+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
6 Апрель 2021, 09:51

Ғүмере – китап яҙырлыҡ

Әсәйем Мәфрүзә Зәйнулла ҡыҙы Сәйфуллинаның яҙмышы ғорурланырлыҡ та, һоҡланырлыҡ та – тотош китап яҙырлыҡ бер тарих. 20 йәшлек кенә сағында Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылына ҡайтып, унда медицина хеҙмәтен ойоштороусы һәм 40 йыл буйы кешеләр һаулығы һағында тороусы булараҡ халыҡ хәтерендә ҡалған ул. Әсәйебеҙ – «Почет билдәһе» ордены кавалеры. I категориялы фельдшерҙың тырышлығы «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» исеме, «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» билдәһе, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа награ­далар менән билдәләнгән. Иң мөһиме – халыҡ абруйын яулаған ул. Күп тапҡырҙар, ышаныс белдереп, үҙен ауыл, район советы депутаты итеп һайлағандар.

...Әсәйем 1918 йылдың 15 ноябрендә Салауат районы Лаҡлы ауылында ишле ғаиләлә һигеҙенсе бала булып доньяға килә. Атаһының ғүмере бик иртә өҙөлә. Тормош ауырлашкас, ғаиләләре менән Ҡыйғы районы Вәҡийәр ауылындағы олатайҙарына ҡайтып йәшәргә мәжбүр булалар.
Йыланлы ауылында тулы булмаған урта мәктәпте бөткәндән һуң, әсәйем 1936 йылда Бөрө ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инә. 1939 йылда уны уңышлы тамамлап, август айында уҡ Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында эш башлай.
Утыҙынсы йылдар аҙағында әле ауылдарҙа медицина хеҙмәте ойошторолмаған була. Хеҙмәтләндереү участогы ҙур. Йәшлек дәрте менән эш башлаған белгескә 13 бригаданан торған биш колхоз («Ибраһим», Калинин исемендәге, «Урал», «1 Май», «Октябрь») халҡына медицина хеҙмәтен ойоштороу йөкмәтелә. Ауыр­лыҡтарҙы еңеп сығыуҙа уның тырышлығы, ныҡышлығы, эш һөйөүе ярҙам иткәндер инде. Балаларҙы ла, ололарҙы ла хеҙмәтләндереү, ваҡы­тында медицина ярҙамы күрһәтеү, профилактик саралар, ауырлы ҡатындарҙы күҙәтеү аҫтына алыу, бәпестәр ҡабул итеү – барыһы ла фельдшер иңенә төшә.
Йәш белгес, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, көндө төнгә ялғап, ҡышын – билдән ҡар йырып, яҙын-көҙөн ҡойма ямғырҙарҙа, бысраҡ юлдарға ҡарамайынса, ярҙамға ашыға.
Әсәйемдең эшкә тотоноуына ике йыл да тулып өлгөрмәй, илдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бар ирҙәр һуғышҡа киткәс, донъя йөгө ҡатын-ҡыҙ, үҫмер балалар, ҡарт-ҡоро өҫтөндә ҡала.
Ауылға фронттан ҡара ҡағыҙҙар килә башлай, етем балалар арта. Етемдәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, 1943 йылда Түбәнге Ҡыйғыла балалар йорто асыла. Йәш фельдшерҙың эше тағы ла арта – медицина хеҙмәткәрҙәре булмау сәбәпле, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең һаулығын һаҡлау әсәйемә йөкмәтелә. Сабыйҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн ул бик ҙур көс һала. «Йонсоу, ауырыу балаларҙы йәлләп, йөрәгем өҙөлә торғайны», – тип һөйләй ине әсәйем.
Бөйөк Ватан һуғышы дауам итә, кешеләрҙең йәшәйеше көндән-көн мөшкөлләнә. Халыҡ үҙен һаҡлап алып ҡалырға, астан үлмәҫкә тырыша – ҡар аҫтында ҡалған бойҙайҙы йыйып ашайҙар. Зарарланған ашлыҡ ашаған ғаиләләр тағы ла ҡурҡынысыраҡ фажиғәгә тарый – ағыулана. «Был хәл һәр ауылда тиерлек булды, «1 Май» колхозының Оборона бригадаһы халҡы бигерәк тә ҙур зыян күрҙе.Унда һәр ғаиләнән өсәр-дүртәр кешенең ғүмере өҙөлдө», – тип хәтерләй торғайны әсәйем.
Кеше ғүмеренең иң матур сағы – йәшлек, әммә әсәйемдәр быуынының йәшлеген һуғыш «урлай». Йәштән тир түгеп, үҙҙәрен аямай, тыуған ил өсөн, Еңеү өсөн тип эшләй улар. Һуғыштан аҙаҡ барыһы ла ауылды төҙөкләндереү, яңы тормош ҡороу уйы менән янып йәшәй.
1962 йылда балалар йорто ябыла, уның өсөн яңы бина һалына башлаған була, төҙөлөш тамамланғас, Түбәнге Ҡыйғы участка дауаханаһы асыла. Баш табип булып Ғәлимйән Мортаза улы Мортазин һәм уның тормош иптәше – терапевт Фәниә Мотиғулла ҡыҙы эшкә киләләр. Әсәйем Мәфрүзә Зәйнулла ҡыҙы 1980 йылға тиклем стационарҙа өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарҙы. Һуғыш йылдарындағы ауыр хеҙмәт шарттары, аяҡтарына һыуыҡ үтеү эҙһеҙ ҡалмай – йөрөүе ауырлаша. Коляскала ултырһа ла, һис төшөнкөлөккә бирелмәне – илһамланып ши­ғырҙар ижад итте, ауылыбыҙҙың 300 йыллыҡ юбилейына Түбәнге Ҡыйғылағы медицина хеҙмәте тарихын яҙып, шул ваҡыттарҙа эшләгән аҡ халат­лыларҙың фотоальбомын төҙөп, музейға тапшырҙы.
Әсәйем атайыбыҙ Ахун Сәйфулла улы менән өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Мин, уның юлын дауам итеп, фельдшер һөнәрен һайланым. Бөгөнгө көндә әсәйемдең ейәне – табип Рөстәм Роберт улы Сәйфуллин – династиябыҙҙы дауам итә.
Әсәйем, күп ауырлыҡтар кисерһә лә, тормошта үҙен бик бәхетле кеше тип һананы. Беҙҙе лә матур тәрбиәләп үҫтерҙе, тик һуғыш афәттәрен күрергә яҙмаһын, тип теләктәр теләп ултырҙы. Ҡәҙерлебеҙ 94 йәшендә балалар хөрмәтендә-ҡәҙерендә баҡыйлыҡҡа күсте...

Сажиҙә Вәлиуллина.

Ҡыйғы районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: