+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һүнмәҫ йөрәк ҡуҙы

Өйҙә өс балаға өлгөлө әсәй, хәстәрлекле ир ҡатыны, эшендә тырыш хеҙмәткәр ул Фаягөл Рахманғолова. Үҙе лә ун балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫкәнгә, донъяға яратып баға һәм кешеләргә миһырбанлы, иғтибарлы. Батыр рухлы, намыҫлы, көслө ир-егет итеп тәрбиәләгән өлкән улдары – махсус хәрби операцияла. Күңеленә тамсы ла хәүеф хисе индермәйенсә, балаһының еңеү менән имен ҡайтыуын ҙур ышаныс менән көтә оло йөрәкле әсә.

Һүнмәҫ йөрәк ҡуҙы
Һүнмәҫ йөрәк ҡуҙы

Ишембай районының йәмле тәбиғәтле Ҡанаҡай ауылында Миңлегөл Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы менән Хөсәйен Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килә Фаягөл. Бәхетле сабый сағы йәйғорло сағыу тәьҫораттарҙа күҙ алдына баҫа уның: «Яратҡан атай-әсәй ҡурсыуында бер-бер артлы ун бала: биш ҡыҙ һәм биш малай буй еткерҙек. Атайым ғүмер буйы урмансы булып эшләне, әнейем уңған сөгөлдөрсө ине, йыл һайын йәйҙәрен гектар-гектар сөгөлдөр утайбыҙ. Яҡындарымдың тырышлығына әле булһа һоҡланам да, ғәжәпләнәм дә: ун баланың һәр кеменә тәрбиә биреп, һөнәрле итеүгә өлгәштеләр. Өсәүебеҙ юғары уҡыу йортон тамамланы. Ул сама баланы башлы-күҙле итеүе, ай-һай, еңел булмағандыр. Ә беҙ ул ауырлыҡты һиҙмәнек тә. Ҙур өҫтәл тирәләй йыйылышып ултырып ашайбыҙ, күңелле: бер ваҡытта ла ризыҡҡа, кейемгә мохтаж булып йәшәмәнек. Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Баҡсала йәшелсә-емеш гөрләп үҫә. Атай-әсәйемә донъя көтөү, ишле ғаиләне ҡарау күп көс талап ителгәнен йылдар үткәс кенә аңланым. Әнейемдең зирәк тормош аҡылы, уңғанлығы, атайымдың сабырлығы, ипле булмышы һәр беребеҙгә лә иғтибарҙы, хәстәрҙе тигеҙ бүлеп, бәхетле булырға ярҙам иткәндер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике яҡтан да өләсәй менән олатай һөйөүен татып үҫеү насип булманы. Әнейемә йәш ярым тигәндә өләсәйем үпкә шеше менән сирләп донъя ҡуя, ә олатайым 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Ҡәҙерлемде олатайымдың hеңлеһе тәрбиәләй. Үҙе юғалтыуҙар аша үткәнгә, әнейем тормоштоң һәр сағылышынан матурлыҡ күрә, беҙҙең бәләкәй генә еңеүгә лә ихлас һөйөнә торғайны. Мин тыуғанда атайым яғынан өләсәйем менән олатайым да гүр эйәһе ине инде», – тип хәтирәләргә бирелә Фаягөл ханым.
Атаһының бер туған ағаһы – билдәле яҙыусы Яҡуп Ҡолмой тыуған ауылына йыш ҡайта. Ошо тулҡынландырғыс минуттар ҙа ҡыҙ баланың хәтеренә яҡты бер сатҡы булып уйылған.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: