«Кеше ғәжәпләнеүҙән һәм тормошҡа шатланыуҙан туҡтағанда ғына ҡартая», – тигән бит бер аҡыл эйәһе. Ошо һүҙҙәр иҫкә төшә оҙон ғүмерле яғымлы ханым менән аралашҡандан һуң.
Рафания инәй Асҡын районы Баҙансат ауылында 1929 йылда тыуған. Ғаиләлә – дүрт бала, атаһы менән әсәһе тимерлектә эшләй. Ете класты тамамлағас, ҡыҙ уҡыуын Иҫке Ҡаҙансы ауылы урта мәктәбендә дауам итә. Ул ваҡытта интернат юҡ, бер ғаиләгә фатирға төшә. «Аҙна һайын ҡайтып йөрөйөм, алып китергә аҙыҡ юҡ, ғаиләбеҙ ауыр ғына йәшәй. Әсәйем яңы аҡ ситса яулыҡ бәйләп ебәргәйне, тоттом да шуны дүрткә бүлеп, ҡулъяулыҡ сиктем. Ҡаҙансы ауылында ҙур баҙар бар ине, шунда нағышлап ҡайылған ҡулъяулыҡта-рымды һатырға сыҡтым. Килгән аҡсам бер метр туҡымаға етте – матур ситсанан тағы ҡулъяулыҡтар сиктем. Шулай һатыу итә торғас, ҡапҡыларлыҡ аҙыҡ-түлектән арттырып, килешле генә күлдәктәр тегеүгә лә оҫтарып алдым. Уларҙы бер-ике кейәм дә, йыуып, үтекләп, сығарып һатам. Бер көн ҡараһам, баҙарҙа оло ғына бабай сабаталар тотоп тора. Унан 500-әр һумдан биш сабата һатып алдым да һәр береһен 700 тәңкәгә һаттым. Сауҙа итеүемде уҡытыусыбыҙ Кәшиф абый Лотфуллин күҙәтеп торған. «Һатыу итәһеңме, балаҡай?» – тип ипле генә һораны ул яныма килеп. «Эйе, абый, ашарыма юҡ бит, тура килә», – тинем уңайһыҙланып. Иртән ул, мине саҡырып сығарып, бөтә класс алдында: «Был ҡыҙ кисә баҙарҙа үҙе сиккән әйберҙәрен һатып йөрөнө, ә бөгөн бар өйгә эшен әҙерләп килгән. Ә һеҙ атай-әсәйегеҙ янында, уңайлы шарттарҙа йәшәп тә, уҡымайһығыҙ. Өлгө алығыҙ», – тине. Шулай итеп, бер яулыҡ менән уҡып сыҡтым мин – хәҙер көлөп кенә һөйләргә ҡалды инде», – тип ихлас йылмайып, хәтер йомғағын һүтә Рафания инәй.
Асҡын районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.