0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кинйәбулаттарҙың Еңеүгә өлөшө

Йәшлектәрен һуғыш уты өткән быуын вәкилдәренең күргәндәре, кисергәндәре тураһында уйлаһаң, уйылып китерлек шул. Атайҙары, ағайҙары, һөйгәндәре фронтта фашист илбаҫарҙары менән алышһа, балалыҡтан яңы сыҡҡан үҫмерҙәр тыл һалдаттары булған әсәйҙәре, апайҙары, еңгәләре менән бергә ер һөрә, иген сәсә, көлтә бәйләй, бесән саба, кәбән ҡоя, фермаларҙа һыйыр һауа, Әүжән һәм Биштары урмандарында ағас ҡырҡа, һал ағыҙа, сабата кейеп, һыу ҙа кисә, ҡар ҙа яра. Үҙҙәре әйтмешләй, күрмәгән нужалары ҡалмағандыр. Ошо ифрат та һөйкөмлө, теремек инәйҙәргә ҡарап, уларҙы ауырлыҡтар ғына сыныҡтырған, тип әйтергә ҡала.

Тыл ҡаһармандары
Үкенескә ҡаршы, тормош ҡанундары аяуһыҙ. Йылдар үтеү менән тыл хеҙмәткәрҙәренең дә рәте һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Әле лә иҫәнлектә ғүмер итеүселәр инде үҙҙәренең 90 йәшен артылған.
Кинйәбулат ауылында Бөйөк Ватан һуғышына 193 кеше алына, шуларҙан 111-е яу яландарында ятып ҡала. Был бәрәкәтле ер тыуған илгә Советтар Союзы Геройҙары Тимербулат Ғәләүетдин улы Халиҡовты, Ғәли Иркәбәй улы Бирҙинды, шулай уҡ II һәм III Дәрәжә Дан ордены кавалеры Камалетдин Низам улы Шәрәфетдиновты бирҙе.
Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында алды-ялды белмәй көндө-төнгә ялғап эшләгән 14-15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар өс йөҙҙән артыҡ була. Уларҙан хәҙер тик ете генә кеше иҫән. Бына улар: Шәмсеҡәмәр Ғәлимова, Гөлбикә Исхаҡова, Миниса Ҡотлоәх­мәтова, Сабира Әмирханова, Ғәйшә Үмәрбаева, Мәрзиә Әмирханова, Сәрүәретдин Ҡотломөхәмәтов.
1921 йылда тыуған иң һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Наил Әхмәтвәли улы Солтанов һөйөклө ҡыҙы Рәмзиә менән ғүмер кисерә.
Байғужа ауыл советы биләмәһе ветерандар советының тырышлығы, ныҡышмалығы һәм туранан-тура ҡатнашлығында, шулай уҡ Ишембай муниципаль районы хакимиәте етәкселәренең оло ярҙамы менән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Кинйәбулат, Байғужа, Бәләкәй Байыҡ ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм Советтар Союзы Геройҙары Т. Ғ. Халиҡов, Ғ. И. Бирҙин, II һәм III Дәрәжә Дан ордены кавалеры К. Н. Шәрәфетдиновтарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль һәйкәл асылды.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуңғы снарядтың шартлауына ла 76 йыл тулды. Ил Президенты 2020 йылды Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан иткәйне. Данлы хәтер йылында Байғужа ауыл советы биләмәһенең ветерандар советы башланғысы, Ишембай муниципаль районы хәкимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахмановтың, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙарының оло ярҙамы менән Кинйәбулатта өс йөҙ кешенән торған тыл хеҙмәткәрҙәренең исемдәрен мәңгеләштергән мемориаль һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Шулай итеп, ветерандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге ауыл халҡы күңелендә онотолмай һаҡлана. Әлбиттә, был саралар үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә әйтеп бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәй дауам итеүенә булышлыҡ итә.

Юнир Тимербулатов.

Ишембай районы,

Кинйәбулат ауылы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: