+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
4 Декабрь 2022, 13:10

Нур өләшә Гөлсирә

– Апай, һаулыҡ өсөн бик кәрәкле нәмәләр бар, бәлки, ҡарарһығыҙ? – тип Өфө урамында өндәшкән ҙур ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлө ҡатын хәтеремә уйылып ҡалғайны. Эстән генә уйлап ҡуйҙым: «Бына һиңә бер ҡарт ҡыҙ! Үҙе бик сая ла ахыры!» Яҙмыш мине был ҡатын менән ҡабаттан осраштырҙы. «Ҡарт ҡыҙ» тигәнем өс бала әсәһе, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсирә Мөхәмәтнур ҡыҙы Ғабсадирова булып сыҡты.

Нур өләшә Гөлсирә
Нур өләшә Гөлсирә

Ни өсөн башҡа килгән беренсе уй «ҡарт ҡыҙ» икәнен һуңлап булһа ла төшөндөм: битендә бер сырыш юҡ, буй-һыны – йәш ҡыҙҙарҙыҡы, ә бына ҙур ҡара күҙҙәре етди, кешегә һынамсыл ҡарай. Гөлсирә тәҡдим иткән бизнеста эшләп китмәһәм дә, БАД-тарын ҡуллана башланым. Ул килә-китә йөрөнө. Инде уның ғаилә хәле менән дә арыу ғына хәбәрҙармын: өс бала менән ҡуртымға алған фатирҙа көн күрә, шул сәбәпле, ғаиләлә берҙән-бер малтабар булғас (иренән айырылған), бер нисә урында эшләргә мәжбүр. Шулай ҙа Гөлсирә килеп киткән һайын уйланам: фатирһыҙлыҡ ныҡ үҙәгенә үтә бит! Ә үҙе һәр саҡ йылмая, кешене йыуатырлыҡ һүҙ ҙә таба белә, кәрәк икән – ярҙам ҡулын һуҙа. Уның ысын хәлен белмәгән кеше, был бәхетле ҡатындыр инде, тип уйлауы бар. Шулай ҙа миңә яҙмыштың Гөлсирәгә йылмайған сағын күреү шатлығы ла насип булды: уға Һупайлы биҫтәһенән бушлай ике бүлмәле фатир бирҙеләр! 2009 йыл ине. Был ваҡиға Гөлсирә һәм яҡындары өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрам булды! Ул саҡта Гөлсирә Мөхәмәтнур ҡыҙына 47 йәш ине, быйыл ноябрь айында, инде утты-һыуҙы бергә кискән, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисергән, туған-һеңлегә әйләнеп бөткән был ҡатынға 60 йәш тула. Элек уны Өфөлә уҡытҡан уҡыусылары, хеҙмәттәштәре генә белһә, хәҙер ул бик күптәргә халыҡ табибы булараҡ билдәле. Уҡытыусынан табипҡа әйләнеү юлы күптәр өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булыр. Бөгөнгө йәмәғәтселеккә киң билдәле халыҡ табибәһе Гөлсирә Ғабсадирова тураһында ни ҙә булһа әйтер алдынан, һүҙҙе ул үҫкән ғаиләгә – Мәсетле ра­йоны Йыланыш ауылына ҡараш ташлар кәрәк. Кеше – ағастың олоно, ә уны ағас иткән, йәшәткән һәм йәшәрткән өлөшө – тамырҙарҙа.
Йыланышта бөгөн ике ғаилә йәшәй: Йәрмөхәмәтовтар, Ғабсадировтар. Икеһе лә бер туғандар икән. Бары Жиһанур ҡарттаһы – Йәрмөхәмәттең, ә Жиһанурҙың бер туған энеһе Мөхәмәтнур батыр атаһы Ғәбделсабирҙың исемен фамилия итеп алған. Ғәбделсабир үҙе бик уҡымышлы мулла була. Мөхәмәтнур – районда бил бирмәгән көрәшсе, эш алдынғыһы. Водитель. Исем-аты бер ҡасан да райондың «Почет таҡтаһы»нан төшмәй. Алты бала тәрбиәләгән ғаилә хужабикәһе Клара фермала эшләй. Эштән бушамаған, егәрле хеҙмәт кешеләре булараҡ дан тотҡан был ғаиләнең күп осраҡта йәш ҡурпыһын ҡурсалаусыһы булып Яңылбикә өләсәйҙәре тора. Иртә таңдан ҡара кискә саҡлы арыу-талыуҙың ни икәнен белмәй донъя көткән, күпте күргән, күпте кисергән был ҡатын ейән-ейәнсәрҙәренә терәк тә, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла һәм уларҙың рухи үҫешенә йүнәлеш биреүсе лә була. Ә инде Гөлсирә, ғаиләлә баш бала булараҡ, үләндәр, һөлөк менән балаларҙы һәм ауылдаштарын дауалаған өләсәйҙәренең һәр һүҙен күңеленә һеңдерә, ғәмәлдәрен уға эйәреп, уның кеүек һоллоҡ менән еренә еткереп башҡарырға тырыша. Мөхәмәтнур батыр ҙа балаларын тик һөйөп, һылап-һыйпап ултырмай – һәр береһенең үҙ вазифаһы, үҙ тармағы, үҙ урыны... Ата әйткән – ҡанун. Күп балалы ғаилә ҡуйылған тәртипкә буйһонорға тейеш. Бер уйлаһаң, Мөхәмәтнур ҡаты ҡуллы атай булып күҙ алдына баҫһа ла, Гөлсирә үҙенең бала саҡ хәтирәләренә сумһа: «Мин үҙемде иҫләй башлауҙың тәүге күренеше – ултырғыста ҡыҙыл көрән пальто эленеп тора! Бәрхәт туҡымаға ҡояш нуры сағылып, күҙҙе ҡамаштыра», – тип башлай. Һәм, әлбиттә, ауылда тәү башлап пәйҙә булған был кейемде ҡыҙына Мөхәмәтнур алыҫ сәфәренән алып ҡайтҡан була! Гөлсирәнең атаһына бәйле тағы бер иҫтәлеге бар. Йәй. Бесән өҫтө. Һауынсы әсәләре бер төбәктә бесән саба. Ире, Мөхәмәтнур, эштән бушаған арала шуны алырға килә. Атаһы бейегәйтелгән кузовлы машинаға бесән ырғыта, әсәһы күбә аҫтын тырмата, ә Гөлсирә – баш бала – өҫтә бесән тапай. Шул мәл, бесән тейәлеп бөткәс-иткәс, шыуып төшәһе урынға Гөлсирә осоп барып башы менән ҡаҙала. Мөхәмәтнур йөгөн «һә» тигәнсә бушатып, машина­һын ауылға ҡыуа – әсәһенә, Яңылбикә баҡшыға ышана – ярҙам итһә, ул итер: бала тын алмай, иҫе юҡ. Яңылбикә әллә доға, әллә им-том ярҙамында ейәнсәренә йән индерә, мәгәр Мөхәмәтнур ул бесәнде алып ҡайтыу түгел, балаһын саҡ юғалтмай ҡалған шул урын эргәһенән үтергә ҡурҡа.
Ата-әсәһе нисек кенә тырышып-тырмашып эшләп аҡса табып, Яңылбикә өләсәләре һәр ейән-ейәнсәрен нисек кенә бәпләп баҡмаһын – эре ҡанат ярған ҡош балалары кеүек, йәш ҡурпы ауыл мәктәбен тамамлау менән ситкә оса тора. Һәр бала үҙе киткәндән һуң моңһоулыҡ, ата-әсә күңелендә юҡһыныу, һағыш ҡалдыра. Гөлсирә, Ғәзинур, Земфира, Гөлфирә, Айгүзәл, Флорит... Клара апай мәрхүмәнең (ул иренән күпкә алдараҡ гүр эйәһе булды) ҡалдырған яҙмаларында ана шул кисерештәр ярылып ятҡандай.
1977 йыл. Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә Гөлсирә Ғабсадирова күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнеү сәбәпле эләгә. Әлбиттә, яҡшы уҡыған, мәктәптең дружина советын етәкләгән уҡыусыға документтарын еңел генә тоттороп сығармайҙар – ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура килә. Ғаиләһендә эшһөйәрлек тәрбиәһен алған ҡыҙға коллективҡа инеп китеү ауыр бирелмәй – эшлекле кешене ҡайҙа ла ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр. Ул шунда уҡ «Йәш дзержинсы» ойошмаһына инә. Юлай Мәҡсүтов, Румия Әфләтунова менән «Комсомол прожекторы» гәзитен сығаралар. Дөйөм ятаҡтан уҡыу корпусына тиклем байтаҡ ара– балалар уны көн дә йүгереп үтә, ә аяҡта – туфли, капрон ойоҡ. Бына шул мәл ҡасандыр, 2-3 йәшендә, ҙурыраҡ бала-саға менән йыуаға барып, һаҙлыҡҡа батып, ныҡ һалҡын тейҙергәне ҡалҡып сыға – Гөлсирә аяҡтан яҙа. Бик тиҙ өйрәнеп, эҫенеп киткән класын, тәрбиәселәре Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙы Ҡолшәрипованы һағына, әммә дауахана койкаһына бәйләнгән кеүек ятҡан ҡыҙға бөтәһе лә хәҙер таңда күргән бәхетле, ләкин ҡыҫҡа төш һымаҡ күренә.
Класташтары, Гөлсирәне күптән түгел генә белһә лә, ташламай: өйгә эште килтерәләр, класта үткәндәрен аңлаталар. Әммә ревматоидлы полиартрит тиҙ бирешергә уйламай: 10-сы класта ла Гөлсирә дүрт ай дауаханала ята. Ҡараңғы төндәр, борсолоу тулы көндәр. Уларҙы уҡытырға килгән класташтарының йылы ҡарашы, дәрт-дармандары ташып торған йөҙҙәре генә яҡтырта. Кешенең кешегә ни тиклем кәрәк икәнен шунда төшөнә Гөлсирә. Өлгөргәнлек аттестатын ала ул, педа­гогия институтының сит телдәр факультетына имтихан тота һәм йырлап инеп китә. Әгәр ҙә ул саҡта хәҙерге ише студенттарҙы уҡыу йылы башланыу менән колхозға ебәрмәһәләр; әгәр ҙә Гөлсирә, оҙон-оҙаҡ дауаханаларҙа ятыуын һәм сирен раҫлаған справка алып, деканат өҫтәленә һалһа; әгәр ҙә ата-әсәһе, алдан күреп, ҡыҙҙарының хәлен хәлләп, эргәһенә килеп етһә... Гөлсирә колхозда ямғыр аҫтында сөгөлдөр алып, өҙлөгөп, ҡабат дауаханаға эләкмәҫ ине. Әммә... «Бөттө, – тип уйлай ул. – Бары ла бөттө, хыялдар селпәрәмә килде!» Ҡыҙарып шешенгән быуындар, береһенән-береһе ҡурҡыныс анализдар... Нишләргә?! Дауахананан сыҡҡас, ата-әсәһенең һәм табиптарҙың кәңәшен тотоп, Гөлсирә Үзбәкстандағы туғандарына юллана. Ә институт? Ул әлегә хыял булып ҡала...

Таңсулпан Ғарипова.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: