыҡтар араһында тиҙ тарала. Уны TikTok, YouTube Shorts һәм Reels-та ҡыҫҡа видеолар төшөрөү өсөн киң ҡуллана башлайҙар һәм үзбәк, татар, төрөк, рус, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә итәләр. Бер аҙна эсендә “Homay” йыры миллиондан ашыу тапҡыр тыңлана һәм Рәсәйҙә топ-10-ға, Үзбәкстанда һәм Әзербайжанда топ-5-кә инә, Шулай уҡ Ҡаҙағстанда беренсе урынды биләй. Март аҙағында трек Shazam донъя чартында “Иң популяр биш йыр” иҫәбенә инә, Леди Гаганың Abracadabra композицияһын уҙып китә.
Һайлап алыуҙың төп критерийҙары: йәш (30 йәштән өлкән түгел), Рәсәйҙә һәм донъяла профессиональ ҡаҙаныштар һәм конкурентлыҡ һәләте.
Фото: "АY Yola" төркөмөнән.