-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Нәсимә менән Азамат Тимеровтарҙың ейәне тыуҙы!

Яратҡан йырсыларыбыҙ – Нәсимә менән Азамат Тимеровтарҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ: уларҙың ейәне тыуҙы. «Бәпес тыуаһы көндө йөрәкһеп көттөк, таңғы намаҙға баҫып, киленкәйемә еңеллек теләп, доғалар ҡылдым. Намаҙ уҡып бөтөп ун минут үткәс, Уралыбыҙ шылтыратты. Собханалла, Машалла, ейәнебеҙ Ҡорбан байрамында, йома көнөндә таңғы сәғәт алтыла Өфө ҡалаһының 6-сы балалар табыу йортонда тыуҙы, бәхетле, иманлы бала булыр, Алла бирһә!

Нәсимә менән Азамат Тимеровтарҙың ейәне тыуҙы!
Нәсимә менән Азамат Тимеровтарҙың ейәне тыуҙы!

Тимеровтар яҡлап исем-шәрифте дауам итеүсе тәүге ейәнебеҙ ҙә ул! Улыбыҙға, бер ҡайҙа ла бәпес тыуғанын хәбәр итмә, тиһәк тә, үҙ сәхифәһенә матур яҙма һалған икән, төрлө ерҙән ҡотлауҙар, смс-хәбәрҙәр, шылтыратыуҙар яуа башланы, шундайын ҙур шатлыҡты бөтә донъя менән бүлешәһе килгәндер инде балаҡайымдың! – ти, һөйө­нөстәре менән уртаҡлашып, бәхетле өләсәй, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова. Тимеровтарҙың баш балаһы Урал менән күп балалы ғаиләлә иң кесеһе – һиге­ҙенсе бала булған Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы ҡыҙы Земфира Фәрит ҡыҙының өйләнеш­кәндәренә – дүрт йыл. Журналыбыҙ биттәрен биҙәгән Земфира Байдәүләтова – «Һылыуҡай-2017» конкурсы еңеүсеһе, Тыва Республи­каһында үткән халыҡ-ара гүзәллек бәйге­һендә «Азия һылыуҡайы – 2017» титулын яулаусы. Йәш ата-әсәне ысын күңелдән иң бәхетле миҙгелдәре менән ҡот­лайбыҙ! Төклө аяҡтарың менән ырыҫлы булып кил, бәпес!

Әйткәндәй, йырсы Рәүеф Иҫәнсурин да атай булыу шат­лығын кисерҙе. Уға кәләше Асия шулай уҡ ул бүләк итте. Ә төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы виртуоз музыкант Зәйнетдин иһә атай булырға йыйына ғына әле. Ул был һөйөнөслө хәбәре менән социаль селтәрҙәрҙә бүлешеп, видео һалған.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: