-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 15:04

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Римма Амангилдина нисек ябыға?

Һылыулығы менән һоҡландырған моңло һандуғасыбыҙ кәүҙәһенең һомғоллоғо хаҡында ла хәстәрлек күрергә онотмай. Серен белгегеҙ киләме?

Баҡтиһәң, Римма спорт менән дуҫ икән. “Был иң тәүге нәүбәттә үҙеңде тәрбиәләй, еңергә, бирешмәҫкә өйрәнәһең, характереңды нығыта, икенсенән, йырсы өсөн иң мөһиме – тынды оҙонайта. Бассейнда йөҙәм. Спортты бала саҡтан яратам. Быйылғы йыл тағы бер асыш яһаным – фитнесҡа йөрөй башланым. Төркөмдә шөғөлләнәм. Шунан әллә күпме дәрт, сәм, көс алып ҡайтам. Һөҙөмтәләр шатландыра”, - ти йырсы.
Әлеге ваҡытта өйҙә ултырғанда ла буш түгел ул. Моң һөйөүселәргә ул интернет киңлектәренән йыр аша сәләмдәрен юллаясаҡ. Әле халыҡ йырҙарын йырлап ишеттерергә әҙерләнә. Инстаграмда уны @аmangildinarimma аккаунты буйынса табырға була.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: