-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
4 Апрель 2025, 12:00

Башҡорт төркөмө «AY YOLA»-ның популярлыҡ сере нимәлә?

Башҡорт төркөмө «AY YOLA»    үҙенең популярлығы менән билдәле “Я русский” һәм “Матушка земля” йырҙарын, халыҡ-ара “Shazam” платформаһында Леди Гаганың “Abrakadabra” хитын үтеп китеп, етенсе урынды биләгән.

Башҡорт төркөмө «AY YOLA»-ның популярлыҡ сере нимәлә?
Башҡорт төркөмө «AY YOLA»-ның популярлыҡ сере нимәлә?

Төркөмдө Үзбәкстан, Төркмәнстан, Әзербайжанда яраталар. Иң күп фанаттары - Ҡаҙағстанда. Шулай уҡ уны Европала, Төркиәлә, АҠШ-та, Мексикала тыңлайҙар.

Был күренеш төркөмдөң халыҡ ижады ынйыһы, рухи хазинабыҙ – “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт итеүҙәндер. “Урал батыр” эпосында мәңгелек темалар, яҡшылыҡ, изгелек төп урынды алып тора. Был яҡтары төркөмгә рухи көс, этәргес биреп тора. Нисек кенә булмаһын, изгелек, халыҡсанлыҡ һәр ваҡыт еңә, сөнки көс һәр ваҡыт халыҡ яғында. Шуның өсөн төркөм тап халыҡ ижады йүнәлешен алып отҡан. Улар “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп ижад итеүен дауам итә.

Әйтергә кәрәк, төркөм башҡорт телен халыҡ-ара кимәлдә популярлаштырыу өсөн ҙур эш башҡарған. Сит илдәрҙә башҡорт теленең ни тиклем матур, һығылмалы тел булыуын билдәләйҙәр, шулай уҡ башҡорт кейеменең иҫ киткес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алалар.

 

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас