+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Рудольф Нуриев хаҡында йәнә фильм!

Ер йөҙөндә дан ҡаҙанған балет артисы, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев хаҡында үҙе иҫән саҡта уҡ байтаҡ документаль фильм төшөрөлгән. Ләкин картиналарҙың береһе Рәсәйҙә күрһәтелмәй ҡалған һәм 40 йыл дауамында  киноархивта һаҡланған.

Рудольф Нуриев хаҡында  йәнә фильм!
Рудольф Нуриев хаҡында йәнә фильм!

Бейеүсенең тыуған көнөндә, Башҡорт опера һәм балет театрында «Нуриев миҙгелдәре» сиктәрендә, «Венеция. Карнавал. Мөхәббәт» картинаһы, ниһайәт, тамашасылар хөкөмөнә сығарылды. Уны Италия кинорежиссеры Марио Ланфранки төшөргән. Фильмдың сюжеты Венеция карнавалына арналған. Шулай уҡ опера һәм балет театрының музейында бейеүсенең Венецияла төшкән һәм ошоға тиклем билдәле булмаған фотолар күргәҙмәһе асылды. «Нуриев миҙгелдәре» 2018 йылдан алып ойошторола. Быйыл ул Мәскәү, Өфө һәм Ҡаҙан ҡалаларында үтте.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: