+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
5 Февраль 2023, 12:15

Йондоҙҙар ҡабынғанда

Яңы йыл алдынан Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының тәүге «щепкинсы»ларының береһе, 2007 йылда театр труппаһына аяҡ баҫып, үҙен киң ҡоласлы ижадсы итеп танытҡан Бөрйән егете Урал Әминев та үҙенең «йондоҙло» сәғәтен кисерҙе.

Йондоҙҙар ҡабынғанда
Йондоҙҙар ҡабынғанда

Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме бирелде. Быға тиклем әлеге юғары исемгә Мәскәүҙәге Юғары театр училищеһын (институтын) бергә тамамлаған һабаҡташтары араһынан Артур Ҡунаҡбаев менән Гөлнара Ҡаҙаҡбаева ғына лайыҡ ине. Артист үҙенең юғары наградаһын һөйөклө әсәһенә һәм хөрмәтле уҡытыусыларына бағышлауы хаҡында белдерҙе.
Умартасылар ғаиләһендә үҫкән, үҙе лә бал ҡортолай ғәжәйеп уңған, отҡор, тыуған яғының тәбиғәтенә ғашиҡ Урал Әминевты беҙ сәйәхәтсе итеп тә беләбеҙ. Һығылмалы буй-һынлы, бейеүҙең бөтә нескәлектәрен йәне-тәне менән тойған, «Байыҡ» телевизион бәйгеһендәге сығышы I дәрәжәле диплом менән баһаланған, сәхнәлә сағыу Рудольф Нуриев, Диуана, Дорнбильд, Ишмай, Саҙрый, Йәзит кеүек ролдәрҙе юғары оҫталыҡ менән башҡарған Урал Әминевты был маҡтаулы награда менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: