Һөйөнөсөн ул журналыбыҙ уҡыусыларына еткерергә ашыға: «Көтөлмәгән ҙур исем, ысын мәғәнәһендә, байрам бүләге булды! Яңы йылда ғаилә табыныбыҙға дуҫтарҙы йыйҙыҡ һәм 2023 йылды өр-яңы шатлыҡ менән ҡаршыланыҡ. Әлбиттә, был юғары баһа миңә оло яуаплылыҡ та өҫтәне, сөнки сейле-бешле әйберҙәр яҙыу – ижадкәр өсөн иң ҡурҡыныс күренеш, яҙғаның берәү, әммә шәп һәм берәгәйле булһын, тигән фекерҙәмен. Йөрәктәрҙе семетеп алыр илаһи йыр хаҡында хыялланғанда хистәреңә тап килгән мәғәнәле, моңло, камил шиғыр табыу мөһим. Шунда ғына композитор менән шағирҙың шәп тандемы барлыҡҡа килә. «Илһамиә»нең күңел баҡсаңа ҡунып һайрауына, әлбиттә, ғаиләңдең, туғандарыңдың һау-сәләмәт, бәхетле булыуы, күктәрҙең аяҙлығы, ныҡлы тыл, ысын дуҫтар барлығы ла ҙур этәргес бирә», – ти композитор.