«Башҡортса иң беренсе «һаумы», «һәйбәт» тигән һүҙҙәрҙе өйрәндем. Барыһы ла тәжрибә, йәнле аралашыу аша килә. Күп һөйләшкән һайын, һүҙҙәр ҙә нығыраҡ хәтерҙә ҡала. Мине телевизион программаларға ла, башҡортса рекламаға ла төшөрҙөләр, – тип һөйләй Мадагаскар егете. – Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән, быға шатмын ғына. Мәҫәлән, миңә рус теле үтә ауыр бирелә. Ләкин, тырыша торғас, килеп сыға бит, артабан да телдәр өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен. Һәр кем әсә телендә һәм бер нисә сит телдә аралашырға тейеш, тип иҫәпләйем. Хәҙер хатта башҡортса йырлайым». Селестиндың башҡортса йырлай башлауы Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Лилиә Ишемйәрова менән оҙайлы ижади проекттарға бәйле. Бер проектына ул Селестинды үҙе эҙләп таба һәм саҡыра. Хәҙер Мадагаскар егете Лилиәнең яңғыҙ концерттарында ҡатнаша.
«Мөхәббәт хаҡында башҡортса йыр яҙҙырҙыҡ. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше буйынса ауырлыҡтар тыуҙы, әлбиттә. Туған телем – малагасия теленең рус, башҡорттоҡо менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Французсаға оҡшаған. Башҡорт теленең туғыҙ хәрефе рус телендә лә осрамай. Шул өндәрҙе әйтә алмай интектем. Яҙҙырып саҡ өйрәндем. Йыр матур ғына килеп сыҡты. Башҡорт теле ауыр, әммә моң кеүек яғымлы», – ти ул.