-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 17:33

Күңелле ялдар, ҡыҙыу туй, никах мәжлестәре...

Сәхнә йондоҙҙарының, башҡа өлкәлә популяр кешеләрҙең шәхси тормошон, шөғөлөн, йорт эштәрен йә иһә ниндәй йәшәү рәүеше алып барыуын белеү өсөн бөгөн «папарацци» булырға кәрәкмәй. Социаль селтәрҙәрҙә улар үҙҙәре кисергән һәр ваҡиғаны әүҙем сағылдырып бара, булған яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Был һанда беҙ «йондоҙло» яңылыҡтарға байҡау яһайбыҙ.

Иҫтәлекле сәйәхәттәр
Быйылғы йәй осоронда күптәрҙең ялы Башҡортостан тәбиғәте, уның йылға-күлдәре менән бәйле булды. Был аңлашыла ла, сөнки корона­вирус тормошобоҙға шаҡтай үҙгәрештәр индерҙе. Республикаға хатта унан ситтә йәшәүсе йондоҙҙар килеп ял итте. Ғөмүмән, күрше төбәктәрҙән, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан килгән туристар байтаҡ булды.
Татарстандың билдәле йырсылары Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов йәйҙең иң эҫе миҙгелен Бөрйән районында үткәрҙе. Июль айында улар хозур тәбиғәтле төбәккә Ағиҙелдә кәмәлә йөҙөү өсөн килде. Бөрйән күптәрҙе үҙенә матур тәбиғәте менән генә түгел, ә Ағиҙелдә һыу буйлап сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге булған өсөн дә йәлеп итә.
Бөрйәндәге матур ялды Гүзәл Уразова фотолар менән иҫбатлап ҡуйған.
Һауа юлдары асылғас та, бер нәмәгә ҡарамай, Ҡара диңгеҙгә сығыусылар ҙа булды. Шундай сәйәхәтселәрҙең береһе, билдәле йырҙар авторы, композитор, «Юлдаш» йыр-моң каналының тауыш режиссеры Риф Арыҫлан социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһенә Сочи яҡтарынан фото һалды.
– Сочи миңә оҡшай, киләһе йылда ла барыр инем. Тик ҡыйбатсылыҡ бәкәлгә һуға, сервистың да уртаса булыуы күңелде ҡыра. Алда, ялға ҡайҙа юлланырға, тигән һорау торғанда, был етешһеҙлектәр, әлбиттә, һиҙелерлек роль уйнаясаҡ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты музыкант.
Туйҙар, туйҙар
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова менән Урал Мортазин тәүге тапҡыр ҡайны-ҡәйнә булды. Уларҙың баш балалары – Зөлхизә кейәүгә сыҡты. Был шатлыҡ менән йондоҙло ғаилә сәхифәләрендә бүлеште һәм дуҫтарынан бихисап ҡотлау һүҙҙәре алды. Кейәүҙең исеме лә Урал һәм ул – Мәскәүҙә эшләгән Өфө егете.
– Кейәүебеҙ сығышы менән Әлшәй районынан, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ бар, Аллаға шөкөр. Йәштәр әле Мәскәү ҡалаһында йәшәй, әммә киләсәктә Өфөгә ҡайтырға ниәтләйҙәр. Үҙем дә ышанмай торам: әле ҡыҙыбыҙ кескәй генә ине, хәҙер кәләш булды. Балаларыма бәхетле, тиң ғүмер теләйем. Ошо арала мин үҙем Рәсәй – Италия халыҡ-ара проектында ҡатнаштым. Ике ил артистары берлектә йыр яҙҙырҙыҡ һәм клип төшөрҙөк, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты журналыбыҙҙың тоғро дуҫы Лилиә Ишемйәрова.
Быйыл йәй өмөтлө йырсыларыбыҙҙың береһе Гөлназ Асаева, ижадын һөйөүселәрҙең йөрәген яндырып, кейәүгә сыҡты. Ул үҙенең тормошон Көйөргәҙе районы егете Вилдан Шәмсетдинов (Вилли) менән бәйләне. Йәштәр әле никах уҡытҡан.
«Теге өсәү»ҙең береһе кәләш алды. Башҡортостан «Юлдаш» телевидениеһында «Теге өсәү» тапшырыуын алып барыусыларҙың береһе, Юлдаш йыр-моң каналында иртәнге тапшырыуҙар алып барыусы Ғәзиз Әбделмәнов өйләнде. Егеттең кәләшенең исеме – Гөлнар Фәйзрахманова. Ул Мәсетле районы ҡыҙы. Социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙ үҙен блогер, шопинг үткәреүсе, гардероб һайлаусы тип күрһәткән. Әйткәндәй, Ғәзиз менән танышыу тарихын да матур итеп яҙып сыҡҡан. Бер-береһе менән күптән таныш егет менән ҡыҙҙың яҡынайып дуҫлашып китеүенә Гөлнарҙың әсәһе сәбәпсе булған. Һәр хәлдә, егет мөхәббәте менән ҡауышыуға үтә шат һәм сәхифәһенә:
– Һөйгәнем миңә «эйе» тип әйтте, – тип яҙған.
Төрлөһөнән
Һәләтле йырсы Ришат Төхвәтуллин йәштәр кумиры Элвин Грейҙың йырын йырлап ҡараны. «Роза» йыры социаль селтәрҙәрҙә бик күп лайыҡ йыйҙы. Ришат уны үҙенең сәхифәһенә ҡуйған һәм шундай һүҙҙәр яҙған:
– Беҙ бер-беребеҙҙең йырын йырлап ҡарарға булдыҡ. Ул минең – «Мөхәббәтем» тигән йырҙы, мин иһә уның «Роза» йырын башҡарасаҡмын. Дуҫтар, бик ҡаты тәнҡитләмәгеҙ, был ваҡытлыса күренеш.
Бына шулай, күңелле ялдар, ҡыҙыу туй, никах мәжлестәре һәм репертуар яңыртыу кеүек мәшәҡәттәр менән үтте йондоҙҙар өсөн йәй миҙгеле.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: