+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
5 Август 2020, 17:24

Мәғүҙә инәй

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2019 йылдың июнь һанында Иҫәнгилде имселәре хаҡында Рәзилә Ырыҫҡужинаның мәҡәләһен баҫҡайныҡ. Бына үҙебеҙҙең дә юл төштө Хәйбулла яҡтарына. Мәғүҙә инәйҙең, бәләкәй генә буйлы, алсаҡ йөҙлө башҡорт имсеһенең, шифалы ҡулдарының имен тойоп, самауыр сәйен эсеп, ҡыҙыҡлы тарих­тарын тыңлап, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. «Билдәле имсе Мөжәүир хәҙрәттең рухына бағышланған сараларҙа, кеше алдына сығып, белеп-күргәндәремде һөйләргә оялдым», – тип арҙаҡлы шәхескә бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән дә ихлас уртаҡлашҡайны ул. Билдәле хәҙрәт Мәғүҙә инәйгә атаһы яҡлап яҡын туған икән. Эйе, Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында йәшәп, һаман да төрлө сирҙәрҙән, күҙ тейеү, өсйәндән имләгән шифасы Мәғүҙә Мостафа ҡыҙы Иҫәнгилдина (Дәүләтшина) менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы шулай.

Тоҡомдан килгән һәләт
«Атайымдың әсәһе Сафия ҡартәсәйем имсе ине. Уның ете улы булған. Иң бәләкәсе – атайым. Бала­ларын, урманға китеп, кешегә күрһәтмәй генә тапҡан, кендеген дә үҙе ҡырҡҡан. Аҙаҡ сабыйын урын араһына урап һалып ҡуйған да, билен һыға быуып, дебет бәйләп, ҡорот иҙеп эсеп тик йөрөгән. Балаһы арыуыҡ ҙурайғансы кеше бер ни белмәгән. Күҙ тейеүҙән ҡурҡҡан. «Бынау Сафия билен быуып алған, әллә тағы балаһы бар микән, тип әйтә торғайны кеше», – тип көлөп һөйләй ине. Фотоға төшкән һайын йән бүленә тип, фотоға төшмәгән. Шуға бер фотоһы ла юҡ. Ғәйрәте, көсө күп булған. «Апай, сабыр ит. Апай, һеүләп китмә, тороп тор, зекер әйт», – тип Мөжәүир олатай үҙен саҡ тотоп килгән. Ныҡ дингә бирелгән була. Тәҙрәне ҡаплап ҡына сәхәр эскән дә көндөҙ ураҙала йөрөп тик ятҡан. Тыйылған булған бит ул заманда намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу. Пионерға инмә, тип мине тыйып ултыра торғайны. Аҙаҡтан ғына рөхсәт биргән уға Мәжәүир олатай кеше ҡарарға. Урамға сыҡһа, эргә-тирәләге ҡатын-ҡыҙҙар: «Уй, Аллам, тәңкәһе салтылдай, Сафия әбей килә!» – тип шыртлап тора торғайнылар. Уҫал булды килеп тороп. Түше тулы тәңкә ине. Өлкән ҡыҙым Баҙыян ҡартәсәмә оҡшаған. Ҡаратуры, яҫмаҡ, янбашлы, түшле. 1961 йылғы, ғүмер буйы балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ноҡот һала. Балаларҙы ла имләп ебәрә. Бәпәйе булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың эсен һылай. Ауырға ҡалалар. Ул да шул яҡҡа китеп ултыра. Ә миңә инде, белмәйем, имселек нисек бирелгәндер? 50 йәшемдә илай-илай ғәрәпсә уҡырға өйрәндем, намаҙға баҫтым», – тип һөйләй Мәғүҙә инәй.
Ен һуғылыу бәләһе
Байыш ауылынан Иҫәнгилдегә йәшләй генә килен булып төшә ул. Ире һарыҡ көтә. Йәш кәләшен өйҙә яңғыҙын ҡалдырырға ҡыҙғанып, үҙе менән алып йөрөй.
«Урғылып ятҡан шишмәнән һыу алдым да, тәһәрәтләнеп ҡайтайым тип, эргәһендәге һары һыу менән йыуындым. 5-6 аҙым да китмәнем, бер нәмә «ыш-ш!» тигәнгә әйләнеп ҡараһам, йылан ята. Ҡыҙыл, йәшел дә була икән йылан, буһаҡлы-буһаҡлы. Уй, өҫтөнә баҫа ғына яҙҙым. Ҡурҡтым үҙем! Артҡа ла ҡарамайынса йүгерҙем. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, ҡалтыранып алып киттем. Будкаға барып етеп, эргәһендә ултырған арбаның өҫтөнә менеп баҫтым. Ирем тау битендә һарыҡ көтөп йөрөй. «Тиҙерәк ҡайтығыҙ, мин үләм...» – тип ҡысҡырам тиһәм, тауышым бышылдап ҡына сыға. Аптырап, башымдағы яулыҡты сисеп алып болғай башланым. Тегеләр мине шәйләне. Килеп еттеләр. Динислам ҡоҙам: «Уй, ҡоҙағый, ҡотоң осҡан, нимә булды?» – ти. «Йылан, йылан, йылан», – тием бышылдап ҡына. Сәсрәп ауырып киттем, Әбделнә­сергә барҙым. Унда Зөләйха ҡоҙағый өшкөрә ине. «Мөжәүир олатайға бармаһаң, кеше була алмаҫһың, быға минең көсөм етмәй», – тине.
Сихыр-михырға ышанмаған кешеләр ул йылда Мәғүҙәне хәҙрәткә ебәрмәй. Ҡыш үтә. «Яңыбай олатайымдың Гөлсирәһен әйттереүгә Байышҡа барғайныҡ, кеше: «Уй, Мәғүҙә һарғайып киткән, кипкән. Ире ямандыр, туҡмаймы икән, әрәм булды, бахыр!» – тип һөйләй икән. Шунан Мөжәүир олатай төшөнә күренгән бит иремдең. Таң ҡайылып килгәндә мине уята: «Тор, Мөжәүир олатайҙы төшөмдә күрҙем, һин ауырығанға миңә шулай яман ҡарағандыр. Ат егеп бирәйем, кем менән бараһың? Үҙем барырға ҡурҡам!» – ти.
Гөлйәүһәр апайы менән китә Мөжәүир хәҙрәткә Мәғүҙә. Манһыр ауылына килеп етәләр. Кеше күп. Ҡояш яңы ғына ҡалҡып килә. Гөлйемеш инәйе күреп ҡалып, инегеҙ, тигәс, кәртә яғынан боролоп, атты артҡа бәйләйҙәр. Көтә башлайҙар. Ҡояш арҡан буйы күтәрелә. Мәғүҙә сабырһыҙлана. «Ҡуй, ни эшләп үҙемдең олатайыма инә алмайынса былайтып ултырам әле», – тип йоҡлап ултырған кешеләр аша атлап, тупһаға аяҡ баҫа. Уға ҡаршы Мәжәүир олатаһы сығып килә. «Шунан, Таштуғай ҡоҙасаһы, ҡайҙа китеп ултыраһың ҡабаланып?» – тип шаян өндәшә, уны танып. Ҡоҙаса булып барғас, ҡоҙаса тей инде, тип көлә Мәғүҙә инәй.
– Олатай, йылан күрҙем, йылан! – тип бала шикелле ҡысҡырып илап ебәрә Мәғүҙә.
– Ул йылан түгел, сәхрә ене, – тип яуаплай Мәжәүир хәҙрәт.
Кешегә ҡырҙа йылан күренһә, ул йылан булмай, ен йылан ҡиәфәтенә инә икән. Өшкөргәс, олатай тағы бер килергә ҡуша, ныҡ ен ҡағылыуын әйтә.
Ҡайтҡас, шәбәйеп китә, күрем ваҡытында һыҙланы­уынан ҡотола. 1961 йылдың ноябрендә ҡыҙҙары Баҙыян тыуа. «Мөжәүир олатайымдың ҡыҙы ул», – ти Мәғүҙә инәй, имдең шифаһына ишаралап.
Күҙ тейеү касафаты
Бер заман алты айлыҡ ҡыҙҙары Баҙыян ауырып китә. Көн илай, төн илай. Ат егеп, Манһырға алып китәләр. Йәнен ҡулына тотоп бара Мәғүҙә. «Кеше бармы юҡмы, уға иғтибар иткән юҡ. Берәү, бер нәмә күҙемә күренмәй, барып та индек. «Уй, олатай, бәпәйем үлде!» – тип Мәжәүир хәҙрәттең алдына һалдым баланы», – тип һөйләй ул.
– А, нишләп үлһен ул? – ти хәҙрәт сабыйҙың юрғанын асып. Бала, бешеп, ҡып-ҡыҙылға әйләнгән. Өшкөрөп, күҙ тейгән, шәп ҡыҙыҡай була ул, тип, һөйөп-һөйөп ҡайтарып ебәрә уларҙы.
Бетеү яҙып бирә:
– Мә, Иҫәнгилде ауылында ялбырлатып күрһәтеп тотоп йөрө, йәме! – ти уны тапшырғанда.
Мәғүҙәнең балалары ишле була – 3 ҡыҙ һәм 3 улға ғүмер бирәләр тормош иптәше Булат Нуретдин улы менән. Ауырыған саҡта уларҙы гел шул бетеү аша үткәрә.
Бер ваҡыт Манһырҙа Мөжәүир хәҙрәттең 130 йыллығы тантаналары бара. Ел көсәйеп китә лә ямғыр яуа башлай. Зыяратҡа инәләр. «Эй, олатай, яратмаған ғына кешеләрең барҙыр инде, шуға ғына көнөң шулайҙыр инде», – тип иңрәп өндәшә хәҙ­рәттең рухына Мәғүҙә инәй. Тирә-яҡтағылар аптырап уға ҡарай. Аят уҡып, хәйер өләшкәс, кешеләр йыйылышҡа тип китеп бөтә. Эргәһендә ятҡан Ғәбделварис ағайға, олатайҙың өлкән улына, аят уҡып сығайыҡ, атыу мәхрүм булыр, тип һеңлеһенә өндәшә ул. Уныһы апаһын тартҡылай, олатайға уҡығас, етмәгәнме, ти. Мәғүҙә өндәшмәй, ниәтенән дә кире ҡайтмай. Аяттарҙы уҡып бөтөп, өйгә барһа, һеңлеһе лысма һыу булып килеп инә. Баҡтиһәң, машиналары боҙолоп, йәйәү тәпәйләгән икән.
Бер тапҡыр Манһырға барға­нында аҡса алырға онотоуына ҡайғыра. Көйәләнеп аят уҡып ултырғанында, берәү килеп, үҙенә 500 тәңкә хәйер һала. Олатайҙың өйөнә инеп, ҡалған аҡсаһына ҡымыҙ алып, ҡыуанып ҡайтып китә. Был хәлде лә ул мөғжизә тип ҡабул итә.
Сихәттең бер хикмәте
Йыш ҡына унан сихыр ҡайтарыуын һорап киләләр. Зәхмәт ҡағылғанын кешеләр күп осраҡта белмәй йөрөй. Ҡаза рәүешендә беленә башлаһа, Мәғүҙә инәйгә мөрәжәғәт итәләр. Шуларҙы ҡарап, өшкөрөп ултырам, ти ул.
Журналда уның хаҡында яҙылып сыҡҡас, өс әбей килә. «Былар мине тикшерергә килгәндәр», – тип билдәләй уларҙың ниәтен Мәғүҙә инәй.
– Өшкөргән инәй өйҙәме икән? – тип ныҡыша былар.
– Өйҙә юҡ шул, әллә ҡайҙа йөрөй, мин дә уны көтөп ултырам, – тип тегеләр менән гәпләшә Мәғүҙә инәй.
– Уй Аллам, инде ҡалайтабыҙ, алыҫҡа киткәнме икән? Баҫа алмайым, аяғымды күрһәтәм тип килгәйнем, – ти береһе.
– Ҡуй, көйәләнмәгеҙ, ул килгәнсә мин һеҙҙе белгәнсә өф итә торайым, – тип өшкөрөргә тотона уныһын Мәғүҙә инәй.
Теге әбейҙең башына шик төшә:
– Әллә һинме шул имсе ҡарсыҡ? – тип ҡысҡырып ебәрә.
– Тап шул үҙе! – тигәс, үҙҙәренән үҙҙәре көлөргә тотоналар.
Бала тыуып, 15 – 20 көн үтеүгә өсйәне бармы, юҡмы икәне беленә. Аяғын өҫкә тартып илаһа, оло ярау итә алмаһа, өсйәне бар, тимәк. Кендекте ҡырҡҡанда табиптар ҡанын сығарып бөтөрмәүе арҡаһында шулай була, тип фараз итә Мәғүҙә инәй. Өсйәнде имләп, үҙенең доғаһын уҡып, таш менән төртөп, өс ҡараһаң, бөтә, ти ул. Бәләкәй саҡтан имләп дауаламаһаң, үҫә төшкәс тә ыҙалата. «Бер егет хеҙмәт итеп ҡайтҡас килеп инде. Кипкән. Өсйәне бәләкәйҙән ыҙалатҡан. Ете тапҡыр ҡараным, шикелле. Йүнәлеп китте», – ти Мәғүҙә инәй. Диуарҙа торған Мөжәүир хәҙрәттең һүрәтенә ымлап: «Олатайым, миңә ярҙам бир, тием дә Хоҙайға тапшырам инде. Хәҙрәттең башыбыҙҙан һыйпап өшкөрөп ултырғаны һаман дә хәтеремдә!» – тип һүҙен тамамлай ул.
80 йәшен тултырған Мәғүҙә инәйҙән халыҡ өҙөлмәй. Кешеләргә ярҙам итә алыуына сикһеҙ шат ул.

Хәйбулла районы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: