+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
27 Октябрь 2022, 14:30

Ҡояштыр әсә йөрәге

Күгәрсен районы Әлемғол ауылы ҡыҙы Фәйрүзә менән Түләбай егете Нурҙың мөхәббәт тарихы ябай. Нур ағай ҡыҙҙы өсөнсө класта уҡ бер сарала күреп оҡшата. Туғыҙынсыла улар осраҡлы ғына тағы күрешә. Бер төркөм әхирәттәре менән уйындан ҡайтып барған ҡыҙҙы ике туған ағаһы Сынбулат һаҡлап йөрөй. Егет унан ҡыҙҙарҙы оҙатып ҡуйырға рөхсәт һорай. Дуҫлашалар тип һаналһа ла, улар өйләнешкәнсе етәкләшергә лә ҡыймай хатта. Ул саҡта Нур ағай Стәрлетамаҡта телемастерға уҡый. Әрмегә китер алдынан оҙатыу кисәһенә саҡыра буласаҡ һалдат. Фәйрүзәгә әсәһе, барма, ҡыҙҙарға килешкән эш түгел, ти. Һөйгәне килә алмағас, табынға егеттәр генә йыйыла. Иртәгәһенә Нур үҙе поезда ҡыҙҙы Өфөгә тиклем оҙата, төнө буйы һөйләшеп баралар. Ике йыл буйы араны хаттар бәйләй. Егет әрменән ҡайтыуға атайһыҙ ҡалған һылыу Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөгән була. Һалдат буласаҡ ҡәйнәһенә барып ярҙам итеп йөрөй. Йәштәр 1989 йылда ғаилә ҡороп, Өфөлә йәшәй башлай. Өнһөҙ генә аңлашҡан, йөрәк менән яратышып өйләнешкән парҙың тормош юлы фәһемле лә, һоҡланғыс та.

Ҡояштыр  әсә йөрәге
Ҡояштыр әсә йөрәге

...Бала менән хушлашып сығығыҙ, уны ҡабат күрмәүегеҙ ҙә бар тигәс, Фәйрүзә ханым бәләкәсе янына инә. Ә хәләле бер һүҙ әйтә: «Инеп йөрөмәйем, һауығып сыҡҡас күрешербеҙ». Улының, ҡасан өйгә алып ҡайтаһығыҙ, тигәненә, тиҙҙән, тип әйтергә көс таба әсә. Бына ул шаңҡып дауахана коридорында баҫып тора. Башында бер уй: «Ул йәшәргә тейеш!» Операция бүлмәһенән сыҡҡан һәр табипҡа һораулы ҡарашын төбәй, ә улар барыһы ла һүҙен, балағыҙ нисәү, тип башлай. Берәү, ул йәшәргә тейеш, ти әсә кеше, бар ихтыярын йыйып. Ысынбарлыҡ аяуһыҙ, бындай операциянан һуң тере ҡалғандар ҙа оҙаҡ йәшәмәй, тиҙәр. Эсе ауыртҡанға күрһәтергә генә алып килгән алты йәшлек улдарын дауаханала алып ҡалғастары бер аҙ борсолһа ла, табиптар ҡулында бит, ҡарарҙар, тип ышана. Тик ни сәбәптәндер анализдар шунда уҡ алынмай, опе­рация тәүлеккә кисектерелә, ул арала ҡиммәтле ваҡыт юғалтыла. Ҡаһарман ҡатын бар инстанцияларҙы аяҡҡа баҫтырғансы улының сейәлгән эсәк туҡымалары һулып өлгөрә. Ҡатмарлы операциянан һуң ете тәүлек реа­нимация ишеге төбөндә йәшәй ул. Ҡулдары, аяҡтары ойой, аңын юғалта башлай ҙа, иҫемде юйған саҡта бәләкәсем донъя менән хушлашып ҡуйһа, күрмәй ҡаламмы, тип үҙ-үҙен ҡулға ала. Был көндәр уларҙың йәшәйешен быға тиклем һәм унан һуңғы ике өлөшкә бүлә.
Ҡайһылай бәхетле булғанмын тип уйлай Фәйрүзә Фәйзрахман ҡыҙы. Хыялына ынтылып, сәнғәт училищеһына уҡырға ингән ерҙән әсәһенең ебәрмәүенә лә үпкәләмәй ул хәҙер. Юғары белемле табип булыуы, үҙенә ышанысы уға улын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Быға тиклем терапевт булып эшләп йөрөгән 18-се дауахананы ҡалдырып, балаһын кеше итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тәүҙә инвалидлыҡ юллауҙан баш тарталар, малай үҙе лә йәшәргә ынтыла, атаһы көн-төн эшләп мал табырға тырыша. Тик дарыуҙарҙың ҡиммәтлеге, унан бигерәк уларҙы табыу ҙур мәшәҡәткә әүерелеүе ҡағыҙҙарҙы теүәлләп алырға мәжбүр итә. Фәйрүзә апай балаһын һалдат һымаҡ теүәл тәртип менән ҡарай, бик талапсан һәм хәстәрлекле әсәй була. Мәктәпкә төшкәс, өйҙә уҡытыуға күсергә кәрәк тиһәләр ҙә, ризалашмай. Ни ғәжәп, ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгән Ринаттары юғары кластарҙа мәктәптең футбол, баскетбол, шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командалары капитаны булып китә. «9-сы вал» тип аталған үҙ төркөмөн булдырып, йырлап та йөрөй. Үҫмер сағы үткәнсе йәшәтә алһағыҙ, артабан ҡурҡыныс кәмер, ти табиптар. Ун алтыһы тулғас, инвалидлыҡты яңынан юлларға кәрәк булғанда, мәсьәләләр килеп тыуып, республиканың баш балалар хирургына баралар. Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров шундай диагнозлы баланың бәлиғ булыу йәшенә тиклем етә алғанына ышанмай, операция эшләнгән дауахананан ауырыу та­рихын һоратып алдыра. Шунан донор табып, Австрияға операцияға ебәрергә уйлай, тик атай-әсәй ҡаршы төшә. Ринатҡа ныҡлы ҡарау кәрәк булғас, башҡа бала табыу тураһында уйлап та бирмәй Фәйрүзә ханым, улына иғтибары кәмеүҙән ҡурҡа. Тормош дауам итә, ата-әсәһенең кәңәше менән улдары юрист һөнәрен үҙләштерә. Диплом алғас, әсәһенән үҙен музыка өлкәһендә һынап ҡарарға бер йыл ваҡыт һорай. Ижадта уңмаһам, кире юристлыҡҡа ҡайтырмын, тип вәғәҙә бирә. Аллаға шөкөр, илһам килә. Шиғырҙар, көйҙәр яҙа, аранжировкалар эшләргә оҫтара, ШТК-ла ҡатнаша, рэп йырлай, яйлап үҙенең ижади студияһын булдыра.
Бер йыл самаһы элек улының республикабыҙҙың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең иғтибарын йәлеп иттерә алған «Ҡыуанам» йырына ижад иткән клибы сыҡҡас, Фәйрүзә апай үҙенең «йондоҙ» әсәһе икәнлеген аңлай. Сәхнәлә Rnt псевдонимы менән сығыш яһаған, үҙенсәлекле йырлау стиле булған Ринат Ниғмәтуллин бөгөн яңынан-яңы клиптары менән йәштәр күңелен арбай. Килендәре Айгөл дә – иптәшенә һәр яҡлап терәк һәм таяныс. Улар ир менән ҡатын ғына түгел, иң яҡын дуҫтар ҙа, тип ҡыуана әсә.
Ғаилә. Ошо бер генә һүҙ эсенә күпме көс һәм ҡөҙрәт, ныҡлыҡ һәм таяныс һыйған. Фәйрүзә ханымдар ҙа әсәһе Заһира Шәғәли ҡыҙы менән атаһы Фәйзрахман Мөхәмәтриза улының йылы ояһында биш ҡыҙ үҫә. Фирүзә апайы әле Күгәрсен районы Ҡалдар ауылында әсәй нигеҙен һаҡлап йәшәй. Әлфинур һәм Әлфирә һеңлеләре ғаиләләре менән Мәләүездә төпләнгән. Ғәйшә апайы менән Фәйрүзә ханым – Өфөлә, икәүләп бергә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Ата-әсәләре ғүмер буйы колхозда тир түгеп, ҡыҙҙарына юғары белем алырға ярҙам итә. Ҡыҙҙар ғына булғанғамы, улар шул тиклем татыу һәм дуҫ, кемеһе нимәгә тотонор булһа ла үҙ-ара кәңәшләшеп, ярҙамлашып, терәк-таяныс булып йәшәй. Йылына ике тапҡыр – 5 май һәм 5 октябрь – әсәләре менән аталарының яҡты донъяларҙан киткән көндәрендә улар мотлаҡ, тыуған нигеҙәренә йыйылып, аят уҡыта. Бер йомғаҡтай берҙәм, маҡсатлы, егәрле биш туғанға, уларҙың хәләлдәренә һәм бала-сағаларына ҡарап туйғыһыҙ.
Улын бер аҙ утыҡтырғас, уға тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә шарттар булдырыу өсөн байтаҡ аҡса ла талап ителгәнен аңлап, төрлө уйҙарға бирелә әсә. Табиптың эш хаҡы менән генә хыялдарына ирешеп булмауын аңғарған ҡатын, яҙмышында ҡырҡа боролош яһап, эшҡыуарлыҡҡа китә. Эш башлағанда атаһының бер туған ҡустыһы Илдар ағаһы менән Фәйрүзә еңгәһе ярҙам итеп, йүнәлеш биреп ебәрә. Торараҡ тормош иптәше Нур ағай ҙа уға тулыһынса ҡушыла. Былтыр эшҡыуар Фәйрүзә Ниғмәтуллина Рәсәйҙә киң билдәле трикотаж етештереүсе ҙур компанияның күмәртәләп һатыусы партнерҙары араһында иң уңышлыһы тигән исемгә лайыҡ була. Бөгөн ул – респуб­ликабыҙҙағы байтаҡ ижади йәштәрҙең башланғыстарын ҡеүәтләп, улар үткәргән төрлө сараларҙы матди яҡтан күтәргән абруйлы, мәрхәмәтле, хөрмәтле ханым. Беҙҙең баҫмабыҙ үткәргән «Әсә йөрәге» әҙәби бәйге проектының да ҙур терәге ул. Үҙе оло һынауҙар үтеп сыныҡҡан ҡатын, сабыйым, тип өҙөлгән әсәйҙәрҙең күңел кисерештәрен яҡшы аңлай. Ныҡлы нығынып киткәнсе үткәргән ауырлыҡтары, һатыу нөктәләрен тулыһынса юҡҡа сығарған ике янғынды кисереп, яңынан күтәрелергә көс тапҡан мәлдәре инде, шөкөр, артта. Ҡырҡ бер йәшендә, улына ун алты тулғас, Хоҙай уға тағы ла бер бәхет бүләк итә. Икенсе бәпесе тыуа. Бер туған апай-һеңлеләренең дә гел малайҙар булғас, шул тиклем арауыҡтан һуң яңынан әсә булған ханым сабыйына ҡырҡ көн булғансы туғандарына сабыйҙың ҡыҙ бала бу­лыуын әйтмәй. Улы менән мең ҡаршылыҡ аша үткән ҡатын күҙ тейеүҙән ҡурҡа. Һөҙөмтәлә бәпес күрергә килгән туғандар барыһы ла малай кейеме тотоп килә. Камилла ла хәҙер 20-се мәктәптә өсөнсөлә уҡый. Ағаһы һымаҡ ул да ижади бала, Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү­ҙәре ансамбленең балалар төркө­мөндә бейей, «Тамыр» каналының вокаль ансамблендә йырлай, Н. Са­битов исемендәге музыка мәктәбендә скрипка серҙәрен өйрәнә. Декабрь башында уҙасаҡ Rnt-ның кон­цертында ағаһы менән сәхнәгә сығырға ла дәрте бар. Ринаттың байтаҡ йырҙары әсәһенә арналған. Ә «Ҡыуанам» йырындағы «Үҙ ҡәләмең менән яҙ яҙмышыңды», – тигән һүҙҙәр был матур ғаиләнең бөтә ағзаларына ла ҡеүәт өҫтәй, уларҙың холҡон һәм булмышын сағылдыра.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Башҡортостан ҡыҙы №11, 2016  йыл.

Автор:
Читайте нас: