+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле ҡатын

Әсәйем Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтованың тамырҙары кешеләргә, кулак тоҡомо, тип мөһөр һуғылған һәм тормоштан бөтөнләй йолҡоп ташланған заманға барып тоташа. Уның эшһөйәр, осҡор сәсән Фәтхулла ҡартатаһын 1932 йылда тотош ауыл менән Таулыҡайҙан (Баймаҡ районы) Себергә һөргөнгә оҙаталар. Тыуған төйәге менән илап хушлаша ул. Йөрәккә ҡан һауыр һағыш йәндә,Тыуған илем, юлым һиңә ябыҡ.Йәнем-тәнем, бар булмышым һин бит –Булмаҫмы ни улыңа урын табып?Балаларым кемгә ҡарап ҡала?..

Шул мәлдән уларҙың тереклек өсөн михнәтле көндәре башлана. Кулак ҡатыны Зөләйханы (әсәйемдең өләсәһен) бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Ашар ризыҡтары, баш терәр урындары булмай. Ыҙалыҡ менән мал өйөндә мөйөш табалар. Унда тағы ике-өс шундай уҡ үкһеҙ ғаилә килеп һыйына. Ул замандан ҡалған иҫтәлектәре тик асығыуға һәм сикһеҙ өмөтһөҙлөккә бәйле. Ҡырҙан, урман-яландарҙан йыйып алып ҡайтҡан ризыҡҡа яраҡлы үлән, тамыр менән туҡланалар. Аслыҡтан сәңгелдәктә ятҡан сабыйҙар бер-бер артлы һүнә, мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Мерәҫ ауылына ҡасып китергә мәжбүр булалар. Унда «кулак ғаиләһе»нә миһырбанлыраҡ ҡарайҙар: барактан урын бирәләр, ә иң мөһиме – Зөләйханы һауынсы итеп эшкә алалар.
Ошо ауылда уның Мәрхәбә ҡыҙы буй еткерә. Мәңге ас үҫмерҙән 17 йәшлек асыҡ йөҙлө һомғол һылыуҡайға әүерелә ул.
1939 йылдың яҙы. Мәрхәбә көнө буйы эштә, ә кистәрен тегеү-сигеү менән үткәрә. Ғүмерендә үҙ ҡулдары менән теккән тәүге ситса күлдәгенә бөтөнләй башҡа төрлө тормош тураһындағы ҡыҙ хыялдарын нағышлап сигә.
Бына ул әҙер ҙә инде. Һабантуйға кейеп барырға ла мөмкин... Кисләтеп кенә көтмәгәндә ике туған Нурислам ағаһы килеп төшә. Мәрхәбә, йыйын, ҡайтабыҙ, ти ул. Уны армияға алалар, шуға ғаилә менән бергәләп иҫтәлеккә фото төшөргә булғандар, имеш.
Хәйләләп уны кейәүгә бирергә йыйыныуҙарын белмәй, ағаһына эйәрә өләсәйем. Буласаҡ кейәүе – ун йәшкә оло тол ир. Ул ауыл ере өсөн ҙур урын биләгән етеш донъялы кеше икән – кладовщик. Фәҡирлектән сығарып, аяҡҡа баҫтырыу өсөн шулай ниәт ҡыла ағаһы.
Мәрхәбә төнө буйы илап сыға. Күлдәгенә сиккән ҡыҙ хыялдары менән хушлаша. Ҡасып та ҡотола алыр ине, тик эске бер тауыш ҡапыл, ҡәҙерлем, барыһы ла яҡшы булыр, был ир һиңә өҫтән ебәрелгән, көслө, сибәр, итәғәтле күп балаларың тыуыр, тип өндәшә.
Шул тәҡдирҙә – алданып кейәүгә сыҡҡандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, әсәйем тыуа. 1941 йылдың 12 июнендә – һуғыш башланыуға ун көн ҡалған саҡта. Шуға ла уның да бала сағы ауырлыҡта, аслыҡта-яланғаслыҡта үтә. Эсте өҙөп асығыу тойғоһон баҫыу өсөн сәйҙе ата тоҙ ҡушып эсеүҙәрен әле лә иҫкә ала. Сабый ҡусты-һеңлеләрен ҡарау уның өҫтөндә була. Сәйнәп сепрәккә төрөлгән икмәк йомшағы – бахырҡайҙарҙың бөтә ризығы. Ул да оҙаҡҡа бармай. Ярһып илаған туғандарын алдаштырыр өсөн, әсәйем сараһыҙлыҡтан уларға телен ҡаптыра. Ҡанһыратҡансы һуралар.
Өләсәйемә ҡасандыр серле тауыш шыбырҙап әйткәндәрҙең барыһы ла тормошҡа аша.
Әсәйем, ысынлап та, бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған. Яманһыу иҫтәлектәре генә ҡалған аслыҡты еңеп сыға, ете йәшлек сағында эйәрһеҙ атта ла елдәй елдерә. Бәләкәй генә, тал сыбыҡтай нескә, ә үҙе малайҙарҙы ла еткермәй бесәндән һыбай сабып ҡайтыр була. Институтҡа ла тәү барыуҙа уҡ инеп китә һәм, тырышып уҡып, ата-әсәһен ҡыуандыра.

Зөһрә Сәйетҡолова.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: