-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
2 Февраль 2023, 12:10

Алтын аманат

Мәләүез районының Көнгәк тауы итәгендә урынлашҡан йәмле Томансы ауылында татыу, уңған, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә гел халыҡ көйҙәре яңғырай. Ғүмере буйы тракторҙа эшләгән аталары Шәһиҙулла Лотфулла улы кистәрен мандолинала өҙҙөрөп уйнай, йырлай. Колхоз келәте мөдире булған һәм ауылдың оҫта бейеүсеһе лә һаналған әсәләре Сәлихә Ниғмәтулла ҡыҙы егәрле, ипле, кәрәген генә әйткән йор һүҙле ҡатын була. Биш ҡыҙға, бер улға ғүмер бирә улар.

Алтын аманат
Алтын аманат

Шиғри йәнле, хисле Рәсимә ҡыҙҙары уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә етенсе класта уҡып йөрөгәнендә ҡапыл аяҡтан яҙа. Дауаханала үткән оҙайлы дүрт ай ғүмерендәге иң ауыр һынауҙай тойола үҫмергә. Ревматизм йөрәгенә лә тәьҫир итә. Был һылыу әсәй ҙә була алмаҫ инде, тип баш ҡаға табиптар. «Палаталағы ҡыҙҙар ҡултыҡ таяғы менән йөрөй башланы, ә мин йығылһам йығылам, карауатка, стенаға таянып, үҙем атларға тырышам. Ҡайһы берҙә ышанысым юғала, насар уйҙы башымдан ҡыуам, ҡултыҡ таяғына ҡарамайым», – ти ул. Табиптарҙың дауаһы килешә, үҙ тырышлығы ла ярҙам итә, күрәһең, яйлап аяҡҡа баҫа көслө ихтыярлы ҡыҙ.
Салауат педагогия училищеһы студенты булыу мораҙына өлгәшә Рәсимә. Атаһы, бер үгеҙен һатып, шәп баян алып бирә ҡыҙына. Хорҙа ла, баянсылар ансамблендә лә сығыш яһай, сәхнәнән үҙ шиғырҙарын һөйләргә лә оҫтара ул. Педагогтары Эра Ярышева: «Ауылдарға уҡытыусы булып барасаҡһығыҙ, һеҙ өлгө, бер башҡа юғары булырға тейеш», – тип өйрәтә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған белгес тыуған районына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.
Күрше Апас ауылынан Салауат Ғайсинға кейәүгә сығып, шунда төпләнә йәш ғаилә. Һөйөндөрөп кенә тыуған тәүге улдарына Төлкөсура тип ҡушырға теләй бәхетле атай. Киләсәктә ғәҙеллек һөйөүсән, көслө рухлы егет булып буй еткерәсәген һиҙә ул, әйтерһең. Әммә боронғо исем урынына Фәим тип атайҙар. Бер аҙҙан бәләкәстә сепсис диагнозы асыҡланып, ауыр хәлдә дауаханаға эләгәләр. Шәбәйеп өйгә ҡайтыуҙарына яңы һынау көтә ғаиләне. Йәш ҡатындың гепатит сирен балалар табыу йортонан йоҡторғаны билдәле була. Ике ай сабыйынан айырылып, дауаханала ятырға тура килә уға. 46 йәшендә бәпәй табып, үҙе лә мәшәҡәткә сумған әсәһе Рәсимә ҡыҙының тормошондағы һынауҙарында нисек таяныс булырға белмәй өҙгөләнә.

...«Ҡайтҡан айҙа уҡ икенсе балаға уҙғанмын, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһындағы комиссия йөктө алдырырға ҡарар сығарҙы. Тағы еңел булмаған һынау алдында ҡалдым. Ғүмере булғандыр балаҡайымдың акушерҙың «сабыйың үҫкән» тип әйтеүе булды, ҡайттым да киттем. Ниндәйҙер эске тауыш тынысландырҙы – барыһы ла яҡшы буласаҡ! Флүрем тыуырға бер ай ҡалғандыр, Салауат эштән бушамай, яңғыҙым бесәнгә йөрөнөм, ете һарыҡтың йөнөн ҡырҡтым, картуфты яйлап ҡаҙып сығарҙым. Ҡайҙан көс тапҡанмындыр? Әле хайран ҡалам!» – ти мөләйем ханым.
Хоҙай ярҙамы менән сәләмәт булып донъяға килә икенсе улдары Флүр. Миһырбанлы, ҡулы эш белгән отҡор бала булып үҫә ул. Малайҙар бәләкәстән ҡул араһына инеп, ярайһы уҡ ярҙамсыға әйләнә: мәктәпкә лә төшмәгәндәр, ә үҙҙәре утын яра, ташый, малды ҡараша. «Әнейемә бер илап ҡайтҡаным хәтеремдә, ул: «Ҡыҙым, үҙең теләп кейәүгә барҙың, беҙ риза булманыҡ, бөркөттәй ике улың бар, хәҙер улар өсөн йәшәйһең», – тип ҡаты ғына әйтте. Бары шунда атай-әсәйҙән фатихаһыҙ ғаилә ҡорорға ярамауын аңланым. Сабырлығыма таяндым. Тормош иптәшемдең яҡшы сифаттарын күрергә, күтәрергә тырыштым. Шөкөр, матур ғына йәшәп киттек», – тип дауам итә ул.
Бер көндө мәктәптә эштә сағында әсәһе килеп, өйөн ялтыратып йыуып киткән. Уңған инде ҡәҙерлеһе, иллеһен уҙған тимәҫһең. Тик тормай, алты балаһына ла һөйөүен, иғтибарын тиң бүлергә тырыша. Һөйөп кенә үҫтергән бәләкәстәре лә, итәгенән ҡалмай эйәреп, ваҡ йомошҡа эшкинә хәҙер, тип ҡыуанып ултыра ине, эштән ҡайтҡан иренән әсәһен дауаханаға һалыуҙарын ишетеп шаңҡыны. Һуңғы арала йыш иҫен юғалтып йығылған, хәлһеҙ ятҡан икән, береһенә әйтмәгән.
«Дауаханала әнейем янында ултырам, уҡшыйым, ҡан еҫе шулай тәьҫир итәме, тип үҙем уңайһыҙланам. Ул иғтибарлы ине, күҙәтеп ятҡан да: «Балам, һин йөклө түгелме?» – тип һораны. Баҙап ҡалдым. Шул һуңғы күреүем булған. Өфөлә дауаханала оҙаҡ ятты. Гөрләтеп тормош көткән балҡып торған ҡатын, яратҡан әнейебеҙ, һис көтмәгәндә күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Ундай тетрәнеүҙе, йөрәк яраһын бер кемгә лә теләмәйем. Ҡояшһыҙ, нурһыҙ ҡалдыҡ. Өсәүебеҙ ғаиләле булһаҡ та, өлкәнебеҙ Мәрүәгә – 29, ә иң кесебеҙгә саҡ алты йәш тулған. Атайыбыҙ яңынан өйләнде, әммә оҙаҡ йәшәмәне. Ҡыш тракторы менән Ағиҙел аша колхоз бүрәнәһен ташығанда, боҙ ярылып китеп, һыуға батып мәрхүм булды ул. Бер-бер артлы килгән юғалтыу тәрән ғазапҡа һалды. 

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Алтын аманат
Алтын аманат
Алтын аманат
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: