0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яу яланында ир-ҡатын юҡ, яугир генә бар. «Колибри»

Теүәл бер йыл элек булғайным махсус операция биләмәһендә. Унда үҙ күҙем менән нимәләр күрҙем – шуны түкмәй-сәсмәй тигәндәй уҡыусыма еткерергә тырыштым, бурысым шул ине. Гәзит-журналдарҙа баҫылды, китап булып та сыҡты был яҙмалар. Аңлап, яратып ҡабул итте уҡыусы уны. Быйыл июнь айында тағы ла булып ҡайттым был ҡан-ҡойошло яҡтарҙа.

Яу яланында ир-ҡатын юҡ, яугир генә бар. «Колибри»
Яу яланында ир-ҡатын юҡ, яугир генә бар. «Колибри»

«Колибри» менән беҙ осраҡлы рәүештә генә таныштыҡ, тиһәк тә булалыр. Кременной яғынан, урмандан тәьминәт ротаһында булып, базаға, Красный Луч яғына ҡайтырға сыҡҡайныҡ. Ҡараңғы төшкәйне инде, ҡабаланабыҙ. Шул саҡ юлдашым Илдар, «Колибри» шылтырата, тине. Кемдәндер беҙҙең ул яҡта йөрөгәнде ишеткән дә, Илдарҙың хәлен белешеүе. Араларҙың бик алыҫ түгел икәне асыҡланды ла, осрашырға булып киттеләр.

–  Фронтта ҡатын-ҡыҙ күргәнегеҙ бармы? – тип боролдо беҙгә алда юл күрһәтеп барыусы Илдар Юлдыбаев.  Хәрби журналист, БЮТ хеҙмәткәре ул.

Ул саҡта мин «Колибри»ҙың ҡатын кеше икәнен белмәй ҙә инем.

Луганск ҡалаһына етәрәк, һыналған юл кафеһында осраштыҡ. Һыналған, тим, сөнки һәр урында ашап та булмай, ышаныслы ашханаларға инәһең, улар күп тә түгел, шулай ҙа... Диверсанттар йоҡламай, аш ҡаҙанына ағыу ҙа һалырға мөмкиндәр бит. Бер нисә минут көткәндән һуң, улар килеп төштө, заданиенан ҡайтып килеүҙәре. Ярты сәғәт ваҡыт бар, тинеләр. Башҡалар ҡапҡылап алғансы, беҙ был уйсан, ысынлап та, кәүҙәгә бик бейек тә булмаған ҡатын менән тыштағы өҫтәлдәрҙең береһе артында һөйләштек. Аралашыу еңел килеп сыҡты. Яугир алдына диктофонды һалғас та, мин эшләргә яратам, һөйләргә түгел, тип йылмайҙы.

Донъяла бына шундай йылмайыу була: үҙе сихри, үҙе серле, үҙе ҡыуаныслы ла кеүек һәм шул ваҡытта мәғәнәле лә, һағышлы ла. Ана шундай йылмайыу менән баҡты һылыуҡай. Беренсе тапҡыр был биләмәлә яугир ҡатын-ҡыҙ менән әңгәмә ҡорам, шуға ниндәй генә тәжрибәле журналист булһам да, ҡаушағандаймын да, нимә һорарға ла белмәйем. Ә үҙемде, дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла ҡыҙыҡһындыра. Әлеге эскерһеҙ йылмайыу миңә көс биргәндәй. Баҫалҡы башҡорт ҡыҙы, күренеп тора, шашып, ярһып, байраҡ болғап килеп инмәгән был биләмәгә. Нимә йөрөтә һуң уны бында?

Мөнир ҠУНАФИН.

ЛХР-ДХР-Запорожье өлкәһе.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Яу яланында ир-ҡатын юҡ, яугир генә бар. «Колибри»
Яу яланында ир-ҡатын юҡ, яугир генә бар. «Колибри»
Автор:
Читайте нас: