0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
2 Октябрь 2020, 14:52

Мәңге арбар сикһеҙлек

Арабыҙҙа төрлө быуын,төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары йәшәй. Кеменәндер һабаҡ алып, икенсеһенә ҡарап һоҡланып, ҡараштарыбыҙҙы йүнәлтһәк, иманым камил, үҙебеҙҙең күңелдәребеҙ ҙә аҡланып-сафланып китер.«Ҡатын-ҡыҙға килешә тыйнаҡ булыу,Тыйнаҡлыҡтан алда йыйнаҡ булыу», – тигән һүҙҙәр оло ихтирамға лайыҡ булған, Әбйәлил районының Байым ауылында тыуып, күрше Туйыш ауылы егетенә кейәүгә сығып, шунда ғүмер кисергән, быйыл инде 88-е аша атлаған Ғәлиә Ғәбделбарый ҡыҙына бик тә таман.

Тол ҡатын ул... Йәғни, йәшләй генә йән һөйгәненән ҡалып та, ғүмер баҡый уға тоғролоҡ һаҡлаған, бер тапҡыр ғына булһа ла башҡа ирҙәргә күҙ һирпмәгән, тәүге мөхәббәтенә тап төшөрмәй күңелендә һаҡлай алған оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ. Беҙ, ғәҙәттә, ирһеҙ ҡалғандарҙың барыһын да тол ҡатын тип нарыҡларға күнеккәнбеҙ. Ә бит улай түгел. Ире йәки ҡатыны үлеп яңғыҙ ҡалған һәм башҡаса кейәүгә сыҡмай, ҡатын алмай йәшәгәндәрҙе тол ир, тол ҡатын тигән халыҡ. «Тол ат» тигән төшөнсә лә бар: бәйгегә ярамаған ярау (ҡыҙыл һөйләшендә – яндырай) атҡа әйтелә. Ҡарындағы яралғыны «толҡат» тип атағандар. Толҡат ике айҙан балаға әйләнә, тип иҫәпләнгән. «Толҡа тапмай» һүҙбәй­ләнеше иһә, «күңелгә ҡәнәғәтлек, рәхәтлек тапмай» тигәнде аңлата.
Һөйөп-һөйөлөп донъя көтөп ятҡан мәлдә ире Хафиз Афзал улы йәшләй генә үлеп киткәс, нисәмә йылдар толҡа тапмай, ҡайҙа һуғылырға, был көтөлмәгән фажиғәгә нисек түҙергә белмәй үткәргән йоҡоһоҙ төндәрен Ғәлиә апай үҙе генә беләлер. Тик шулай ҙа яҙмыш ауырлыҡтарынан һығылып төшмәй, хәсрәт тотҡононда йәшәмәй ул. Күҙ ҡараһындай күргән биш балаһы хаҡына үҙен ҡулға ала: баш балаһы Гөлниса ҡыҙына –10 йәш, төпсөгө Әлфиәгә – йәш ярым.
Әсәһе Хөсниямалдан биш йәшендә генә ҡала Ғәлиә. Дүртенсе балаһы – улы Инфатҡа ғүмер бүләк итеп, үҙе яҡты донъя менән хушлаша әсә. 1937 йыл был. Меңәрләгәндәрҙең ғәйепһеҙгә ғүмерен ҡыйған ҡурҡыныс, шомло осор артынан ҡанлы-ҡәһәрле һуғыш ҡалҡа. Һуғыштың бар фажиғәләрен, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңдәрендә татыған, бәләкәйҙән үк оло фиғелле булған һуғыш осоро балаһы ул. Атай һуғышта. Тылдағы бар ауырлыҡ ҡарт-ҡороларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңдәренә төшә. Бар туғандар бергә тупланып, өйҙәш торалар. Өй, күңел йылыһын, бер телем икмәкте бүлешеп, иртә таңдан кискә ҡәҙәр эштән бушамай, бер-береһен хәстәрләшеп йәшәйҙәр. Имаммөхәмәт олатаһының бөтмөрлөгө, йүнселлеге арҡаһында тере ҡалалар. Бөтә нәмәне үҙҙәре етештерә, бал ҡорто ла тоталар хатта. Оло ғаиләһен ҡарау ғына түгел, хәленән килгәнсе ауылдаштарына ла ярҙам итә олатаһы. «Йәшелсә үҫтерәбеҙ, Ҡыҙылдан көйәнтәләп һыу ташый-ташый елкәләр ауыртып бөтә ине. Буҙанан өҙөлмәнек, шуға ла өҙлөкмәгәнбеҙҙер инде. Йәйләүҙә ятҡанда ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй олатай бала-сағалары менән. Барыбыҙ ҙа үҙенә тәғәйен эште яҡшы белә, уны әйттермәй эшләй торғайныҡ», –тип хәтерләй Ғәлиә Ғәбделбарый ҡыҙы. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, олатай кеше тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бүлә.
Еңеү көнөн, атаһының һуғыштан имен-һау ҡайтыуын әле лә күҙ йәштәре аша хәтерләй ул. Һуғыштан һуң да әле еңел булмай берәүгә лә.
Илленсе йылдар башы. Буй еткергән баҫалҡы, аҙ һүҙле (олаталары туңауыҙҙар араһы), әммә һәр нәмәгә өлгөр, таһыллыҡта ал бирмәгән эшсән ҡыҙға ул яҡтан да, был яҡтан да күҙ һалыусылар әҙ булмай. Тик күңеленә ятҡан йырсы тигән исеме сыҡҡан, оҫта бейеүсе булған Хафиз Афзал улы менән 1952 йылда сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп йәшәп китәләр. 1957 йылда яңы өй һалып сығалар. Эшкә сос Хафиз ағай колхоз эшенән дә бушамай, өйөндә лә тынғы белмәй эшләй. Биш балаға атай булыу ҙа ҡанат ҡуйғандыр үҙенә.
Ғәлиә апайҙың тәүәккәл, булдыҡлы ла булыуы хаҡында тормошондағы бер ваҡиға асыҡ һөйләй. Хафиз ағай башта Зөләйха исемле ҡыҙға өйләнгән була, ҡыҙҙары Гөлсөм тыуа. Тик ғаилә тарҡала. Ғәлиә апай менән өйләнешкәс, ауыл Советы башлығы, бер ЗАГС-ҡа кергәнһең, етәр, тип, йәштәрҙе икенсеһенә үткәрмәй. Башҡа сәбәп­тәре лә булғандыр инде. Әйтә-тартҡылаша торғас, 1961 йылда Ғәлиә апай Мәскәүгә Косыгинға хат яҙа. Яуап хаты килеп етеү менән үк, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре саҡырып , никахтарын теркәй. Инде ҡыуанып, гөрләтеп йәшә лә йәшә ине лә бит... Яҙмыш үҙенсә хәл итә: 1963 йылда эшкә барышлай, мотоциклдан осоп һәләк була Хафиз Афзал улы.
Йәтимлектең әсе һурпаһын эсеп үҫкән Ғәлиә апай, балаларым уны тоймаһын, тип, бишкә ярылырҙай булып эшкә егелә. Йән яратҡанының кейемдәрен ҡулына алып, башын эйеп, ауыр уйға талған, күңеле илаған, йөрәге һыҡтаған саҡтары әҙ булма­ғандыр. Тик балаларына күҙ йәштәрен күрһәтмәй ул, ғаилә дилбегәһен ныҡ тота. Бөтә эшкә лә балаҡайҙарын үҙе өйрәтә, улар күңеленә яҡшы ғәҙәттәрҙе, ҡатынҡылыҡты, изгелек орлоҡтарын һала. Һәр балалағы баҫалҡылыҡ, күндәмлек, әҙәп-тыйнаҡлыҡ – әсә тәрбиәһенән, әле лә күҙ ҡарашынан аңлап торалар әсәләрен.
Хафиз ағай менән төҙөгән ҡотло нигеҙ әле лә балҡып ултыра, изгелеге, именлеге менән күркәм. Тик бала-саға тауыштары ғына һирәгерәк яңғырай унда. Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә бергәләп йыйылалар күберәк.
Әсә балаларына бәхеттәр генә теләһә лә, шау бәхеттән генә тормай шул донъя... Күҙ асып күргән баш балаһы Гөлнисаны юғалта әсә. «Бар донъям түңкәрелгәндәй булды, төндәр буйы, башҡа балалар күрмәгәндә генә, илай-илай күҙемдең ҡоросо ҡайтты. Шартлап һынырҙай саҡтарымда Хоҙайымдан сабырлыҡ һораным», – ти әсә, ауыр һулап.
36 йыл һауынсы булып эшләп, эше «Хеҙмәт ветераны», «Һуғыш балалары» миҙалдары, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән Ғәлиә апай көнө-төнө ферманан бушамаған саҡта бәләкәй туғандарын ҡарау тулыһынса тиерлек Гөлниса иңенә төшә. «Ҡыҙымдың бер ҡулында һәр саҡ китап булыр ине, икенсеһе менән эш эшләй, хатта икмәкте лә бер ҡуллап баҫа ине», – тип хәтерләй ул.
Тырыш, һәр яҡлап маһир Гөлниса Байым урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө медицина институтына инә, балалар табибы һөнәрен ала. Тормош юлдашы Яңыбай Арыҫланов менән Өфө районының Дмитриев ҡасабаһында йәшәнеләр, ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Гөлниса Хафиз ҡыҙы – атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре, Яңыбай Сәйфетдин улы атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Юғары категориялы, үҙ эшен биш бармағылай белгән һөнәр эйәһен Өфө районында танымаған кеше юҡ ине. Меңәрләгән баланы ҡотҡарған табипты һаҡлап алып ҡалыу әмәлдәрен тапманылар шул. Халыҡтың: «Әжәлдән дарыу юҡ», – тигәне хаҡ. Ҡыҙынан алда ике ейәнен (Гөлниса һәм Мәйсәрәнең улдары) юғалтҡан өләсәй ниҙән тәҡәт-толҡа тапҡандыр ҙа артабан йәшәүгә ҡайҙан көс алғандыр... Һығылып төштө, әммә һынманы. Бәлки, алдан һиҙенгәндер. Юҡҡамы ни уның һәр әйткәне юш килә, тормошҡа аша, хас та күрәҙәсе.
Ярай әле Закир улы менән Зөлхизә ҡыҙы ауылда төпләнгән. Әсә кешенең һәр көнөн биҙәп, ҡурсалап торалар. «Еғәрленең ҡулы етәү» тигәндәй, әсәләренә оҡшап, улары ла сос-өлгөрҙәр, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар ҡәҙерлеләрен.
Закир колхозда фермала эшләне, техниканы ла яҡшы белә. Ҡыҙҙары Мәйсәрә, Зөлхизә һәм Әлфиә әсәләренең: «Берегеҙ ҙә фермаға бармайһығыҙ!» – тигән ҡәтғи һүҙен йыҡмай, икенсе һөнәрҙәрҙе һайлай. Әсәлек бурысын еренә еткереп үтәне Ғәлиә апай: һәр балаһы дипломлы, башлы-күҙле. Бөгөнгө көндә 4 ейән, 4 ейәнсәргә, 1 бүлә, 3 бүләсәргә өләсәй булып, сабырлыҡ, иман менән тулы фатихаларын балалары йөрәгенә һала әсә. Һәр береһенә йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләп кейҙерә, ҡорама ҡорай, шәлен дә бәйләй. 88-ҙә лә, шөкөр, һау-сәләмәт, сослоғон да юғалтмаған. Ҡош-ҡортон, малын да көтә, йәй буйы баҡсаһы сәскәлә ултыра, емеш-еләге, йәшелсәһе уңа. Һәр эшен ентекле, сымыры итеп башҡара белә шул ул. Ололарҙың хәрәкәттә – бәрәкәт, тиеүҙәрен аңына ныҡ һеңдерә белеүҙәндер инде был.
Күҙ йәштәрен күрһәтмәй, түҙемлек, эшсәнлек өлгөһө булып ғүмер итә изгелекле әсә. Рухи ҡоттан, бергә татыу йәшәү бәхетенән, һаулыҡтан айырмаһын Хоҙай үҙегеҙҙе, Ғәлиә апай!

Мәүлиә Сәфиуллина.

Әбйәлил районы, Байым ауылы.

Читайте нас: