+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Новосибирскиға мәртәбәле фестивалгә юллана

Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры быйыл Новосибирскиҙа үтәсәк Рәсәйҙең милли инструменттар оркестрҙары фестиваленә тәүгә саҡырыу алды. Был сарала республика коллективы башҡорт халҡының тиңһеҙ музыка ҡоралдары – ҡурай һәм ҡумыҙ менән сығыш яһаясаҡ. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев әйтеүенсә, милли оркестр – боронғо башҡорт һәм симфоник музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙы үҙ эсенә алған бик үҙенсәлекле коллектив. 

Новосибирскиға мәртәбәле фестивалгә юллана
Новосибирскиға мәртәбәле фестивалгә юллана

«Был сараға Екатеринбургта үткән фестивалдән һуң саҡырыу алдыҡ. Унда мотлаҡ милли кейемдә барасаҡбыҙ. Башҡортостан музыканттарынан тыш, Бүрәт Республикаһы вәкилдәре саҡырылған. Һәр халыҡтың музыка ҡоралы – ҡабатланмаҫ моң даръяһы ул», – ти Линар Тәлғәт улы.
Оркестр сафында – 42 музыкант. Төп репертуарҙа башҡорт композиторҙарының йырҙары, заманса эшкәртелгән халыҡ көйҙәре, үҙенсәлекле яҙмалар һәм төрки телле башҡа халыҡтарҙың музыкаһы ла бар.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: