-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
20 Декабрь 2018, 13:34

Кәтибәнең яҡты рухы

Билдәле шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 2020 йылда 100 йыл була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуып үҫеп, ошо яҡтың рухи донъяһын, йолаларын, холҡон үҙендә туплаған, ил инәһе кимәленә күтәрелгән күренекле шағирәнең данлы юбилейы киң билдәләнәсәк. Күптән түгел уның тыуған яғында әҙибәгә бағышланған хәтер кисәһе, башҡорт шиғриәте һәм әҙәбиәте байрамы, Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премияны тап­шырыу тантанаһы булып уҙҙы. Тантанаға «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла саҡырылды.

Сәфәребеҙ Биҡҡол ауылында, Кәтибә Кәрим ҡыҙының һуңғы төйәге алдында баш эйеп, аят бағышлау, сәскә һалыуҙан башланды. Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге Ҡолой ауыл китапханаһына китаптар тапшырылды. Бында беҙгә килеп ҡушылған ҡунаҡтар – әҙибәнең ҡустыһы Уран Кинйәбулатовтың улы, медицина фәндәре кандидаты Азат Кинйәбулатов һәм уның ҡатыны Зөлфиә, Магнитогорск ҡалаһында йәшәп ижад иткән «Көмөш ҡауырһын» әҙәби берекмәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе өлкәһенең башҡорт телендә сыҡҡан «Уралым» гәзитенең һәм телеканалының баш мөхәррире Нурия Иҡсанова һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле бүләк менән килгәйне. Шағирәнең «Был донъяла минән бәхетле юҡ» шиғырын Ҡамса Мортазин башҡарыуында тыңлағанда, күҙгә ирекһеҙҙән йәштәр төйөлдө.
Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге беренсе премия лауреаты исеменә әҙибәнең уҡыусыһы, почетлы уҡытыусы, яҡташтары һәм район хаҡындағы бихисап йыйынтыҡтар авторы, күп милли сараларҙың режиссеры һәм ойоштороусыһы Зәйтүнә Хәйруллина лайыҡ булды.
Сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең йолаларҙы һаҡлап, йыр-моңдарыбыҙҙы онотмай, милли кейемдәрҙе тергеҙеп, үҙ асылында ҡалыуы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыуҙары, уҡып барыуҙары сикһеҙ һоҡланыу тойғоһо уятты. Уларҙың ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, бала­ларын туған телдә тәрбиәләүе ҙур маҡтауға лайыҡ.

Силәбе өлкәһе.

Читайте нас: