-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәй ҡыҙҙары йәш туйлай

Ижад күгендә яҡты йондоҙҙай балҡыған әҙибәләребеҙ Тамара Искәндәриә менән Зәйтүнә Шәрипова үҙҙәренең аҫыл йәшен туйланы. Тик кем бирһен уларға үҙ йәштәрен?! Хатта таҡмаҡта ла: «Алтмыш биштә, етмеш биштә ҡыҙҙарҙың шәп саҡтары», – тип йырлана. Халыҡ белмәй әйтмәй ул!

Йәй ҡыҙҙары йәш туйлай
Йәй ҡыҙҙары йәш туйлай

Мәңге йәш, мәңге нәзәкәтле ханымдарҙан ғүмер байрамдарын нисек билдәләүҙәре, әлеге ваҡытта нимәләр менән мәшғүл булыуҙары һәм матурлыҡ серҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
«Юбилей икән тип уйламай ҙа инем әле, кешеләр иҫкә төшөрмәһә. Йәшем арта барыуҙан шулай үҙемсә ҡасҡан буламмы икән? Туғандарым саҡырып алды, тыуған көнөңдө бергә үткәрәйек, тип. Ишембай телевиде­ниеһы журналисы Хәнә Мәҡсүтова ла ҡайтыуымды үтенде, «Ни хәлдәһең, яҡташ?» тапшырыуын төшөрөп, тиҙ арала эфирға биреп тә ебәрҙеләр. Ысынлап та, йәш саҡтарҙы иҫләп, йылы хәтирәләр солғанышында ҡаршыланым был көндө.
Ижад емештәремә килгәндә, иң шәбе, һутлыһы әле алдалыр һымаҡ. «Һайланма әҫәрҙәр» китабым 2021 йылда донъя күргәс, башҡа яҙмам һымаҡ ине. Беҙгә инде шиғриәт – һулыш алыу менән берҙер, күрәһең. Юл йөрөргә яратам. Һәм сәфәрҙәр мине яңы әҫәрҙәргә илһамландыра, әлхәмдүлилләһ. Сәғүд Ғәрәб­станында, Мәккә, Мәҙинә ҡалала­рында булып, ғөмрә ҡылып ҡайтыуға өлгәшеүебеҙ ижадыма үҙе бер яңы һулыш бирер, тип ышанам. Ижади ниәттәрем үҙем алып барған «Юлдаш» нәшриәте эше менән дә бәйле. Яңы офоҡтар асылғандан-асыла бара! Яңыраҡ Минзәлә Хәлилованың балалар өсөн китабын өс телдә сағыу һүрәттәр менән сығарҙым. Өфө мәктәбендә уның исем туйын үткәрҙек. Мотлаҡ донъя күрергә тейешле баҫмаларҙың исемлеге гел күҙ алдымда тора.
Матурлыҡ сере – сәләмәтлектә. Рух һәм тән сәләмәтлеген һорайым Аллаһ Тәғәләнән. Уйҙары ваҡлыҡтан азат, үҙе донъяға һәм кешеләргә рәхмәтле булһа, һаулыҡ йылмайыу булып йөҙөнә сығалыр матур заттың. Эш сибәрлектә түгел. Сибәрҙәрҙең дә күңеле ҡаты, һүҙе дорфа булырға мөмкин. Бөтөн хикмәт – күңел матурлығында», – тип тәьҫораттары һәм уй-маҡсаттары менән бүлеште билдәле шағирә Тамара Юлдашева.
Ә танылған ғалимә-әҙәбиәтсе Зәйтүнә Шәрипованың яуабы былай булды:
«Һәр байрам ҡыуаныс алып килә, көтөлмәгән осрашыуҙар, матур хәти­рәләр бүләк итә. Шулай ҙа мин электән үк үҙемдең тыуған көн ығы-зығыларын өнәп бөтмәйем. Аллаға шөкөр, йылдағыса ҡотлауҙар күп булды, йылы һәм ихлас һүҙҙәр, яҡшы теләктәр өсөн барыһына ла оло рәхмәт.
Электән бер ниәтем бар. Ул да булһа – тыуған яғым Бөрйәндә һаҡланған боронғо ауыҙ-тел ижады хазиналарының матурлығын һәм әһәмиәтен хәҙерге быуындың хәтеренә онотолмаҫлыҡ итеп һеңдереү юлдарын эҙләү. Әле бына шуларҙы ғәмәлгә ашыра башлау мәшәҡәте менән мәшғүлмен.
Киләсәктә башҡараһы эштәр бихисап. Минең йәштә, шулар-шулар тип, лаф ороп, һанап ултырыу килешмәҫ һымаҡ. Барыһы ла – Хоҙай ҡулында, шуларҙы атҡарып сығырға ваҡыт бирһә ине, тип теләйем.
Матурлыҡ сере нәк шулай сер булыуында инде. Ата-әсәң бүләк иткән тәбиғәтеңә ҡәнәғәт булып, күңелеңде яҡшы эштәргә һалһаң, донъя менән бергә атларға тырышһаң, халыҡ мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйып, ихлас хеҙмәт итһәң, биттәге сырыш-мырыштар хаҡында борсолорға ваҡыт та ҡалмай ул. Башҡортостан ҡыҙҙары тап шулайҙар, аҡ бәхеттәр һәм һаулыҡ теләйем барыбыҙға ла!» – тип тамамланы һүҙен хөрмәтле ханым.

Йәй ҡыҙҙары йәш туйлай
Йәй ҡыҙҙары йәш туйлай
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: