Зәйтүнә апай ошо райондың Юлдыбай ауылында тыуып үҫә. Боронғо был ауыл – тәрән тамырлы, бәҫле һәм бик көслө Моталлаповтар нәҫеленең төйәге. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Хөрмәт Моталлапов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Мәүлетдин һәм Урал Моталлаповтар – Зәйтүнә апайҙың туғандары. Хөрмәт ағаһы мәрхүм, уның улы Урал, ҡустыһы Мәүлетдин исеме инде тарихта ғына ҡалған «Юлдыбай» совхозының данын күтәрҙе. Атай-олатайҙары ҡорған хужалыҡҡа аҙаҡҡаса тоғро ҡалды алдынғы механизаторҙар. Ул ябылғас, эштән иң аҙаҡҡыларҙан булып киттеләр, тиһәң, бер ҙә яңылыш булмаҫ.
Атаһы Хисмәт Абдулла улы һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхоз рәйесе, аҙаҡтан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, бригадир, ферма мөдире булып эшләй. Ун бер балаға ғүмер биргән, шуларҙың һигеҙен аяҡҡа баҫтырған (өс сабыйы сәңгелдәктә ятҡан йәштә үлеп ҡала) әсәһе Хәлимә Ҡорбанғәле ҡыҙының ҡулынан килмәгән эш булмай. Ире Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып аҙағынаса ил азатлығы өсөн көрәшә, ә ул, аслыҡ-яланғаслыҡты еңеп, дүрт балаһы менән иҫән-һау ҡаршы ала ғаилә башлығын. «Унан да үткер, унан да булдыҡлы ҡатын юҡ ине беҙҙең тирәлә», – тип иҫкә ала ҡәҙерлеһен Зәйтүнә апай.
Ергә ереккән, хеҙмәткә бирелгән ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ, әлбиттә, ауылда иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһен һайлай – мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йорто биргән йүнәлтмә буйынса хеҙмәт юлын Әбйәлил районының «Заветы Ильича» колхозында (Гусев ауылы) веттехник булып башлай. Йәш белгес тырышып эшләй, һөнәре нескәлектәрен еренә еткереп өйрәнә. Һултантимергә килгәндә ул инде оҫта мал табибы булып өлгөрә.
Тыуған районына ҡайтыуы, йәмле Һаҡмар буйын таулы дала тәбиғәтле Һултантимергә алмаштырыуы, тормошҡа сығып, яҙмышын ошо ауыл егете Кинйәбай ҡулына тапшырыуы менән бәйле. Техникумда уҡыған сағында практика үтә бында, шулай таныша ла инде йәштәр. Кинйәбай Ғөбәйҙулла улының да, ветеринар булып, совхоз бүлексәһендә эшләп йөрөгән дәртле сағы була.
Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. «Малай табып бирһәңсе, Зәйтүнә», – ти бәхетле атай өсөнсө бәпесен – Таңһылыуҙы – ҡулына тәүге тапҡыр алғанда.
Эйе, улы ла тыуа уның. Тик күрә алмай Кинйәбай Ғөбәйҙулла улы нәҫелен дауам итер вариҫын – 1982 йылдың сағыу август айында йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була. Атайҙан ҡалып тыуған балаға, йоланы тотоп, Бүләк тип исем ҡуштырта әсә.
Дүрт балалы яңғыҙ ҡатын... Тормошоноң шулай үҙгәреүен, яҙмышының кинәт боролоуын Зәйтүнә апай ауыр кисерә. Сәскәләй генә саҡтары ла баһа. Яңы ғына донъя көтә башлағайнылар бит... Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ҡатын артабан йәшәп китергә үҙендә көс таба. Балалары хаҡына ҡайғы-хәсрәттәрҙән өҫтөн булырға кәрәклеген йөрәге менән тоя, туғандарында таяныс таба. Был ваҡытта атаһы ла, әсәһе лә юҡ ине инде яҡты донъяларҙа. Ағалары Хөрмәт, Марат, ҡустылары Мәүлетдин, Кинйәбулат, апаһы Гөлйемеш, һеңлеһе Көнһылыу, кейәүе Булат һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итәләр, һәр йәһәттән терәк булалар. Мәрхүм тормош иптәше яғынан да туғандары уны ташламай.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.