Сәнғәт бәйгеһендә төрлө йылдарҙа Мәскәү, Өфө, Ҡаҙан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ейәнсура, Баймаҡ, Илеш, Салауат, Йәрмәкәй һәм башҡа райондар вәкилдәре ҡатнашты. Быйыл да проектта Башҡортостан һәм Татарстан юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарының вокал бүлегендә белем алған сығарылыш курсы студенттары сығыш яһаны. Ә Татарстан, йылдағыса, Ҡаҙан консерваторияһында белем алған сит ил вокалистарын да тәҡдим итте. Былтыр, мәҫәлән, Ҡытай ҡыҙы Сюэ Фэй, «Ер еләге йыйғанда» татар йырын башҡарып барыһын да ғәжәпләндерһә, быйыл Гала-концертҡа Ҡытайҙа тыуып үҫкән татар егете Базарбай Бикчәнтәев килде. Ул да ошо бәйгелә ҡанат нығытҡан. Егеттең ата-бабалары ҡасандыр көнсығыш иленә эмиграцияға киткән. Базарбай – уларҙың Ҡытай ерендә тыуып үҫкән 5-се быуын вәкиле.
Шулай уҡ фестивалдең лауреаттары исемлегендә Латвия, Грузия, Ҡытай, Мексикала йәшәгән йырсылар бар. Улар – «Башҡорт һәм татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт һәм татар эстрада йыры», «Академик башҡарыу» һәм балалар номинацияһында еңгән башҡарыусылар.
Бындай фестивалдәр – йәштәрҙе үҫтереүсе, сыныҡтырыусы һәм сәнғәт тауына юл күрһәтеүсе лә. Туғандаш халыҡтарҙың моң күперенә әйләнгән «Иҙел» халыҡ-ара йыр фестивале төрлө йылдарҙа көслө йырсылар тәрбиәләүгә иреште. Ағалы-ҡустылы Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Зилиә Бәхтиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Әлфиә Мырҙабаева, Нух Ҡотоев, Раушан Сөләймәнов, Алмас Хөсәйенов һәм башҡа бик күптәр Өфөлә, район мәҙәниәт йорттарында, Ҡаҙандың сәнғәт учреждениеларында ла емешле хеҙмәт итә. Ә 2016 йылғы лауреат Айгөл Әхмәтшина бөгөн – Англиялағы билдәле «Ковент-Гарден» балет һәм опера театры солисы. 2019 йылда лауреат булған Әлфиә Мырҙабаева, быйыл «Ирәндек моңдары» фестивалендә ҡатнашып, Гран-при яуланы һәм автомобиль менән бүләкләнде.
«Иҙел» фестиваленең баһалама советын Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев етәкләй. Фестиваль үҙенең ғүмерле булыуы менән ун йыл дауамында уны ойоштороусы Лилиә Бәҙәмшина һәм Диана Байтуринаның тырыш хеҙмәтенә бурыслы. Йәштәрҙе ҙур профессиональ сәхнәгә алып сыҡҡан йыр бәйгеһе, шис шикһеҙ, артабан да йәшәүгә хоҡуҡлы. Уның көмбәҙендә һәләтле йондоҙҙар балҡыр әле, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.