Декабрҙә ул Бишбүләк районы мәҙәниәт һарайында ҙур аншлаг менән үткәйне. Премьераның нәҡ Бишбүләктә ҡуйылыуы осраҡлы түгел, сөнки Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов ошо төбәктә тыуып үҫкән. Билдәле илсе-яҡташыбыҙ хаҡындағы данлы «Ҡыҙыл паша» спектакле тәүге тапҡыр бынан 40 йыл элек, 1982 йылда, театр сәхнәһендә гөрләп бара. Һоҡланғыс һәм тетрәндергес яҙмышлы илсе хаҡындағы сәхнә әҫәрен хатта телевизор аша барлыҡ СССР-ға күрһәтәләр. Ә пьесаның авторы Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарған Әхтәм Абушахманов Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. Спектакль ғәрәп илдәре театрҙарының халыҡ-ара театр фестивалендә (Дамаск, 1986) ҡатнаша.
Заманында тамашасыларҙы таң ҡалдырған «Ҡыҙыл паша»ның яңы ҡуйылышы ла театр һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.