– Әлбиттә, күҙ алдына ғына килтерегеҙ әле, төн... Ҡап-ҡараңғы төн. Нисәмә йылдар мин уларҙы керпек ҡаҡмай үткәрҙем. Нисек көл хәленән гөлгә әйләнергә? Нисек тормош ҡуйған һынауҙарҙы еңергә? Дөрөҫ юлдан бараммы? Ошо һорауҙар минең мейемде туҡтауһыҙ сүкене лә сүкене. Ләкин башҡаса былай йәшәү мөмкин түгеллеген яраланған кейек хәлендә ҡалған йәнем бик яҡшы аңлай ине. Илай-илай, әрней-әрней, өҙгөләнә-бәргеләнә яҙмышыма ҡаршы йөҙҙөм. Моғайын да, Күктәр ҡөҙрәте ташламаҫ, тигән ныҡлы ышаныс яҡты киләсәгемә әйҙәне... Ә бит мин үлсәмдәргә һыймаҫ оло һөйөү менән, ете йыл дуҫлашып йөрөгән кешемә яратып кейәүгә сыҡҡайным. Рафаэль Сафиндың «Мин йәшәйем икән был донъяла, йәшәйем тик һөйөү хаҡына» тигән шиғри юлдары ғүмер маяғым ине. Бына беҙ һөйгәнем менән алты улға ғүмер биреп, түңәрәк өҫтәл артында табын ҡорғанбыҙ – ошо ине минең хыялымдағы бәхет картинам. Ә сәхнә түгел. Тик тормош ысынбарлығы бөтөнләй икенселәй булып сыҡты...
Саф хистәрҙән яралған һөйөү емеше булараҡ әсәйем менән атайымдың мәңгелек мөхәббәте, бер-береһенә булған юғары мөнәсәбәте минең өсөн илаһи күренеш, матур үрнәк ине. Әсәйем клубта эшләй, беҙҙән кеше өҙөлмәй, йәйҙәрен агитбригадалар менән Өфөгә, Куйбышев, Ульяновскиға гастролдәргә сығып китә. Бейеүсе әсәйемде Фәйзи Ғәскәров та бик яҡын күргән була. Ә атайым, Бөрйәндең ябай башҡорт ире, шундай күркәм холоҡло, әсәйемде ҡурсалап, хөрмәтләп кенә тора, эше алға барһын өсөн тырыша. Ун өс йыл ғына йәшәп ҡалды улар бергә, атайым киткәндә миңә – 12, иң бәләкәйебеҙ имсәк бала ғына ине. Беҙҙеке кеүек барлыҡ ғаиләләр ҙә шулай бәхетле йәшәй икән, тип инанып үҫкән хиссиәтле булмышыма үҙемдең тормош карабым селпәрәмә килгәс, ниндәй драма, трагедия кисергәнемде күҙ алдына килтерегеҙ инде...
– Сәнғәт өсөн ниндәй ҡорбандар бирҙегеҙ?
– Ижад, сәхнә, ысынлап та, ҙур ҡорбан талап итә. Минең осраҡта уның хаҡын ғаиләм менән түләнем. Ләкин үҙ теләгем менән түгел: оҙайлы йылдарға һуҙылған бөтмәҫ-төкәнмәҫ кәмһетеү-рәнйетелеүҙәр, урамға ҡыуып сығарыуҙар, бәләкәс кенә улдарымды миңә ҡаршы ҡуйыуҙары, эштән ҡайтыуыма ишеккә эленгән яңы йоҙаҡ – былар барыһы ла мине хәтәр аҙымға – үткәндәргә юл ябыуға мәжбүр итте... Балаларым хаҡына тип мин күпте үткәрҙем, хатта әсәйем дә: «Әлфиә, балаҡайым, нисек түҙәһең?» – тиер ине. Йәнемде бүлеп бирер, мең ғазаплы тулғаҡ менән тапҡан ҡәҙерле балаларымдың да йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаған һүҙҙәре (аталары өйрәткән) сабырлығымдың һуңғы тамсыһы булды... Тормош мәғәнәһе булған яратыу юҡҡа сыҡты, алһыу күҙлектәр сиселде. Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай бит ул: бар йәне-тәне менән өҙөлөп ярата ла, һөйөүен ергә һалып тапайҙар икән, тораташтай ҡата. Һуңынан күпме генә теҙләнһәң дә, һөйөүен кире ҡайтарып булмай...
Айзилә Мортаева әңгәмәләште.