-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 12:36

«Көмөш Аҡбуҙат»тың баһалы ҡунаҡтары

Август аҙағында Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино­фестивале үтте. Унда Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә билдәле актерҙар ҡатнашты. Ҡыҙыл келәмдән үткән кино йондоҙҙары араһында экрандағы таныш йөҙҙәрҙе, халыҡ-ара популяр исемдәрҙе күргән тамашасылар «аһ» итте. Билдәле актерҙар һәм ҡунаҡтарҙың бер нисәһенә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хәбәрсеһе һорау менән мөрәжәғәт итте.

Сөмбөл аға үҙенең һөйгән йәрен тапмаған әле
Сәлим Байраҡтар. Төрөк актеры. Республика тамашасыларына «Күркәм быуат» сериалындағы Сөмбөл аға роле аша таныш. Сәлим Байраҡтар Ираҡта тыуып үҫкән. Уның тамырында ираҡ һәм төрөк ҡаны бар. Һуғыш башланғас, Сәлимдең ата- әсәһе Төркиәгә ҡасырға мәжбүр була. Буласаҡ актер төрөк татарҙа­рының үҙәге булған Эскешәһәр ҡалаһында үҫә. Бөгөн ул ике ҡалала – Истамбул һәм Анталияла йәшәй.
– Сәлим әфәнде, һеҙгә хәҙер нисә йәш? Ғаилә хәлегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине. Сөнки һеҙҙе яратҡан тамашасыларҙың күбеһе – ҡатын-ҡыҙ. Ҡыҙыҡһыналар...
– Рәхмәт. Миңә 44 йәш. 14 йыл никахта торҙом. Ҡыҙғанысҡа күрә, айырылыштыҡ, балабыҙ булманы.
– Йәл, ҡабаттан үҙ яртығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем. Ә ниндәй ҡатын-ҡыҙҙар күңелегеҙгә яҡын?
– Башында аҡылы булған, – тип көлөп яуап бирә актер. – Ә ысынында, зыялы, аҡыллы, маҡсатҡа ынтылыусан, зиһенле, алсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай.
– Тағы өйләнергә иҫәбегеҙ бармы?
– Күңелемә ятҡан ҡатын-ҡыҙ осраһа, уйларға мөмкин (көлә).
– Ә башҡорт ҡыҙына өйләнер инегеҙме?
– О, башҡорт ҡыҙҙары бик матур, бик сибәр. Уйларға ла була инде (көлә).
– Һеҙҙең ҡыҙ туғандарығыҙ бармы?
– Бар. Беҙ ғаиләлә биш бала. Өс – ҡыҙ, бер ир туғаным бар.
– Һеҙ хәҙер ниндәй проекттарҙа ҡатнашаһығыҙ?
– «Фәтих буйһондороусы» тигән сериалда төшәм. Шулай уҡ Netflix-тарҙа уйнайым (хәҙер популяр булған йәштәр сериалы).
– Ә Фәтих буйһондороусы Сөләймән солтандан нимәһе менән айырыла?
– Сөләймән солтан заманында ҡануниәт көслө булған, кешеләрҙең хоҡуҡтары теүәл үтәлгән. Ә Фәтих ғүмеренең ҙур өлөшөн илдәр яулап алыуға арнаған.
– Ә «Күркәм быуат» сериалының дауамы буласаҡмы?
– Юҡ, булмай. Фильм тамам.
– Сәлим әфәнде, Башҡортостан хаҡында бер-ике һүҙ. Республикабыҙ оҡшанымы?
– Оҡшау ғынамы, мин, ниһайәт, үҙемде таптым. Оҙаҡ ваҡыт үҙемде эҙләнем. Кеше булараҡ та, ижади яҡтан да күңелемдә тыныслыҡ юҡ ине. Тап Башҡортостанға килгәс, асылымды аңланым. Хәҙер ижадта ла, шәхси тормошомда ла ҡайһы йүнәлештә китергә беләм. Бының өсөн гүзәл Башҡортостан иленә рәхмәтлемен.
Актер инглиз, төрөк, курд, иҫке төрөк телдәрендә яҡшы һөйләшә. Театрға эшкә килгәнгә тиклем ул клоун булып эшләгән. Сәлим ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнсығыш бейеүен оҫта башҡара. Ошо һәләте уға артабан Сөмбөл аға ролен башҡарғанда бик ҙур ярҙам итә.
Башҡортостанда Сәлим Байраҡтар тәүге тапҡыр йылҡы итен тәмләп ҡарай. Сөнки төрөктәрҙә йылҡы итен ашау тыйылған. Ә бына ат сабыштарын, ҡымыҙҙы бик тә үҙ итә актер. Хатта ул йүгән һатып ала. Сәлим ҡурайҙа өйрәнергә теләген белдерә. Көпшә ҡурайҙы күп тапҡыр өрөп ҡараһа ла, моң сығара алмай. Икенсе килгәндә, ул мотлаҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм тип вәғәҙә бирә.
Билдәле совет һәм Рәсәй актеры, кинофестивалдең жюри рәйесе Сергей Шәкүров төшкән кинофильмдарҙы һанарға ҡулдың бармағы етмәҫ. Һуғыш хаҡындағы бихисап киноэпопеялар, совет фильмдары илебеҙ фильмографияһының алтын фондына ингән. Төшкән фильмдары түгел, ә үҙенең шәхесе ошо картиналарҙың төп уңышы, тип әйтергә кәрәк.
Сергей Шәкүров Мәскәүҙә тыуһа ла, яртылаш татар милләтенән. Атаһы Ҡәйүм профессиональ һунарсы булған. «Уның һарайында 16 эт бар ине», – тип хәтерләй актер. Сергей Шәкүров йәш саҡта акробатика буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ булған.
Кинофестивалдә Сергей Шәкүров үҙенең бик етди жюри рәйесе булыуын күрһәтте. Ул ҡунаҡтарға әҙерләнгән төрлө про­граммаларҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Уның урынына Сергей Ҡәйүм улы көндөң һәр сәғәтен эш өҫтәле – экран – янында үткәрә. Ни тиһәк тә, баһалама ағзаларына барлығы 50 фильм ҡарау бурысы ҡуйылғайны.

Кинофестивалде Гөлнур Ишбулатова күҙәтте.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: