+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәхнәлә – бер ҡыҙ бала

Сәхнәлә бер ҡыҙсыҡ осоп йөрөп йырлай. Әле уның бер башына, әле икенсеһенә бара, ҡулдары менән хәрәкәтләнә, унан, устарын йөрәк тапҡырына ҡуйып, тамашасыларына сикһеҙ хөрмәтен белдерә. Ҡыҙҙың моңло тауышын хайран ҡалып тыңлаусылар, уның инвалид коляскаһында икәнлеген дә тоймай, моң даръяһында бергә бәүеләләр, әҫәрләнеп ошо матур йырҙан илһам, йәшәүгә көс-дәрт алалар.Һуңғы йылдарҙа сәхнәләрҙән төшмәй йырлаған 15 йәшлек Айгөл Ибраһимованы күптәр беләлер. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үткәрелгән сараларға оптимистик рухы менән барыһын да әсир иткән ҡыҙҙы махсус саҡыралар.

Һынау осоро
Бәхетле генә барған ғүмер юлының көтмәгәндә селпәрәмә килеүенән бер кем дә азат түгел. Ибраһимовтар ғаиләһе өсөн был хәл өсөнсө балалары Айгөлдөң, ҡаты ауырып китеп, табиптарҙың уға ҡуйған ҡурҡыныс диагнозы билдәле булған мәл менән бәйле. Диагноз хөкөм кеүек яңғырай: «Һеҙҙең балағыҙ башҡаса атлай алмаясаҡ». Гөлшат Ибраһимова быға ышанырға теләмәй, дауалауҙың шифаһы тейеренә, балаһының тиҙ генә аяҡҡа баҫырына шикләнмәй. Бер нисә ай үтеп китә, Гөлшат ҡасан да булһа эшкә сығырынан, ғөмүмән, тормошоноң элеккесә үҙ яйынса китеренән төңөлә. Хәлдең киҫкен булыуын аңлаған ҡатынды депрессия, күңел төшөнкөлөгө йонсота...
Үҙенсәлекле бала тәрбиәләнгән ғаилә йыш ҡына тарҡала, ирҙәр иңгә төшкән ауырлыҡты күтәрә алмай, ҡатынын, балаларын ташлап, өйҙән сығып китә. Был осраҡта ҡатынды тормош юлдашы Иректең даими хәстәре, балалары Иршат һәм Гөлдәрҙең ярҙамы ҡотҡара. Гөлшат үҙен ҡулға ала, яҙмышына буйһона, хәлде нисек бар, шулай ҡабул итә һәм киләсәге өсөн ең һыҙғанып көрәш башлай.
– Сыҙап торғоһоҙ ауыр саҡтарҙа йөн һатып алам һәм Айгөлгә кофта бәйләй инем. Ырғаҡ менән элмәк күҙ алдымда йүгерә, үҙемә бер туҡтауһыҙ һорауҙар бирәм. Бәйләмемде ослауға уларға яуап табам. Шунан кофтаны тағатам да эшкә яңынан тотонам. Шулай өс тапҡыр кофта бәйләнем, тик сабыйыма кейҙермәнем. Ошо шөғөл ауыр уйҙарҙан, насар энергиянан арынырға ярҙам итте, – тип үткән тәүге һынау тураһында һөйләй Гөлшат.
Сәнғәткә юл нимәнән башланған
Айгөлгә биш йәш тирәһе саҡта әсәһе уны сәнғәт мәктәбенең вокал түңәрәгенә алып килә. Ғаилә башлығы Ирек бик нык икеләнә: «Нимәгә кәрәк ул һиңә, баланы нисек алып йөрөтөргә уйлайһың?» – тип ҡатынын ниәтенән дүндерергә уйлай.
Ләкин әсә менән ҡыҙға өйҙә дүрт мөйөшкә ҡарап ултырыуға ҡарағанда кеше араһына сығыу таҙа һыу, саф һауа кеүек кәрәк була. Айгөлдөң дүрт йәштән йырлай башлауын һәм музыкаға тартылыуын иҫәпкә алғанда, был эш ирегеүҙән тыуған уй түгел ине. Башта улар сәнғәт мәктәбенә ситтән күҙәтеүселәр булып ҡына килә. Һаулыҡтары сикләнгән балалар араһында ғына йөрөргә күнеккән Айгөл өсөн яңы мөхит бик оҡшай. Педагогтар ҙа үҙенсәлекле ҡыҙсыҡҡа һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша.
Бөгөн иһә Айгөл музыка менән төплө шөғөлләнә, фортепьянола уйнай. Уның репертуарындағы ике йыр ҡыҙ өсөн махсус яҙылған. Авторҙары – Тәнзилә Юсиева һәм композитор Илшат Яхин. Бынан тыш, ҡыҙыҡай «Тамыр» телеканалы тапшырыуҙарында даими ҡатнаша, уның йыл һайын үткәрелгән отчет концерттарында сығыш яһай. Ул – үҫмерҙәр араһында популяр булған «Бирешмә» фильмының бер геройы ла. Айгөлдө хәҙер юғары дәүләт концерттарында ла күрергә мөмкин. Хатта ул «Евразия йөрәге»ндә билдәле Рәсәй йондоҙо Алһыу менән бергә сығыш яһаны.
Баш ҡаланың Дим районында урынлашҡан 103-сө мәктәптә белем алған ҡыҙ гел бишле билдәләренә өлгәшә, кластың старостаһы булып тора, шулай уҡ уңайлы мөхит программаһы буйынса эксперт та. Үҙе уҡыған мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлыҡтар булдырыу өсөн әсәһе Гөлшат менән күп көс һала улар.
«Бәхетле булырға өйрәнергә кәрәк...»
– Әле төп бурысыбыҙ – Айгөлдө үҙ аллы йәшәргә өйрәтеү. Уның киләсәге өсөн беҙҙең ғаилә бергә туп­ланды. Ғөмүмән, мин балаларҙы, һау, ауырыу, тип айырмайым. Барыһын да оло мөхәббәт менән тәрбиәләйем. Үҙенсәлекле сабый ҡараған ата-әсәгә шәфҡәт туташы ла, психолог та, педагог та, массажсы ла булырға тура килә. Сөнки реабилитация саралары бер-ике тапҡыр түгел, ә тәүлек әйләнәһенә кәрәк, – ти әңгәмәсем.
Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тарихы – һәр кемдеке үҙенә башҡа. «Ғәрип булып тыуған сабыйҙы бала табыу йортонда ҡалдырырғамы-юҡмы?» – был һорауҙы ауыр хәлгә дусар булған һәр кем үҙенә бирәлер. Артабан был йөк менән нисек йәшәргә? Үҙенсәлекле сабыйҙы өйгә алып ҡайтҡас, ғаилә мөнәсәбәттәре ҡатмарлаша, ир – ҡатынын, ҡатын ирен аңламай башлай. Баланы дауалау проблемаһына ғаиләләге ғауға, ығы-зығы өҫтәлә, йыш ҡына хәл айырылышыуға барып етә. Ана шундай ғаиләләргә күп ярҙам итә Гөлшат Ибраһимова. Кемделер ҡурсалап, кемделер өгөтләп яман аҙымдарҙан һаҡлап алып ҡала ул.
– Бәхетле булыу өсөн үҙеңә лә бәхетле булырға өйрәнергә кәрәк. Мин, мәҫәлән, башҡаларға ярҙам итеп, үҙемә көс алам, – тип сере менән уртаҡлаша ханым.
Әсә йөрәге
Гөлшат Ибраһимова бөгөн «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Ул – үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн ышаныс һәм ярҙам үҙәге. Ойошма башланғысы менән республикала мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Һәләттәр йондоҙлоғо» ижад конкурсы үткәрелә. Быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр ойошторола һәм онлайн форматта буласаҡ. Ойоштороусылар араһында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла бар. Күренекле артистар йәш һәләттәр өҫтөнән шефлыҡ ярҙамы алған. Һәр бер бала менән артистар шәхсән эш алып бара, конкурсҡа әҙерләй.
Бәйгенең маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади потенциалын асыу һәм социаль адаптация үткәреү. Сөнки сәхнә баланы аса, уның ҡыйыулығын, үҙенә ышанысын арттыра. Ә мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн ул икеләтә мөһим.
Йәмәғәт ойошмаһы булғас, төрлө дәүләт проекттарында ҡатнашып, гранттар юлларға ла тура килә. Шуларҙың береһе «Ауыр сирле балаларға мобиль ярҙам» тип атала. Шулай уҡ БДПУ базаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә реабили­толог һөнәрен үҙләштерергә ярҙам иткән курстар ойошторола. Республика Башлығының координация, кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы итеп тә алынған Гөлшат ханым.
Нимә ул бәхет?
– Был һорауҙы мин үҙ-үҙемә күп тапҡырҙар бирҙем, – ти геройым. – Һау-сәләмәт, аяҡ-ҡулдары теүәл кешегә – ул зауыҡлы йорт, балалар именлеге, яҡшы хеҙмәт урыны, юғары эш хаҡы кеүек төшөнсәләргә ҡайтып ҡала. Кешенең мөмкинлеге булған һайын, уның талаптары ла арта бара. Ә беҙҙең кеүек ата-әсәләр өсөн бәхет бөтөнләй икенсе ҡиммәттәргә ҡоролған. Үҙенсәлекле бала тәрбиәләгәндәргә баланың үҙен үҙе ҡарай алыуы, ҡалаҡ тотоп ашауы ла бәхет. Көндәлек тормошта ҡәҙимге бала ултырып һүрәт төшөрә, арып китһә – ятып ял итә, асыҡһа – барып ашай. Ә үҙенсәлекле бала өсөн һәр хәрәкәт батырлыҡҡа тиң. Ә һеҙ беләһегеҙме, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә хыяллана белә. Айгөл киләсәктә табип-генетик булырға ҡарар итте, мотлаҡ Башҡортостанда ҡалып, билдәле генетик буласаҡмын, ти. Әгәр ҙә инвалидтар өсөн һәр ерҙә уңайлы мөхит булдырылмаһа, баланың ниәте тормошҡа ашмауы ла мөмкин. Коронавирус пандемияһына бәйле барыбыҙ ҙа бер нисә ай өйҙә ултырҙыҡ. Дүрт стенаға ҡарап, бикле ҡалыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген үҙебеҙҙә тойҙоҡ түгелме? Ә инвалидтар йылдар буйы урамға сыға алмай. Тимәк, бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй, тән ағзаларыңдың теүәл, үҙеңдең һау-сәләмәт булыуың, үҙ аяғыңда хәрәкәт итеүең дә етә, – яҙмышҡа бирешмәгән кеше үҙе асҡан тормош хәҡиҡәте был.
Ибраһимовтар өсөн бөгөн иң мөһиме – аңлашып, гармонияла йәшәү. Тормошта юғалып ҡалмай, ауыр һынауҙар аша бергәләп үткән улар. Көслө ғаилә хәҙер, ҡаршылыҡтар осрағанда ла, ел-дауылдарға бирешмәйәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: