Улар ғаиләлә 5 бала үҫә. Тупаҡ ауылындағы егеткә иртә кейәүгә сыҡҡан Рәсимә апайы, бынан ун йылдар самаһы юл фажиғәһенә осрап һәләк булған Мәүлит ағаһы... Бишәүһенән әлеге көндә Әлфиә генә иҫән.
Салауат мәктәбенең 7 класын тамамлағас, Әлфиә, Магнитогорск ҡалаһының 53-сө төҙөлөш училищеһына уҡырға инеп, штукатур-буяусы һөнәре алып сыға. Дуҫ ҡыҙы менән комсомол юлламаһы буйынса Түбәнге Кама ҡалаһына сығып китеп, шиналар эшләү заводына барып урынлаша. Унан алдынғы йәштәрҙе Ҡаҙағстанға, Экибастуз ҡалаһына ебәрәләр. Унда Дәүләт район электр станцияһын төҙөүҙә ҡатнаша ул. «Йылы, татлы емештәр үҫкән ерҙер тип килһәк, әсе һыуыҡ. 12 ҡыҙ ятаҡҡа урынлаштыҡ. Тараҡандар осоп йөрөй. Ҡайтҡыбыҙ килеп илаштыҡ. Бер айҙы тултырайыҡ та, тип тынысланып эшләп киттек. Шунан ҡалдыҡ та ҡуйҙыҡ. Үзбәкстанда йәшәгән Хәлил исемле төрөк егетенә кейәүгә сыҡтым. Шулай итеп, Мажинова булып киттем», – ти ул. Ире йәш кәләшен Үзбәкстанға алып ҡайта. Ҡайны йортонда сит халыҡтың йолаларын белмәгән ҡыҙға ҡыйынға тура килә. Ҡайныһының аяғына силғау урау, таңдан һыйыр һауып, һөт ҡайнатып эсереү кеүек эштәр үтә лә ялҡытҡыс тойола, унан да бигерәк ҡояштың яндырғыс эҫелеге хәлен ала. Йөклө кешегә был – түҙгеһеҙ ғазап. Ауыры төшә. Быны ла йәш ҡатын бик ауыр кисерә. Түҙмәй Экибастузға ҡайтып киткәс, ире артынан килә. Ҡыҙҙары Алһыу тыуа. Сибек кенә сабый була ул. Ире менән ғүмерлеккә аралары өҙөлгәнен тойһа ла, ҡыҙын рәхмәтле булып ҡабул итә.
Аҡыллы, тыңлаусан ғына ҡыҙ булып буй еткерә Алһыу. Үҫмер ваҡытында йөрәк сирле икәне асыҡлана. Әлфиә мәктәптә лаборант, кассир булып эшләй. Балаһын яңғыҙ бағырға тура килгәс, аҡса юҡлығы үҙәгенә үтә. Шул ваҡытта әхирәте менән эшҡыуарлыҡ шөғөлөнә тотонорға булып китә. Эш уңышлы килеп сыға. Һатыуға кейемдәрҙе улар Төркиәнән, Үзбәкстандан, Бешкәктән, Силәбенән ала. Ул арала үҫеп етеп Алһыу кейәүгә сыға. Ике ҡыҙ таба. Баш балаһы Софья һәләтле балалар өсөн мәктәптә уҡый, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Кристина беренсе класҡа уҡырға төшә. Ул ваҡытта Алһыу ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһына күсенгән була. Гел өләсәһе янында булған Софья ла, әсәһенең теләге буйынса, 5-се класҡа ошо ҡалала уҡырға бара. Бер аҙна ғына йөрөп өлгөрә ул мәктәпкә. Икенсе аҙнаһында әсә һәм ике ҡыҙ бер юлайы, юл фажиғәһенә осрап, һәләк була. Әлфиә Булат ҡыҙының был хәл алдынан йөрәге урынынан ҡуба. Үҙенә урын таба алмай. Алһыу менән Софьяның соҡорға ырғығандарын төшөндә күрә. Был хаҡта әхирәтенә лә яҙа. Бәләкәс ейәнсәрен төшөндә улар менән бергә күрмәгәс, тере ҡалғандыр тип, ныҡлап ҡарарға ҡуша. Әммә ысынбарлыҡ аяуһыҙ. Өмөттәр ҙә ҡайһы ваҡыт аҡланмай. Йәндәй күргән өс кешеңде бер юлы юғалтыу... Йоҡоһонан уянырға теләмәгән, еп өҙөрлөк тә хәле булмаған көндәре, йоҡоһоҙ төндәре күп була Әлфиә апайҙың. «Йөрәгеңде өҙҙөрмә, үҙеңде ҡулға ал, намаҙға баҫ!» – ти төшөнә ингән өләсәһе. Доғалар ятлай, ҡәҙерлеләренә аяттар бағышлай. Яйлап күңеле тынысланғандай була. Аллаһы Тәғәлә миңә һынауҙы нимә өсөндөр биргән, тип ҡабул итә Әлфиә ханым был хәл хаҡында ныҡлап уйлана торғас. Мәсет төҙөргә, кешеләргә ярҙам итергә тейешмен, тигән һығымтаға килә, шулай ниәт итә.
«Рәхмәт, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла әсәлек бәхетен татыным, иң матур ейәнсәрҙәр һөйҙөм, өләсәй булыу ҡыуанысын кисерҙем, тип Аллаһы Тәғәләмә рәхмәт уҡыйым. Йөрәгемде алып эргәләренә ятырға теләгән ваҡыттарым күп булды. Әммә йәшәргә үҙемдә көс таптым», – ти Әлфиә апай. Ғүмер һәр кемгә һынау өсөн бирелә. Ҡайғыны сабыр, күндәм күтәреү ҙә – батырлыҡ. Әле лә Әсәләр көнөндә, ошондай байрамдарҙа ул ауыртыу, юғалтыу, кире әйләнеп килеп, әсәнең йөрәген һыҙлата. Ҡәҙерлеләренең йөрәк түрендәге урынын берәү ҙә яулай алмауын ул бөтә булмышы менән тоя.
Күңел йылыһын туғандарына мул өләшә. Кемгә кәрәк, барыһына ла ярҙам итә. Әлфиә апайҙың ғына ҡулынан килерлек, башҡаларҙың башы ла, көсө лә етмәҫ мәсьәләләрҙе ул йырып сыға. Бер туғанының башында шеш табалар. Әлфиә Булат ҡыҙының тынғыһыҙлығы арҡаһында ҡатындың ғүмере ҡотҡарып ҡалына. Мәскәү тиклем Мәскәүгә барып етә ул. Тейешле операция ваҡытында яһала.
Хоҙайға ғибәҙәт ҡылыу йән тыныслығын ҡайтара. Сит милләттән булған ире, Александр Семенович Раскотов, уны аңлап ҡарай. Юлда поезда китеп барғанда ла, намаҙ ваҡыттары етеп, кешеләрҙән уңайһыҙланыбыраҡ ултырған Әлфиәгә шарттар булдырырға, кешеләрҙән рөхсәт һорап, был ғәмәлен башҡарып ҡуйырға булыша.
Тыуған яғында, Әбйәлил районы Озерный ауылында, мәсет төҙөгәс, күңеле урынына ултырғандай була. Ҙур ауырлыҡ, рух ныҡлығына һынауҙар аша төҙөлгән Хоҙай йортон сафҡа индереүгә ауыл халҡы ихлас ярҙам итә. Шулай итеп, Озерный ауылында бик күркәм ике мөнбәрле мәсет пәйҙа була. Уға ҡыҙының исемен бирә. Алһыу мәсетенән хәҙер кеше өҙөлмәй. Бала юғалтыу – бер ҡасан да уңалмай торған яра, әммә Әлфиә апай үҙендә йәшәргә көс таба. Үҙе һамаҡ бала ҡайғыһы кисергәндәрҙе уйлай. Улар ошонда килеп йәндәренә дауа алһын, ҡайғыларын баҫһын, доға көтөп ятҡан мәрхүмдәр буш ҡалмаһын, тип уйлауы уға ошо изге ғәмәлде башҡарып сығырға ҡөҙрәт бирә. Ваҡыт-ваҡыты менән уны балаларын юҡһыныу хисе биләп ала. Уға тыуған яҡты һағыныу тойғоһо ҡушыла.
Бер яҡтан булмаһа, икенсе яҡтан бәхете була кешенең. Әлфиә апай мөхәббәтен һуңлап ҡына таба. Буласаҡ тормош иптәше менән уны таныштыралар. Тол ҡалған ир була ул. Тиҙ генә өйләнешергә тәҡдим яһағас, ниңә ҡабаландыраһың, тигәнгә, йә быныһын, йә тегенеһен димләп, үҙемә тын алырға ла ирек бирмәй башланылар, тип яуаплай ир. Ҡәҙер итеп, хөрмәт күрһәтеп йәшәткән, балаларын, туғандарын ҡабул иткән, хатта никах уҡытҡан, үҙенә мосолман исеме ҡуштырған, тимәк, диненә ихтирам күрһәткән, телен өйрәнгән, йолаларҙы атҡарышҡан хәләл ефете – бөтә йәһәттән Әлфиә апайҙы аңлаған һикәлтәле тормош юлында ышаныслы терәге ул.
«Ишбулат ағайҙың рухына бағышланған аятҡа ҡайтҡайныҡ элекке йыл Озерный ауылына. 3 ғинуар ине, ә 8 ғинуар – үҙемдең тыуған көнөм. Ирем, бөтә туғандарҙы йыйып, 59 йәшемде үткәреүҙе хәстәрләгән. Ярай әле күрешкәнбеҙ, быйыл 60-ымды улай итеп билдәләргә мөмкинлек булманы», – ти Әлфиә апай.
Ҡаҙағстанда уның ҡатын-ҡыҙҙар кейем-һалымы бутигы бар. Әлфиә апайҙың теләге – өйҙәрен һатып, Башҡортостанға ҡайтыу. «Олоғайған көндә туғандар менән аралашыу шатлығында тыуған яҡта йәшәү – оло бәхет», – ти ул. «Әсәм-атам торған ер, кендек ҡаны тамған ер», – тип юҡҡа данламайҙарҙыр тыуған яҡты. Йән тарта. Әлфиә апайға ниәтенә олғашырға насип булһын.