-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!

«Алтын Битлек» Рәсәй Милли театр Премияһы һәм Фестиваль-конкурсының 2023–2024 йй. миҙгеле буйынса премияға дәғүә итеүселәр исемлеге билдәле булды.

«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!
«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!

«Бөйрәкәй» спектакле- «Алтын Битлек» Рәсәй Милли театр Премияһы һәм Фестиваль-конкурсының 2023–2024 йй. миҙгеле буйынса төп номинацияларҙа билдәләнмәгән, әммә эксперттарҙың иғтибарын йәлеп иткән спектаклдәрҙең «Драма һәм ҡурсаҡ театрҙары» йүнәлеше исемлегенә (Лонг-лист) ингән сәхнә әҫәре ул. Башҡорт театрының төп үҙенсәлеге шунда: ул хис-тойғоно күрһәтә алыуы менән башҡа театрҙарҙан айырылып тора. Ысынлап, Башҡорт академия драма театрының спектаклдәрен ҡараһаң, улар кешенең уй-хистәрен урғылтып сығара. Тамашасы артистар менән бергә илай, бергә көлә. Сәхнәлә яһалмалылыҡҡа урын юҡ. Бөтә нәмә тәбиғи, бөтә нәмә ихлас. Шуның өсөн Башакадемдрамтеатрҙың һәр премьераһы аншлаг менән үтә. Был беҙҙең милли театрыбыҙҙың көсөн күрһәтеп тора. Афарин, Башдрамтеатр!

«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!
«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!
«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!
«БӨЙРӘКӘЙ» – РӘСӘЙ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ ИҢ САҒЫУ СӘХНӘ ӘҪӘРҘӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ!
Автор:
Читайте нас