Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы гүзәл ханым – күп балалы ғаиләнән. «Мин бәхетле үҫтем. Атай-әсәйем үҙ фекерен көсләп таҡманы, киреһенсә, тормошома йоғонто яһаусы ҡарарҙарҙы үҙ аллы ҡабул итергә мөмкинлек бирҙе һәм һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы», – ти ул, ҡәҙерлеләренә рәхмәт тойғоларын белдереп.
Мәктәп йылдарында Ольга бик тыйнаҡ ҡыҙ була, яҡшы билдәләргә генә уҡый. Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған һылыуҡай белеме буйынса – инженер-эколог. Бөгөн ул психология менән мауыға, статистик психоанализды өйрәнә. Шулай уҡ сәйәхәт итергә ярата һәм спорт менән шөғөлләнә.
Тормошта Ольга өсөн иң төп ҡиммәттәрҙең береһе – ғаилә. «Яҡындарым мине яңы ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә рухландыра. Тормош иптәшем һәм балаларым – таянысым», – ти бәхетле ҡатын һәм әсә. Әйткәндәй, буласаҡ ире менән ул университетта таныша. Чапало ғаиләһенең тарихы бик хисле ваҡиғанан башлана. Сит телдәр яратҡан ҡыҙ мәктәптә француз теле менән шөғөлләнә һәм тап ошо илдә, Эйфель башняһы ресторандарының береһендә, кейәүгә сығыу тәҡдимен ҡабул итә. Бәхетле ғаилә тарихына ун өс йыл инде. Йәш ата-әсә алты йәшлек ҡыҙ һәм дүрт йәшлек ул тәрбиәләй. Ольганың тормош иптәше сәнәғәт өлкәһендә эшләй.
– Бәйгеләрҙә ҡатнашыу миңә яңы тәьҫораттар һәм таныштар бүләк итте. Йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тоторға, төрлө шарттарға күнергә, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға өйрәтте. Аралашыу даирәм киңәйҙе, ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле кешеләр менән бөгөн дә ихлас аралашам. Көсөңдө һынап ҡарау һәр гүзәл затҡа кәрәк, тип һанайым. Был рухи үҫеш өсөн дә бик мөһим», – тип ихлас йылмая Стәрле һылыуҡайы.
Мәртәбәле бәйгелә Ҡытай, Таиланд, Филиппин, Япония, Һиндостан, Беларусь, Украина, Германия, Испания, АҠШ-тан һәм башҡа илдәрҙән йөҙ егерме ҡатнашыусы сығыш яһай. Гүзәллек тажына дәғүә итеүселәрҙең күп булыуына ҡарамаҫтан, баһалама ағзалары Ольганың матурлығын, уның шәхси сифаттарын, ғаиләгә һәм балаларға мөнәсәбәтен лайыҡлы баһалай. Ул Best model Mrs. Universe номинацияһында билдәләнә.