...Заводта һаҡсы булып эшләп йөрөгән мәлендә мобилиза-цияға эләгә Ришаты. «Ил саҡырғас, һис икеләнеп тороу юҡ», – ти тәүәккәл яугир. Моряк ул, Төньяҡ Амурск ҡалаһында хеҙмәт иткән, күп йылдар полиция хеҙмәтендә эшләгән ир-азамат.
«Ирем булғанда арҡам ныҡ минең. Ысынлап та дан егет ул. Бер үтенесте кире ҡаҡмай, һәр кем менән уртаҡ тел таба – шуғамы икән, таныштары ла күп. Уның был һыҙаттары яуҙа ла бик кәрәктер, тип уйлайым. Ришатым менән ғорурланам, командир булараҡ та күптәргә күңел йылыһы өләшкәнен беләм. Батырлыҡтары өсөн Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Мин – яугир, мин – батыр, тип танау сөйөп ултырмай, ялға ҡайтҡанында миңә ябай ғына өй эштәрендә лә ярҙам итергә әҙер. Бик рәхмәтлемен уға». Гөлназ тормош иптәше тураһында һөйләгәндә был икәүҙең араһында айырым бер йылылыҡ булғаны һиҙелә. Юҡ, йәшлектәге ғишыҡ уты, дәртле мөхәббәт тойғолары түгел, ә ышаныс. Ниндәйҙер һынауҙарҙы үтеп, еңеп сыҡҡан, тормоштоң һәр көнөн ҡәҙерләп ҡабул иткән кешеләр генә шулай була ала. Ысынлап та, яҙмышы оло һынау һәм ғәжәп бүләк әҙерләгән уға. Ҡатындың тормош юлына күҙ һалайыҡ.
Әбйәлил районы Мәйгәште ауылы ҡыҙы Гөлназ менән Ғафури районы Ҡунаҡбай ауылы егете Айрат, йәшлектә осрашып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр, улдары Айнур донъяға килә. Айраттың ҡустылары ла өйләнә: татыу ғаиләлә өс ул, өс килен күңелле генә йәшәп алып китәләр. Тик... тигеҙ генә бармай шул был яҙмыш, һөйөнөстәр менән көйөнөстәр аралашып килә. Көтмәгәндә тормош иптәше вафат була. «Ҡәйнәм Тәүзинә Әмирйән ҡыҙы менән ҡайным Тимербәк Тимерғәли улы мине ташламаны, уларҙың хәстәрлекле мөнәсәбәте, үҙ балаларылай яҡын күреүе, төплө кәңәштәре күңелемде йылытты», – ти Гөлназ, ауыр саҡтарын иҫләп.
Әбйәлил районы Мәйгәште ауылы ҡыҙы Гөлназ менән Ғафури районы Ҡунаҡбай ауылы егете Айрат, йәшлектә осрашып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр, улдары Айнур донъяға килә. Айраттың ҡустылары ла өйләнә: татыу ғаиләлә өс ул, өс килен күңелле генә йәшәп алып китәләр. Тик... тигеҙ генә бармай шул был яҙмыш, һөйөнөстәр менән көйөнөстәр аралашып килә. Көтмәгәндә тормош иптәше вафат була. «Ҡәйнәм Тәүзинә Әмирйән ҡыҙы менән ҡайным Тимербәк Тимерғәли улы мине ташламаны, уларҙың хәстәрлекле мөнәсәбәте, үҙ балаларылай яҡын күреүе, төплө кәңәштәре күңелемде йылытты», – ти Гөлназ, ауыр саҡтарын иҫләп.
Тап шул осорҙа ҡәйнеше Ришат ҡатыны менән уртаҡ тел тапмай, айырылыша. Йөрәге янып, үҙенә урын тапмай йөрөгән улы өсөн ҡәйнәһе Тәүзинә апайҙың күңеле һыҙлай. Һинең һүҙеңә ҡолаҡ һала бит ул, үҙең менән алып китеп, эшкә урынлаштыр инде, юғалып ҡалмаһын улым, тип үтенә Гөлназға ҡәйнәһе. Еңгәһен тыңлап, себерҙә эшләп ҡайта, артабан Өфөгә урынлаша егет. «Беҙгә килһә, улым уның алдына менә лә ултыра, Ришат ағай мине ярата, атайым кеүек беҙҙә генә йәшәһен, ти ҙә ҡуя. Бәләкәй сағынан гел ауылда булып, йәйҙәрҙе шунда үткәреп, ысынлап та, ағаһы менән бик дуҫ булды, эшкә лә өйрәнде, уйында ла бергәләр, тигәндәй. Бик тә бала йәнле ул Ришат... Атаһы үлгәс, улым үҙенә йомолдо, хатта дуҫтары менән дә аралашҡыһы килмәй, минең әйткәнгә лә ҡаршылаша башланы, уҡыуға ла иғтибары бермә-бер кәмене. Ришат яныбыҙға, ҡалаға килгән ине, балаҡайым асылып китте, күҙгә күренеп йәнләнде, йылмая, көлә башланы. Йөрәгемдә ҡәйнешемә ҡарата рәхмәт тойғолары уянды. Ҡайҙа барһаҡ та бергә йөрөнөк. Ауылға ҡайтһаҡ, ҡәйнәм, үҙе миңә туранан-тура өндәшергә ҡыймай, әйтер һүҙен күршеләре, әхирәттәре аша еткерҙе. Барыһы ла Ришат менән бергә булыуыбыҙҙы теләй ине», – тип һөйләй Гөлназ. Шулай яҡындарының фатихаһында ике яңғыҙ – еңгә менән ҡәйнеш – бергә йәшәй башлай...
......Донъя түңәрәкләнде тип йәшәп ятҡанда, Гөлназдың икенсе килендәше Фәниләне яман шеш ауырыуы был донъянан алып китә. Ҡәйнеше Марат ҡапыл килеп сыҡҡан ауыр ҡайғыны күтәрә алмай, ике айҙан уны ла ерләйҙәр. Өс балаларының өлкәненә – туғыҙ, кесеһенә бары дүрт кенә йәш була. Өләсәһе менән олатаһы атай-әсәйһеҙ ҡалған Айгиз, Әлфиә, Алмасты үҙ ҡуйынына һыйындыра. Гөлназ менән Ришат та һәр яҡлап терәк булырға, балалар үҙен кәм-хур тоймаһын өсөн ҡулдан килгәнен эшләргә тырыша. Ололарға өс баланы ҡарау еңел булмағанын күреп, беҙҙең геройҙар бәләкәс Алмасты үҙҙәренә ала. Туғыҙынсыны тамамлағандан һуң өлкәндәре лә уларға килеп йылылыҡ таба. Бер бүлмәле фатирҙа ҙур ғаилә булып йәшәп китәләр. «Үҙ балаларыбыҙ кеүек күрҙек уларҙы. Нимә һораһалар, шуны алып бирергә тырыштыҡ, шул уҡ ваҡытта артыҡ әпәүләп шаштырманыҡ, эште тигеҙ бүлдек, кәрәк саҡта ҡаты ла була белдек, ғәйептәре булғанда шелтәләнек тә, тик күңелдәрен төшөрөргә ҡурҡтыҡ, ҡаты бәрелеүҙән һаҡландыҡ», – тип һөйләй Гөлназ. Донъяларын йәмләп, барыһын тағы ла берләштереп, бәләкәстәре Карина тыуа (әле уға 13 йәш). Ришаттың тәүге никахынан улы ла килеп йөрөй, туғандары менән аралашып тора...