+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сабырлыҡҡа мәҙхиә

Һәр кешенең үҙ насибы була. Дуҫлашып йөрөгән егетем бер мәл иптәше менән бәхәсләшеп китә. – Шаһиҙәне һоратмаҫ тиһеңме? Хәҙер ата-әсәһенән инеп ризалыҡтарын алам, – ти ул.– Юҡ, ҡыйыулығың етмәҫ, нимә тип һоратаһың? – тиҙәр көлөмһөрәп.– Һаулыҡ һорашам да инәм, – ти сая егет.– Инә алмайһың бит инде, – тип уның ҡанын ҡыҙҙыралар.

Сабырлыҡҡа мәҙхиә
Сабырлыҡҡа мәҙхиә

Егет уның һайын ҡыйыулана. Нимә тиһә лә, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенән ҡыҙҙарына өйләнергә фатиха алып сыға Ишбулды.
Шаһиҙә Дауыт ҡыҙы Байморатова (Сәғитова) 1954 йылдың 5 февралендә Йылайыр районы Ташҡурҙа ауылында тыуған. Хәҙер ул ауыл юҡҡа сыҡҡан инде. Күп балалы ғаиләлә Шаһиҙә иң өлкәне булып буй еткерә. Атаһы – совхоздың таҡта ярыу цехында, әсәһе иген келәтендә эшләй. Башланғыс белемде Сәлим ауылында алһа, артабан уҡыуын Матрайҙа дауам итә. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл клубына мөдир булып эшкә төшә. 1977 йылда Ишбулды Сәғәҙей улына тормошҡа сыҡҡас, ҡыҙҙары Альбина, 1983 йылда улдары Юнир тыуа.
Шаһиҙә ун йылға яҡын Яманһаҙ ауылында һауынсы булып эшләй. Матрайға күскәс, мәктәп янындағы интернатҡа ашнаҡсы булып урынлаша ла, шунда оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға китә. Ҡыҙы Альбина бухгалтерлыҡҡа уҡып сыға. Юнир иретеп йәбештереүсе, машина йөрөтөүсе һөнәрен ала. Хәрби бурысын үтәп ҡайта.
Шаһиҙә апайҙың ире 2010 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. «Төрлө саҡтар булды, әммә һәйбәт йәшәнек, – ти ул, тормош иптәшен хәтерләп. – Эш, мәшәҡәттәр арҡаһында бер-беребеҙҙе кискә генә күрә инек».
Үҙ йортонда Йылайыр районы Матрай ауылында донъя көтә Шаһиҙә апай.
– Өс йыл инде мал тотмайым. Ҡыҙым Йылайыр ауылында йәшәй. Ҡышын, кейәү вахта ысулы менән эшләгәс, уларҙа булам. Йәйен Матрайҙағы йортома ҡайтып, баҡса үҫтерәм. Альбина ҡыҙымдан – ике, Юнир улымдан да – ике, йәмғеһе дүрт ейәнсәрем бар, – ти бәхетле өләсәй ғорурланып.
Байморатовтарҙы хеҙмәт берләштерә, туплай.
– Балалар бесән сабырға, йыйырға, күбәләргә бәләкәй сағынан өйрәнде. Ауыл ерендә йәшәгәс, бөтә хужалыҡ эштәрен бергәләп башҡарҙыҡ. Юнир хеҙмәт мәнеһе белеп үҫте. Нимәгә тотонһа ла, кире яғын уйламаны, үҙ көсөнә ышанды. Бәләкәй генә сағында «объящик булам», тигән башына килде лә, мине эшкә алығыҙ, тип белешеп йөрөнө. Быға ат яратыуы ла этәргес булғандыр. Бәләкәйһең әле, тип рөхсәт итмәнеләр, – ти Шаһиҙә апай.
Юнир Ишбулды улы беҙҙең редакцияға водитель булып эшкә килгәйне. Тырыш, сабыр, мәсьәләләрҙе төптән уйлап хәл итеүе менән ул хеҙмәттәштәренең ихтирамын яуланы. Алсаҡлығы, кеше хәленә инеүе менән үҙен яраттырып өлгөрҙө. Ут шикелле сағыу, сәмле Баймаҡ ҡыҙы Айгөлгә өйләнгәс, бәләкәй хеҙмәт хаҡына ғаиләне ҡарап булмаҫ тип, икенсе эшкә күсте. Ҡыҙҙары Мәҙинә, Нәзифә тыуғанын да белдек һәм, Юнир мобилизация менән махсус операцияға юлланғас та, был матур ғаилә менән бәйләнешебеҙ өҙөлмәне.
«Улымдың хеҙмәткә алыныуын, ил ни күрһә, шуны күрербеҙ, тип, тыныс ҡабул иттем. Ситтә йөрөгән ваҡыты һуҙылып киткәс, хафалана башланым, имен-һау ғына ҡайтһын инде ҡатыны, балалары янына, тип теләйем. Быны миңә күрергә яҙһын – барлыҡ теләгем шул. Көнө-төнө уйлағаным-теләгәнем – бары улым хаҡында. Башыңа төшкәнде өндәшмәйерәк, сабыр үткәрергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. 70 йәш – ул йәш түгел, әгәр ҙә һаулығың булһа. Ныҡ өлкәнмен, тип әйтә алмайым. Ғүмере бөткән кеше төрлө ваҡытта ҡалдыра был донъяны. Үҙемде һигеҙенсе тиҫтәне ваҡ­ланым, тип хис итмәйем», – ти ул.
Ауыр һынауҙар аша үтергә тура килә Шаһиҙә апайға. 15 йыл элек уға «күкрәк яман шеше» тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуялар. Үҙен ҡарарға, һынауҙы лайыҡлы үтергә, еңеп сығырға, тип маҡсат ала. Сир сигенә. Тормошто, балаларын яратып, һәр көнгә рәхмәтле булып йәшәй оло йөрәкле ҡатын. Ҡул эштәре менән булышырға, мейес һалырға әүәҫләнеп ала.
– Мейескә иптәшем өйрәнһен, тип тотонғайным. Кирбесен алып биреп торҙо, иҙмәһен индерҙе лә, эшләгән һин эшлә, мин килештерә алмайым, тигәс, үҙемә тамамларға тура килде. Бәләкәйҙән сигергә, ырғаҡ менән бәйләргә яраттым. Уны эш тип тә ҡабул итмәйбеҙ. Ниңә тегенсегә уҡыманым икән, тип үкенгән ваҡыттарым да була, – ти мөләйем апай.
Өй һатып алғас, ҡырыҫ тәбиғәтле, ел-дауыллы Матрай еренә ерегеп китә ул. Әлеге көндә йөрәген өйкәп торғаны – Юнир улы. Уландарыбыҙ, махсус операция тамамланып, тиҙерәк өйҙәренә ҡайтһын, ил-йортобоҙ тыныс булһын, тип теләй Шаһиҙә апай. Амин, һәр әсәнең изге теләктәре ҡабул булһын!

Йылайыр районы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: